Рәсәй Федерацияһының именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Рәсәй Федерацияһының именлек органдары хеҙмәткәре көнө — йәмғиәттең һәм дәүләттең именлеге өсөн яуаплы махсус хеҙмәттәр: Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте (ФСБ), Федераль һаҡ хеҙмәте (ФСО), Рәсәй Федерацияһының Тышҡы разведка хеҙмәте (СВР), Рәсәй Федерацияһы Президентының махсус программалар баш идаралығы (ГУСП) һ. б. хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы[1]
Дәүләт именлеге органдарының эшмәкәрлеге дәүләт ҡоролошона, Рәсәйҙең һәм уның граждандарының тышҡы һәм эске хәүефһеҙлегенә ҡаршы уйланылған төрлө енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм асыуға йүнәлтелгән[2].
Советтар Союзында был байрам Чекист көнө булараҡ билдәле. Рәсәйҙә ул 1995 йылдан алып йыл һайын 20 декабрҙә билдәләнә[3].
Байрам тарихы
Рәсәйҙең именлек хеҙмәте органдары хеҙмәткәре көнө Рәсәй Федерацияһы Президенты Борис Ельциндың 1280-се указы (20 декабрь 1995 йыл) менән булдырыла[4]. Шуға тиклем күп йылдар был был һөнәри байрамды совет дәүләт именлек органдары 20 декабрҙә байрам итә (рәсми булмаған атамаһы — Чекист көнө)[5].
Байрам көнө итеп 20 декабрҙе һайлау осраҡлы түгел: 1917 йылдың 20 декабрендә РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағында контрреволюцияға һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссия (ВЧК) ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә[6]. Уның инициаторы Владимир Ленин була, ә беренсе рәйесе — Феликс Дзержинский[7].
1922 йылдың 6 февралендә Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) ВЧК-ны бөтөрөү һәм РСФСР Эске эштәр халыҡ комиссариаты ҡарамағында Дәүләт сәйәси идаралыҡ (ГПУ) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә[7].
1934—1941 йылдарҙа дәүләт именлек органдары СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатына (НКВД) инә. Һуңынан НКВД-нан СССР Дәүләт именлеге халыҡ комиссариаты айырылып, 1946 йылда СССР Дәүләт именлеге министрлығына үҙгәртелә[3].
1954 йылда СССР Дәүләт именлеге комитеты булдырыла[8], ул СССР тарҡалғас үҙ эшен туҡтата. 1992 йылда РФ Президенты Борис Ельцин Рәсәйҙең Именлек министрлығын ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуя, бер йылдан һуң ул Контрразведканың федераль хеҙмәте (ФСК) тип атала башлай. 1995 йылдың аперленән, «Рәсәй Федерацияһының Федераль имелек хеҙмәте органдары тураһында» президент указына ярашлы, ФСК Федераль именлек хеҙмәте тип үҙгәртелә[3].
Беҙҙең көндәрҙә именлек органдарына ФСБ, СВР, ГУСП, ФСО һ.б. структуралар инә[2]. Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте һәм башҡа ведомстволар донъяның 109 иленең 200-ҙән ашыу көс структураһы (дәүләт именлеге осргандары, махсус хеҙмәттәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары) менән рәсми бәйләнештә тора[3][9].
Байрам итеү традициялары
Именлек органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы дәүләт кимәлендә билдәләнә. Илдә тантаналы саралар уҙғарыла, тәү сиратта, концерттар һәм төрлө тантаналар. Айырылып торған хеҙмәткәрҙәр миҙалдар, ордендар, күкрәк билдәләре, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә[10].
Байрамдың төп атрибуты — дәүләт Кремль һарайындағы концерт һәм Рәсәй президентының ҡотлауы[11]. Сараға ғәмәлдәге хеҙмәте менән айырылып торған һалдат һәм офицерҙар ғына түгел, атҡаҙанған ветерандар ҙа саҡырыла[6].
Рәсәй Федерацияһында Именлек органы хеҙмәткәре көнө Мәскәүҙә генә түгел, илдең башҡа ҡалаларында ла билдәләнә[12].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- «Трест» операцияһы
- Феликс Эдмундович Дзержинский
- Юрий Владимирович Андропов
- Вадим Викторович Бакатин
- Евгений Максимович Примаков
Иҫкәрмәләр
- ↑ Видеообращение Президента РФ по случаю Дня работника органов безопасности. Kremlin.ru (20 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 Система органов безопасности обязана стать действенным государственным инструментом, способным обуздать экстремизм и терроризм. Федеральная служба безопасности Российской Федерации (19 декабрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 День работника органов безопасности РФ. Досье. ТАСС (20 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации Б. Ельцина от 20 декабря 1995 года № 1280 «Об установлении Дня работника органов безопасности Российской Федерации». Федеральная служба безопасности Российской Федерации (20 декабрь 1995). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ Дмитрий Гончарук. День работника органов безопасности отмечается в 25-й раз. Парламентская газета (20 декабрь 0220). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 День работника органов безопасности. Парламентская газета (20 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 День работника органов безопасности России. РИА Новости (20 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ История создания органов госбезопасности. Федеральная служба безопасности Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ Арсений Замостьянов. Щит и меч: почему День работника органов безопасности отмечается 20 декабря Как появились отечественные спецслужбы. Известия (20 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ День ФСБ: история, дата и традиции праздника. РЕН ТВ (19 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ Торжественный вечер, посвящённый Дню работника органов безопасности. Kremlin.ru (15 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ Мария Панина. Когда день ФСБ в 2023 году и как поздравить сотрудников? Бердск-Онлайн (11 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.