Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө (рус. День работника торговли) — йыл һайын июлдең һуңғы шәмбеһендә билдәләнгән сауҙа хеҙмәткәрҙәре байрамы.

Байрамдың маҡсаты — сауҙа хеҙмәткәрҙәре ҡаҙаныштарын таныу, уларҙың һөнәри эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдереү, дәүләт иҡтисады өсөн сауҙа тармағының әһәмиәтлеген күрһәтеү.

Байрам тарихы

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө беренсе тапҡыр 1966 йылда СССР Юғары Совет Президиумы Указы менән булдырыла[1]. Ул ваҡытта уны июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләйҙәр[2].

1988 йылдың 1 ноябрендә яңы указ ҡабул ителә, уға ярашлы, Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡты көнкүреш хеҙмтәләндереү хеҙмәткәрҙәре көнө менән берләштерелә[3]. Шулай итеп Сауҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереүе һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө барлыҡҡа килә. Уны һәр йыл марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә байрам итәләр[4].

2013 йылда был дата ике айырым байрамға бүленә. Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө июлдең дүртенсе шәмбеһе тип билдәләнә[5], марттағы дата элекке байрамға тороп ҡала[6].

Традициялары

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөндә ошо тармаҡ менән бәйле һәр кем — һатыусылар, кассирҙар, эшҡыуарҙар, менеджерҙар, тауар белгестәре, консультанттар һәм башҡа белгестәр ҡотлауҙар ҡабул итә. Ғәҙәттә, был көндә тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләйҙәр, рәхмәт белдерәләр. Кешеләр сауҙа өлкәһендә эшләгән дуҫтары, туғандары менән осраша, телефон аша ла ҡотлауҙар ебәрә[7].

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү сараларына байрам тантаналары һәм табындары инә. Унда иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырыла. Ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә премиялар бирә, корпоративтар үткәрә[8].

Был байрам шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә лә билдәләнелә[9].

Бәйле байрамдар

Майҙың икенсе шәмбеһендә Бөтә донъя ғәҙел сауҙа көнө билдәләнелә (ингл. World Fair Trade Day)[10].

15 мартта — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырған Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө (рус.)баш..

Тарихи факттар

Урта быуаттарҙа сауҙала тик ир-ат ҡына эшләй, әммә хәҙерге ваҡытта тармаҡтың күпселек белгестәре — ҡатын-ҡыҙ.
• Боронғо Рустең төп сауҙа маршруты «из варяг в греки» тип атала[11]. Славяндар тире, күн, бал һата, туҡыма, быяла һәм ҡиммәтле таштар һатып ала.
XVII быуат башына тиклем Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙаны Торг тип атала — ул билдәле сауҙа урыны була[12].
• 1893 йылдың декабрендә Ҡыҙыл майҙанда Үрге сауҙа рәттәре (хәҙерге ГУМ) — Европаның ҙур пассаждарының, йәғни япма аҫтындағы урам сауҙаһы асыла[13].

Иҫкәрмәләр

  1. 22 июля — День работника торговли в России: когда отмечается и кто празднует. «МИЦ «Известия» (21 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  2. День работника торговли. Федеральная служба государственной статистики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  3. День работника торговли в России. ТАСС (22 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  4. Указ Президиума ВС СССР от 01.11.1988 О внесении изменений в Законодательство СССР о праздничных и памятных днях. Портал "Сейчас.ру". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  5. Указ Президента РФ от 7 мая 2013 г. N 459 "О Дне работника торговли". Информационно-правовой портал "ГАРАНТ.РУ" (20 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  6. О празднике "День работников торговли, бытового обслуживания населения и жилищно-коммунального хозяйства". Министерство труда и социальной защиты Российской Федерации (27 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  7. 22 июля — День работника торговли. Информационный центр "Вольская жизнь" (22 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  8. Департамент экономического развития Курганской области. Департамент информационных технологий и цифрового развития Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  9. День работников торговли. ГУ "Республиканская научно-техническая библиотека". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  10. Ульяна Светачева. День работников торговли в 2024 году: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  11. Татьяна Григорьева. Кто инициировал путь "из варяг в греки"? Портал «Культура.РФ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  12. Красная площадь. История. История Москвы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.
  13. История ГУМа. ГУМ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2024.

Тема буйынса өҫтәмә