Ҡыҙыл майҙан

undefined

Ҡыҙыл майҙан (рус. Красная площадь) — Мәскәүҙең төп майҙаны, Мәскәү Кремле (көнбайышта) менән Ҡытай-ҡала (көнсығышта) араһында урынлашҡан. Һөҙәк Васильевск төшөү юлынан Мәскәү йылғаһына сыға.

Майҙан Кремлдең төньяҡ-көнсығыш диуарынан, Кремль һәм Воскресенск ҡапҡалары үткәүеленән Кремль яр буйына сыҡҡан Васильевск төшөү юлына тиклем һуҙыла.

Ҡыҙыл майҙанда көнсығышҡа Николь, Ильинка һәм Варварка урамдары китә. Көнбайышта Мәскәү Кремле, көнсығыш яғы буйлап Үрге һәм Урта сауҙа рәттәре урынлашҡан. Мәскәү Кремле менән берҙәм ансамбль барлыҡҡа килетрә, әммә тарихи йәһәттән Ҡытай-ҡаланың өлөшө булып тора[2][3][4][5][6][7].

Ҡыҙыл майҙанда Язалау урыны, Минин һәм Пожарский һәйкәле, Владимир Ленин мавзолейы, Кремль диуары эргәһендә некрополь бар. Төньяҡ өлөшөндә Дәүләт тарих музейы һәм Ҡазан соборы, көньяғында — Покров соборы урынлашҡан. Архитектура ансамбле ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы һәйкәле булараҡ һаҡлана[2][8][9].

Майҙан элек-электән сауҙа урыны була, унда бер нисә быуат рәттән ваҡытлы һәм даими сауҙа рәттәре эшләнә. Совет заманында майҙанда хәрби парадтар һәм демонстрациялар үтә, СССР тарҡалғандан һуң ул йәмәғәт саралары һәм концерттар өсөн файҙаланыла[10][11][12][13][14][15].

Дөйөм оҙонлоғо — 330 метр, киңлеге — 75 метр, майҙаны — 24 750 м². Ҡырым габборо-диабазы ташы түшәлгән[2][16][17][18].

Этимологияһы

undefined

Булдырылғандан алып Ҡыҙыл майҙан бер нисә атама алмаштыра. Беренсе телгә алыу XV быуат йылъяҙмаһына ҡарай һәм 1434 йылда Максим Мәскәүскийҙең вафаты тураһында белдерелә: «который положен бысть у (похоронен в церкви) Бориса и Глеба на Варварьской улице за Торгом». Хәҙерге Ҡыҙыл майҙан, баҙар ғына түгел, төрлө тантаналы саралар, тәре йөрөштәре, язалау урыны булһа ла, XVII быуат башынаса Торг тип атала[2][8][9].

Шулай уҡ «пожар», «сауҙа менән бәйле буш урын», тип тә йөрөтөлә. 1534 йыл йылъяҙмаһы Ҡытай-ҡала диуары төҙөлөшө урынын былай тип билдәләй: «около всего пожара, идеже у них вси торговые ряды»[15]. Бының янғынға бер ниндәй ҡыҫылыш юҡ. Рәссам Аполлинарий Васнецов белдереүенсә:

« ...Здесь и гореть-то было нечему — столы да скамьи, которые всегда можно было растащить или разломать… опасности в пожарном отношении, следовательно, на Красной площади не было. Пожарище, т. е. место постоянной сутолоки, как на пожаре; народ суетится, бежит...[2]

»

1634 йыл яҙмаларында воевода Михаил Шеинға һәм окольничий Артемий Измайловҡа Смоленск һуғышындағы уңышһыҙлыҡтары өсөн «пожарҙа баштарын ҡырҡтылар» тип яҙып ҡалдырыла. 1643 йыл яҙмаһы, «октября в 22 день ходил Государь <…> ко пречистой Богородице Казанской, что на пожар», тип теркәй. Бындай сауҙа «пожарҙары» Суздалдә, Бөйөк Новгородта һәм Ҡазанда була[19]. Ҡайһы берҙә майҙанды Ҙур майҙан, тип тә аатйҙар[20].

Һәр хәлдә XVII быуатта (бәлки, күпкә алдараҡтыр) майҙанды хәрби тантаналар үткәреү өсөн ҡуллана башлайҙар: илселәрҙе һәм сит ил акимдарын ҡаршылағанда унда парадтағы кеүек ғәскәрҙәр теҙелә. Мәҫәлән, 1658 йылда, мәскәүгә грузин батшаһы Теймураза I килер алдынан рус батшаһы Алексей Михайлович : «в Китае, в Белом городе и в Земляном валу в улицах, которыми идти грузинскому царю, и на Пожаре шалаш харчевников, и полки, и скамьи[21], и мостовой старой лес[22] и в тележном ряду прибрать всё начисто», — тип, йәғни ҡаланы тантаналы ҡаршы алыуға әҙерләргә бойора. Ике көн үткәс, рәсәй менән союз эҙләгән Грузия батшаһы ҡалаға килгәндә, «солдаты стояли по Пожару по обе стороны с ружьём, отыкався пиками солдацким строем»[20][23].

1661 йылдың 23 апрелендә документтарҙы беренсе тапҡыр Ҡыҙыл майҙан атамаһы сит ил илселәрен ҡаршы алғанда осрай: «по обе стороны Красные площади (стояли) жильцы и дворяне, и стряпчие»[20]. Ошо ваҡыттан һуң ул күп тапҡырҙар ҡабатлана. Мәҫәлән:

« «1661 года мая в 8 день слушал Государь всенощного у праздника, пречистыя Богородицы Казанския, что на Красной площади»[2]

»

Крайҙы өйрәнеүсе һәм тарихсы Ян Рачинский яңы атаманың элеккеләрен тиҙ арала ҡыҫырыҡлап сығарыуына иғтибар итә. Быны ул батша Алексей Михайловичтың махсус указы булыу ихтималлығына бәйләй. Тарихсыларға был указ билдәле түгел, әммә шул уҡ батшаның 1658 йылдың 26 апрелендә ҡайһы бер урамдарҙың һәм ҡала ҡапҡаларының исемдәрен алмаштырыу тураһындағы указ барлығы мәғлүмт[24]. тап ошо документҡа ярашлы мәскә Кремленең Фролов ҡапҡалары Спасс ҡапҡалары тип үҙгәртелә[25]. Рачинский һүҙҙәренсә, документтарҙа кп тапҡырҙар телгә алыныуы арҡаһында, майҙандың исеме алмаштырылыуын аныҡ билдәләргә мөмкин: «22.10.1659 майҙан Пожар тип атала, 23.04.1661 яңы атамаһы менән йөрөй»[20].

Атаманың килеп сығыуына бәйле, «ҡыҙыл» сифатының «матур» мәғәнәһендә ҡулланылыу версияһы традицион булып тора. Ҡайһы бер авторҙарҙың "ҡыҙыл"дың «төп» тип атауы этимологик йәһәттән аңлашылмай. Рачинскийҙәң, майҙан Ҡыҙыл тип атала, сөнки батша һарайы ҡоролмалары комплексының ҡыҙыл баҫҡысына юл уның аша үтә, тип фаразлауы[20] нигеҙһеҙ ҡатмарлаштырыу кеүек. Бының урынына, майҙандың баҙар урынынан сит ил илселәре хөрмәтенә хәрби парадтар үткәрелгән урын статусына күтәрелгән, тип күҙаллау урынлыраҡ.

Тарихы

undefined
undefined

Боронғо дәүер

Ҡыҙыл майҙандағы бик боронғо мәҙәни ҡатламдарҙы анализлау уның урынында XI быуаттың икенсе яртыһында — XII быуат башындана уҡ урман ҡырҡылыуы, ә ере һөрөлөүе асыҡлана. Был ваҡытҡа, яҡынса Боровицк ҡалҡыулығында эре ауылдар барлыҡҡа килә, ә Неглинная йылғаһының уң ярында Кучково яланында беренсе сауҙа — баҙар майҙаны барлыҡҡа килә[13]. Йылдан-йыл Мәскәү үҫә, Иван калитаның ағас Кремленән Дмитрий Донскойҙың аҡ ташлы ҡәлғәғә әүерелә. XIV быуаттың икенсе яртыһына кремль диуарҙарының төньяҡ-көнсығыш өлөшө сиктәре барлыҡҡа килә. Боровицк сауҙаһы ике өлөшкә бүленә — Занеглименскак (йәки Арбат) һәм Подкремлёвскка, һуңынан ул Ҡыҙыл майҙанға әйләнә[3][4][2].

тарихсылар Ҡыҙыл майҙандың барлыҡҡа килеүенең төрлө версияларын тәҡдим итә. Мәҫәлән, Мәскәүҙе өйрәнеүсе Петр Сытин фекеренсә, ул XV быуат һуңында, Ивана III указы буйынса уның территорияһынан «йорттар, лавкалар һәм посад сиркәүҙәре алынып», сауҙа рәттәре өсөн урындар бушатылғас барлыҡҡа килә[26]. Артабанғы тикшеренеүҙәр рус йылъяҙмаһының тулы тупланмаһындағы ошо указдарҙың текстары Неглинка йылғаһы аръяғындағы көнбайыш ерҙәргә һәм мәскәү йылғаһы аръяғындағы көньяҡ ерҙәргә оҡшатыла. Икенсе версия буйынса, Ҡыҙыл майҙанды булдырыу өсөн яһалма саралар кәрәкмәй, ул ҡалаға көтмәгәндә һөжүм булғанда ышыҡланыу еңел булған ҡәлғә диуарҙары эргәһендәге буш урында үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә[2].

XVI быуат

Архитектура йөҙө һәм сиктәре

Был осорҙа Ҡыҙыл майҙан төньяҡтан Ҡытай-ҡала диуары (хәҙерге Тарих музейы) менән сикләнә, көньяҡтан Васильев майҙанына күсә һәм Мәскәү йылғаһына төшә. Көнбайыштан Ҡыҙыл майҙан 1508 йылда булдырылған Алевизов соҡорон сикләй. Хәҙерге майҙан территорияһы фактик рәүештә өс айырым өлөштән тора:

« Никольская, Ильинка и Варварка, названные так по имени церквей и монастырей, представляли тогда <...> три главные артерии Китай-города. Вместе с прилегающими переулками они жили общей жизнью, представляли из себя замкнутый мир[27].

»

Был бүленеш XVII быуаттың беренсе яртыһына тиклем һаҡлана[28]. Ҡайһы бер ҙур булмаған участкалар айырым атамаға эйә була: мәҫәлән, Ҡазанского соборы майҙаны «Бетле», сөнки ул даими рәүештә ҡалын сәс ҡатламы менән ҡапланған була: немец сәйәхәтсеһе Адам Олеарий раҫлауынса, Бөйөк кесе йомала мәскәүҙәр Ҡыҙыл майҙанға әсс алдыррыға йөрөгән, «тогда <…> земля у Посольского двора устилалась волосами, как мягкими тюфяками»[29]. Троица ағас сиркәүе тирәләй соҡорҙа Троицк майҙаны барлыҡҡа килә, был атама быуат самаһы ҡулланыла. XVI быуат башында Ҡыҙыл майҙанда тағы ла 13 сиркәү була[30].

Ҡытай-ҡала һәм Кремль халҡы бер-береһенә ҡаршы була: беренсеһендә ябай халыҡ һәм сауҙагәрҙәр, икенсеһендә баярҙар әм батша ғаиләһе йәшәй. Халыҡҡа яҡыныраҡ булған Ҡыҙыл майҙан ошо айрыманың матди сағылышы була: сыбар Покров соборы — Кремль ҡорамдарының тотанаҡлы биҙәлешенә, баҙар ығы-зығыһы — ҡәлғәнең тыныс атмосфераһына ҡаршы ҡуйыла. Яза урыны, батша указдарын иғлан итеү трибунаһы булараҡ, власть әһелдәре йәшәгән Кремлгә кәрәкмәй, әммә халыҡ йыйылған посадта кәрәк. Ильинка, Никольск һәм Варварка артында ағас йорттар — ҙур булмаған сиркәүҙәр һәм ике ҡатлы, беренсеһендә — лавкалар, икенсеһендә торлаҡ булған сауҙагәрҙәр йорттары башлана[14][27].

Cfe7f

undefined

XVI быуатта уҡ Мәскәү ҙур майҙанды биләй, унда бик күп баҙарҙар була. Иң төп сауҙа урыны — Ҡытай-ҡала, икенсе урында Ҡыҙыл майҙан тора. Унда иң йәнле урын Никольский һәм Спасс ҡапҡалары араһындағы участок була[30].

« Торговля <...> начиналась с утра и не прекращалась до вечера. Пёстрая, многолюдная и многоголосая человеческая толпа заполняла весь центр Москвы — до самых стен Кремля. <...> Торг на Красной площади был так велик, что как бы выплёскивался за её края, разливаясь по близлежащим улицам, переулкам[18]. »

Сауҙа ҡағиҙәләре алдан билдәләнә: «тартыусы» сауҙагәрҙәрҙең дөйөм рәттә билдәле урыны була һәм улар һалым түләй. Уларҙың тауарҙары төркөмдәр буйынса айырыла һәм һәр береһенең шәхси эскәмйәһе була, икенсе урынға күсеү тыйыла. Бындай рәттәр 150-гә етә, уларҙың күбеһе ошо урында барлыҡҡа килгән Мәскәү урамдарына һәм тыҡырыҡтарына исем бирә[9]. Спасс күпере буйлап китап һәм гравюра рәттәре һуҙыла. Василий Блаженный ҡорамы эргәһендә «стрелец ҡатындары һәм ҡыҙҙары» сауҙа итә — инлек, аҡ буяу һәм шәхси әйберҙәр һата. Стрелецтар үҙҙәренең өҫтөнлөгө менән файҙалана һәм башҡаларға мотлаҡ булған ҡағиҙәләргә буйһонмай: һалым түләмәйҙәр, хаҡтарҙы төшөрә һәм билдәләнгән урында ғына һатыу итмәй. Ҡырҡтартмасы һәм лотокта һатыусылар, сауҙа менән шөғөлләнеү тыйылыуға һәм указдар сығарылыуға ҡарамҫтан, Ҡыҙыл майҙанда бик күп осрай. Лотоктан кеүәҫ, бәлеш, вобла, йәшелсә-емеш-еләктәр һата[31][11][32].

Урта быуаттарҙа Мәскәү кәм тигәндә һигеҙ тапҡыр яна. 1595 йылғы көслө янғында Ҡыҙыл Майҙандың барлыҡ биналары тигәндәй яна, бик ҙур зыян килә. Сауҙәгәрҙәрҙе һәм тауарҙарҙы яңы емереклектәрҙән һаҡлау өсөн, ағас рәттәр урынына 1596—1598 йылдарҙа бер-ике ҡатлы лавкалар — «таш сауҙа платалары» төҙөлә. Улар майҙандың көнсығыш сиген билдәләй һәм өс кварталды, һуңынан улар Үрге, Урта һәм Түбәнге сауҙа рәттәре барлыҡҡа килтерә. бер үк ваҡытта рәттәр араһында беренсе түшәлгән юл аналогы һалына: аҫҡы бүрәнәле ҡатламға ҡалын таҡталар ҡаҙаҡлана[33]. Яңы сауҙа рәттәренең аркада менән берләштерелгән айырым ячейкалар рәүешендәге архитектура йөҙө Рәсәйҙә сауҙа ҡоролмаларының өлгөһө була һәм оҙаҡ ваҡыт Ҡунаҡһарауҙар, лавкалар, сауҙагәр йорттары һәм усадьбалары төҙөгәндә ҡулланыла[34].

Был осорҙа Ҡыҙыл майҙандың функциялары сауҙа менән генә сикләнмәй, унда төрлө хеҙмәттәр тәҡдим ителә, эш йәки ярҙам табырға була, уларҙың һәр ҡайһыһына айырым урын бүленә. Йылдың йылы ваҡытында асыҡ һалауа сәс ҡырҡыусылар, Яза урынында хеҙмәт биржаһы эшләй, уның янына ҡала янына килгән эш эҙләгән крәҫтиәндәр, бик йыш ҡатындары һәм балалары менән йыйыла. Һәр һөнәр — ташсылар, тимерселәр, ҡыйыҡ ябыусылар өсөн айырым урын бүленә. Яҡында ғына ат һәм еңел йөк ташыусылар — XVI—XVII быуаттарҙа бер юлы 200-гә тиклем кеше — көтөп тора. Уларға аттан төшөргә йәки арбанан ситкә китергә ярамай, майҙанды үҙҙәре таҙартырға тейеш була. Тәртипте служилыйҙар күҙәтә. Бик йыш йөк ташыусылар «дежур стрелецтарҙы туҡмай һәм талай». Спасс ҡапҡалары эргәһендә дини дәрәжәһенән төшөрөлгән руханиҙар һәм «Аллаһ һүҙе менән сауҙа итеүселәр» йыйылып, аҡсаға йола башҡара йәки доға уҡый. Һәр ерҙә хәйер һораған тилеләр һәм хәйерселәр, скоморохтар һәм гуслиҙа уйнаусылар осрай. Мәскәү йылғаһы эргәһендә төҙөлөш материалдарынынң складтары һәм ихаталары урынлаша, балта оҫталары, йөк ташыусылар эшләй[10][11].

XVII йөҙ йыллыҡта Ҡыҙыл майҙанда Ваий аҙнаһын үткәреү йолаға әйләнә. Байрам һәм халыҡ күңел асыуы 1700 йылға тиклем һәр яҙ ҡабатлана[35].

XVII быуат

undefined
undefined
undefined

XVII быуат уртаһына Ҡытай-ҡалала һәм Ҡыҙыл майҙанда 680 сауҙа рәте иҫәпләнә, улар өс төргә бүленә:

« Различались лавки, полулавки и четверть-лавки — постоянные крытые места торговли. Размер лавки был установлен такой: 2 сажени в ширину и 2 ½ сажени в глубину; полулавки и четверть-лавки были соответственно меньших размеров. Кроме лавок были винные погреба, палатки и «кади» — кадью называлось место квасника или торговца другим каким-либо напитков, располагавшегося со своим товаром под открытым небом[36]. »

1635 йылда Михаил Фёдорович хакимләғә ваҡытында Ҡыҙыл майҙанда таш Ҡунаҡһарай төҙөлә. Ул заманда йәшәгәндәр уны «дивный и весьма приукрашенный» тип һүрәтләй: бина өсөн кирбестәр немец өлгөһө буйынса голланд оҫтаһы Рудерик Мартыс заводында эшләнә, фасадын һүрәтле йоҡа кирбес һәм һырлы таш менән биҙәлә. Төп ҡапҡалар алтын ике башлы бөркөт менән биҙәлә. Төҙөлөш өсөн аҡсаны ҡаҙна ғына түгел, билдәле өлөштө даими сауҙа нөктәләре булған сауҙагәрҙәр индерә[37]. Һуңыраҡ, 1664 йылда, батша Алексей Михайлович яңы Ҡунаҡһарайҙы үҙенең атаһының ҡоролмалары эргәһендә төҙөргә бойора һәм майҙанда сауҙа итеү тәртибен индерә. Ул ваҡытта ҡала халҡына Кремль диуарҙары эргәһендә төҙөлөш эштәре алып барыу тыйыла, ә ҡырҡтартмасыларҙы һәм лотоктан һатыусылар икенсе баҙарҙарға күсерәлә:

« А от Гостина двора — кожевной и уксусной ряд и сусленников, и квасников… и гречников, и гороховников, и молочницъ <...> с Большой улицы и с площади сослать. Такими заботами московское правительство старалось улучшить центръ московской торговли, но онъ упорно продолжал сохранять свои бытовые особенности, столь поражавшие всех западных путешественниковъ[37]. »

Сауҙа лавкалары ҡаршыһына шунда уҡ эшләнгән пушкалар ҡуялар, уларҙың ҡайһы берҙәре асыҡ һауала, ҡайһылары таш сатырҙа була. Барлыҡ ҡорал көбәге менән көнсығышҡа — ихтимал булған дошман килеп сығыу яғына төбәлә. Яҡында «ҡаланың „Под пушками“ тип аталған иң фәхеш ҡабағы» эшләй[14][29][26].

XVII быуат һуңы Ҡыҙыл майҙандың архитектура ансамбленең сәскә атыу осоро була. 1681 йылда батша указы менән төҙөлөштә ағас ҡулланыу тыйыла, шуға күрә ул тулыһынса тиерлек таш биналар менән тула һәм яңы инеү урыны эшләнә: Воскресенск ҡапҡалары декоратив сатыр һәм ике башлы бөркөт менән яңыртыла[38]. 1697 йылда Монета ихатаһы ҡалҡып сыға, Кремль диуарҙары ағатрыла, ә Покров соборына ике яңы баҫҡыс эшләнә[39].

Пётр I осоронда, 1698 йылда Ҡыҙыл майҙан ваҡытлы прилавкаларҙан һәм ваҡ ҡоролмаларҙан тулыһынса таҙартыла, сауҙаның билдәле өлөшө Ҡытай-ҡаланың икенсе урындарына күсерелә. Бары тик тауарҙарын йөрөп һатҡан ҡырҡтартмасыларға ғына ҡалырға рөхсәт ителә. 1699 йылда төньяҡ өлөшөндә, элекке ағас бина урынына таштан яңы Земский приказ бинаһы төҙөлә. Ул Европа Ратушаһы стилендә биҙәлә, фасадтары һүрәтле йоҡа кирбес һәм һырланған аҡ таш менән биҙәлә[40].

XVI—XVIII быуаттарҙа Ҡыҙыл майҙан сәйәси тормош урыны була: халыҡ унда йыйыла, яңылыҡтар буйынса фекер алышына, сыуалыштар һәм баш күтәреүҙәр була, ә Язалау урынында батша указдаоы уҡыла, айырым осраҡтарҙа күрһәтмә язалауҙар ойошторола. 1570 йылдың 25 июлендә уларҙың иң ҙуры тормошҡа ашырыла — «опричнина терроры» ҡыҙған ваҡытта, заговорҙа шикләнеп Иван Грозный 100-ҙән ашыу баярҙы язаларға бойора. 1671 йылда Яза урыны эргәһендә Степан Разин язалана, ә стрелецтарҙың ике бунтынан һуң бер нисә йыл Ҡыҙыл майҙанда дар ағастары тора. 1768 йылда эшафотта Дарья Салтыкова тора: ул «яфалаусы һәм йән ҡыйыусы» тигән яҙыу элеп, бағанаға ҡаҙаҡлап ҡуйыла[41].

XVIII быуат

undefined

Баш ҡала Санкт-Петербургҡа күсерелгәс, Кремль һәм Ҡыҙыл майҙан дәүләттең сәйсәи үҙәге ролен юғалта. 1704 йылда Петра I бороғо буйынса Ҡыҙыл майҙанда беренсе театр — «комедия палатаһы» эшләй башлай. Уның өсөн Спасс һәм Никольск ҡапҡалары араһында ҙур булмаған ағас бина төҙөлә[29][43]. Етәксе итеп Данцигтан немец Иоганн Куншт саҡырыла, ул Илсе приказы подьячийҙарынан труппа төҙөй. Александр Македонский, Публий Корнелий Сципион Африканский, Тамерлан тормошонан тарихи ваҡиғалар сәхнәләштерелә[44].

1786 йылда Екатерина II указы буйынса Ильинканы, Варварканы, Яза урыны эргәһен таҙартырға ҡарар ителә: лавкаларҙың ҙур өлөш алына, уларҙың хужаларына Кремль диуары эргәһендә төҙөлөш өсөн урын бирелә. Прежние торговые ряды «представляли ещё более фантастического разнообразия, быв составлены из лавок с противоположными товарами, одна подле другой выстроенных, по вкусу и способам владельца»[14]. Исследователи сходятся во мнении, что эта реконструкция не была успешной. Так, профессор Зеленецкий отмечает:

« В 1784 году <...> построили ряд лавок каменных, в два этажа, лицом на площадь. В некоторых из них торговали мелочными товарами; все другие были пусты; никто не нанимал их, потому что зимой оне были заносимы снегом, а весною, летом и осенью, в сырую погоду, к ним трудно было подойти от грязи: площадь не была ещё вымощена[45].

»

1796 йылда майҙандың ҙур өлөшөнә — плац-парадҡа таш түшәлә, ҡалған өлөшө тупраҡ килеш ҡала. Период конца XVIII быуат һуңы осоро майҙан тарихында бик әһәмиәтле булмай — ул ташландыҡҡа әйләнә[45]:

« Кругом Кремля, а может быть и во всей Москве, самое сорное и нечистое место было именно пространство от Беклемишевской до Спасской башни[46].

»

XIX быуат

undefined
undefined
undefined


XIX йөҙ йыллыҡта Ҡыҙыл майҙан ҡабаттан сәскә ата башлай. 1804 йылда беренсе тапҡыр тотош территорияға таш түшәлә, уның ике яғынан яңы сауҙа рәттәре булдырыла[46]. Элеккеләре 1812 йылда һүтеп алына, шунда уҡ Спасс күпере һәм Покров соборы эргәһендәге лавкаларҙы ҙа алалар. Яңы рәттәр 1912 йылғы янғында ҙур зыян күрә. Өс йылдан һуң ҡала властары уларҙы реконструкцияларға ҡарар итә, етәксе итеп архитектор Осип Бове тәғәйенләнә. Майҙанға яҡын булған һәм Кремль күренешен ҡаплап торған рәт алына, Алевизов соҡоро тигеҙләнә һәм ваҡланған таш һалына. Ҡыҙыл майҙан ҡабаттан XVIIТ быуаттағы сиктәренә эйә була, әммә баҙар ролен башҡарыуҙан туҡтай һәм гормониялы архитектура ансамленә әүерелә. 1818 йылда Үрге сауҙа рәттәре эргәһендә архитектор Иван Мартостың Минин менән Пожарскийға һәйкәле ҡуйыла[47].

Бовеның ампир сауҙа үҙәге 1880 йылға, Ҡыҙыл майҙанды үҙгәртеп ҡороуҙың һәм яңыртыуҙың яңы этабы башланғанға тиклем тора[48][49][50]. Был ваҡытҡа сауҙа рәттәре биналары ныҡ туҙа һәм ҡала управаһы уны ябыуҙы талап итә. Биналарҙы ҡуртымға алыусылар заманса бина төҙөргә ҡарар итеп, акционерҙар йәмғиәте ойоштора, уның дөйөм капиталы биш миллион һум тәшкил итә. Ябыҡ архитектура конкурсында Александр Померанцевтың быяла түбәле (Владимир Шохов тәҡдим иткән тиҙәр) проекты еңеү яулай. Уларҙың етәкселегендә яңы Үрге сауҙа рәттәре төҙөлә һәм 1894 йылда асыла. Өс ҡатлы, инеү урынында башнялары булған бина ғәҙәти булмаған, аралары 16 метрға еткән быяла түбәле була. Фасады мәрмәр һәм ҡыҙғылт һары төҫтәге ҡомташ менән биҙәлә, ә декоратив элементтар прототибы булып урта быуат рус ҡорамдары өлгөләре тора. Тарихсы һәм рус археологияһына нигеҙ һалған Иван Забелин уларҙы «ирекле һайланған формалар түгел, ә ныҡ уйланылған һәм хисле төркөм» тип атай. Яңы бина замандаштарын һоҡландыра һәм артабан Рәсәйҙең сауҙа рәттәре архитектураһына һиҙелерлек йоғонто яһай. Төҙөлөш арҡаһында Минин һәм Пожарский һәйкәле Ҡыҙыл майҙандың уртаһына күсерелә[51].

1874 йылда Земский приказ бинаһы һүтелә: модала рус стиле була, ә был Петр дәүеренең архитектура өлгөһө «артыҡ Европаса» булып тойола. Бушап ҡалған участка Дәүләт тарих музейына бирелә[52]. 1892 йылдан Ҡыҙыл майҙанға электр үткәрелә һәм беренсе фонарҙар Минин менән Пожарский һәйкәле эргәһенә ҡуйыла[53][54][55].

XX быуат

undefined
undefined

Трамвай

undefined

1909 йылдың йәйендә Ҡыҙыл майҙанда трамвай йөрөй башлай: беренсе линия рельсы Кремль үткәүеленән Үрге сауҙа рәттәренә, артабан Минин менән Пожарский һәйкәленә һәм Василий Блаженный соборына элмәк рәүешендә һалына. Артабан маршрут Васильевск төшөүенән Мәскәү йылғаһының Ҙур күперенә үтә[56][57][58]. Быуат башындағы фотоларҙа таш түшәлгән урамдарға йоҡа ғына итеп асфальт юлдар һалынғаны күренә. 1938 йылдан майҙанда автотранспорт хәрәкәте рөхсәт ителә[59][60].

Майҙанда трамвай йөрөүе йәмғиәттә резонанс тыуҙыра, тәнҡитселәр араһында архитектор Фёдор Шехтель менән рәссам Виктор Васнецов та була. Ҡаршылыҡ кампанияһын графиня Прасковья Уварова етәкләй. Уның етәкселегендә император археология йәмғиәте исеменән мәскәү управаһына һәм шәхсән император Николай II һәм Рәсәй империяһының Министрҙар советы рәйесенә түбәндәге ялыу ебәрелә:

« В настоящее время Красная площадь перерезана в разных направлениях линиями электрического трамвая со столбами и проводами для них таким образом, что вид на памятник Минину и Пожарскому, на собор Василия Блаженного, на Спасские ворота и Кремль прорезывается кривыми линиями проводов и загораживается столбами[56]. »

Яңы танспортты ҡала управаһы башлығы Николай Гучков менән ваҡытында Пушкин музейын булдырыу буйынса эш алып барған профессор Иван Цветаев яҡлап сыға. Профессор «дәүер юл ҡуйыуҙы талап итә» ти, һәм ҡала халҡы мәнфәғәтендә майҙанда трамвай кәрәк, әммә бағаналарҙы Кремль диуарҙарына яҡыныраҡ күсереү урынлы булыр, тип белдерә[61]. Был килешеүле ҡарар тиҙ арала тормошщҡа ашырыла һәм 1909 йылдың көҙөндә рельстар күсерелә:

« Вагоны теперь идут стороной, не колеся по Красной площади, как это было установлено прежним направлением путей, и останавливаются у Кремлёвской стены, против памятника Минину и Пожарскому. Публика не испытывает больших неудобств от остановки в нескольких шагах от памятника, а Красная площадь много выигрывает в своём виде от того, что вагоны проходят по ней стороной.
Газета «Московские ведомости», 10 ноября 1909 года
»

Ҡыҙыл майҙанда трамвай юлдары линияһы 1930 йылдың авгусына тиклем эшләй[56].

Революциянан һуң

undefined
undefined

Ҡыҙыл майҙан 1917 йылғы революция ваҡиғаларының төп майҙансығына әүерелә: унан Кремль артиллерия утына тотола. Һуңынан унан халыҡҡа телмәрҙәре менән Владимир Ленин мөрәжәғәт итә[5][6]. Большевиктар менән совет власы Ҡыҙыл майҙанға яңы статус бирә: ул барлыҡ тантаналы парадтар, герой революционерҙар, һуңыраҡ юлбашсы мемориалы булып китә. 1919 йылда Яза урынына, «батша бығауҙарынан» ҡотолоу символы булараҡ, өҙөлгән бығауҙар һалына. 1924 йылда майҙанда Ленинға беренсе ағас мавзолей ҡуйыла[57].

1930 йылда, таш кәшәнәне тантаналы асыуға әҙерлек барышында элекке һуйырташтар ваҡланған габбродолерит ташына алмаштырыла[60]. Улар Карелиянан Ропручейск ятҡылығынан килтерелә. Блоктарҙы ярып табалар, шуға күрә һәр плитканың өҫтө ҡабатланмаҫ биҙәкле була. Махсус рәүештә оҙонлоғо — 10-ға 20 сантиметр, ҡалынлығы 20 сантиметрлыҡ (30 тоннаны күтәрә ала) үҙенсәлекле плиткалар эшләнә. Улар мең йыл бер ни булмай ята ала. Шундай уҡ таш Баррикада урамына һәм Троицк күперенә түшәлә[62].

1930 йылдарҙа майҙандың йөҙө тағы ла үҙгәрә: Минин менән Пожарский һәйкәле Покров соборы эргәһенә күсерелә, ә Ҡазан соборн һәм Воскресенск ҡапҡалары алып ташлана. Властарҙың Мәскәүҙе реконструкциялау буйынса генераль планына Ҡыҙыл майҙандың тышҡы яғындағы барлыҡ биналар СССР Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариаты (НКТП) бинаһын төҙөү өсөн һүтеп алыу индерелә. НКТП етәксеһе Григорий Орджоникидзе вафат булғандан һуң проект ябыла. 1938 йылда майҙан составына Васильев төшөү юлы индерелә, ә Үрге сауҙа рәттәре буйлап транспорт хәрәкәте рөхсәт ителә[59].

Һуғыш осоро

undefined

1941 йылдың 7 ноябрендә Ҡыҙыл майҙанда Октябрь революцияһының сираттағы йыллығы уэайынан хәрби парад ойошторола, ғәмәлдә ул армияның һәм тот ош илдең хәрби рухын күтәреү маҡсатынан үткәрелә. Кремль алдынан алдынғы техника һәм барлыҡ хәрби частар вәкилдәре үтә, маршты СССР маршалдары һәм баш командующий Иосиф Сталин күҙәтә[63][64][65].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәү немец авиацияһының даими һөжүме аҫтында була. Маскировка маҡсатында Ҡыҙыл майҙанд тулыһынса үҙгәртелә: ағас конструкциялар ярҙамында унда тотош урамдар эшләнә, мавзолей «ҡалпаҡ» менән ҡаплана, Покров соборы көмбәҙҙәренә тышлыҡ кейҙерелә һәм черепицаһы һоро-ҡара төҫкә буятыла[66]. Шуға ҡарамаҫтан, 1941 йылдың 30 сентябренән 1942 йылдың 20 апреленә тиклем — һуғыштың тәүге йыл ярымында Кремль күп тапҡырҙар утҡа тотола: Ҡыҙыл майҙанға 18 фугас һәм 150-нән ашыу яндырыусы бомба ташлана[64].

1945 йылдың 24 июнендә майҙанда тарихи Еңеү парады үтә, ул СССР-ҙың Германияны еңеүен белдерә. Унда барлыҡ фронт полктары, мәскәүҙе һаҡлау горнизондары, хәрби училищелар һәм академиялар вәкилдәре ҡатнаша[67].

1963 йылдан майҙан йәйәүлеләр йөрөү урынына әйләнә[57]. 1972—1974 йылдарҙа Мавзолей һәм некрополь ремонтлана, түщәлгән һуйырташтар алына, ә Кремль диуарҙарынан 15 метр алыҫлыҡта котлован ҡаҙыла башлай. Тупраҡты алыу өсөн щиттар ҡулланыла. Ул ваҡытта Алевизоа соҡороноң бер өлөшө асыла:

« Дно рва при выходе на проектную отметку котлована (−10 метров) достичь не удалось. Внутренняя стена рва оказалась подобной кремлёвской. Один фасад стены, обращённый внутрь рва, был гладкий и наклонный в сторону Кремля на 1,1 метра на 10 метров высоты. Другой фасад стены, обращённый в сторону Кремля, состоял из арок и был вертикальным. Подобным же образом устроены кремлёвские стены[68].

»

Эштәр тамамланғас, майҙандағы габбродолеритты алып, бетон нигеҙ һалына[16][60].

Совет власы йылдарында Ҡыҙыл майҙан илдең иөп идеология символы һәм сәйәси тормош үҙәге була. 1918 йылдың 1 майынан унда бик күп парад һәм демонстрациялар үтә. Тәүҙә улар «революция эше өсөн һәләк булғандар»ҙы иҫкә алып, етди һәм матәм характерлы булһа, ваҡыт үтеү менән саралар тантаналыға әйләнә һәм яңы режимдың уңыштары, ҡаҙаныштары күрһәтелергә тырышыла. 1919 йылда физкультурниктарҙың беренсе парады үтә, уны Владимир ленин үҙе ҡарай. Һуңынан марш йыл һайын уҙғарыла башлай һәм ҡатнашыусылар һаны бер нисә меңгә етә, улар араһында иң мөһим кеше Иосиф Сталин була[69].

Хәҙерге заман

1990 йылда ЮНЕСКО Мәскәү Кремле ансамбленә һәм Ҡыҙыл майҙанға Бөтә донъя мираҫы объекты статусын бирә. Киләһе йылына тарихи ҡоролманы тергеҙеү процесы башлана: Воскресенск ҡапҡалары, иверск ғибәҙәтханаһы һәм ҡазан соборы яңынан эшләнә. 1989 йылдан Мавзолейҙы һәм Кремль диуарындағы некрополде күсереү буйынса бәхәстәр бара[70][71].

1992 йылдан майҙанда концерттар һәм байрам саралары үткәрелә башлай. 2000 йылдың декабрендә беренсе атпҡыр һырғалаҡ эшләнә[72][73], ул хатта Яңы йыл төнөдә лә эшләй[74].

Баш ҡала властары йыл һайын таш ҡатламын ремонтлай. 2008 йыл башында Хөкүмәт Ҡыҙыл майҙанды ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул итә. РФ Президентының эштәр идарасыһы Владимир Кожин белдереүенсә, уға «бер ваҡытта ла үткәрелмәгән капиталь ремонт талап ителә». Проектҡа Урта сауҙа рәттәре комплексын реконструкциялауҙы ла индерергә планлаштырыла[75]. Финанс ҡатмарлыҡтары арҡаһында план тормошҡа ашырылмай, 2018 йылға ҡарата был эш этаплап алып барыла[16][76][77].

Шау-шыу тыуҙырған ваҡиғалар

undefined
undefined

1987 йылда Васильевск төшөү юлында 18 йәшлек немец һәүәҫкәр осоусыһы Матиас Руст Ҡыҙыл майҙанға ултыра. СССР Сик буйы ғәскәрҙәре көнөндә ул «Сессна-172 Скайхок» самолетында Хельсинкиҙан Мәскәү яғына оса һәм СССР территорияһы буйынса бер нисә мең километр үтеп, Василий Блаженный соборы эргәһенә төшөп ултыра. Был инцидент матбуғатта киң яңғыраш ала һәм Михаил Горбачёвтың хәрби реформаларын үткәреүгә һәм оборона министрлығында һиҙелерлек кадрҙарҙы алмаштырыуға этәргес була[78][79].

2013 йылда Дәүләт универсаль магазины сауҙа йорто 120 йыллығына арнап саралар серияһы уҙғара. Ноябрь уртаһында Ҡыҙыл майҙанда Louis Vuitton брендының 9-ға 13 метр дәүмәлендәге сумаҙан формаһында павильон урынлаштырыла. Эсендә күргәҙмәләр һәм видеоинсталляция ойошторолорға, ә инеү билеттарын һатыуҙан килгән аҡсалар хәйриә фондына тапшырылырға тейеш була. Бындай ҙур күләмле реклама объектын урынлаштыыру матбуғатта шау-шыу тыуҙыра. Проектҡа ҡаршы булыусылар, ҡоролма рөхсәтһеҙ ҡуйылған, ә конструкция үҙе тарихи ансамблдең бөтөнлөгөн тупаҫ рәүештә боҙа, тип раҫлай. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт павильонды реклама тип таный, ә ГУМ вәкилдәре, «һандыҡты урынлаштырыу алдынан килешеүҙең ҙур түңәрәге аша үтелде», тип белдерә[80][81].

2013 йылдың 27 ноябрендә павтльонды һүтә башлайҙар, Louis Vuitton компанияһына «дөйөм ҡулланылыштағы ер участкаларында йөрөүҙе үҙ белдеге менән сикләгән өсөн» 10 меңлек штраф һалына[82].

2013 йыл һуңында Ҡыҙыл майҙанда үткәрелә торған сараларҙың Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән раҫлаған исемлеге баҫыла. Улар:

  • Еңеү парады (9 май);
  • Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө (25 май);
  • Рәсәй көнө (12 июнь);
  • Хәрби вуздар анты;
  • Тарихи парад (7 ноябрь);
  • Хәрби оркестрҙарҙың «Спасская башня» фестивале;
  • Яңы йыл Һырғалағы[83].

Президент хакимиәте белдереүенсә, был ҡарар, тәү сиратта, ҡала халҡы һәм туристар өсөн майҙанды аса. Хөкүмәт вәкилдәре статистика мәғлүмәттәренә һылтанып, Ҡыҙыл майҙанға инеү йылына 200 көн сикләнә йәки тулыһынса тыйыла, тип белдерә. Яңы ҡарар раҫланғандан һуң, төп исемлеккә инмәгән башҡа акциялар һәм саралар үткәреү өсөн килешеү процедураларын үтергә һәм улар федераль әһәмиәткә эйә булырға тейеш[84].

Архитектура ансамбле

  • Дәүләт тарих музейы
  • Никольск башняһы
  • Кремль диуарындағы некрополь
  • Сенат башняһы
  • Ленин мавзолейы
  • Спасс башняһы
  • Василий Блаженный ҡорамы
  • Минин менән Пожарский һәйкәле
  • Урта сауҙа рәттәре
  • Яза урыны
  • Дәүләт универсаль магазин
  • Ҡазан соборы
  • Губерна идаралығы йорто
Ҡыҙыл майҙандың 360 градуслы панорамаһы
Ҡыҙыл майҙандың 360 градуслы панорамаһы

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 Романюк, «Сердце Москвы. От Кремля до Белого города», 2013, с. 181—298
  3. 1 2 Рахматуллин. Точки силы, 2001
  4. 1 2 Жуков. История Москвы в датах, 2013, с. 84
  5. 1 2 Сытин, 1958, с. 78
  6. 1 2 Бондаренко, 2006, с. 282
  7. Рачинский, 2011, с. 231
  8. 1 2 Зеленецкий, 1851, с. 137—209
  9. 1 2 3 Муравьёв, 2007
  10. 1 2 Москва в далёком прошлом, 1962, с. 20, 216
  11. 1 2 3 Сытин, 1958, с. 73
  12. Гейнике, 1917, с. 21—26, 223—224
  13. 1 2 Славянская энциклопедия, 2001, с. 759
  14. 1 2 3 4 Зеленецкий, 1851, с. 137—138
  15. 1 2 Быков, Деркач. «Книга Москвы. Биографии улиц, памятников, домов и людей», 2017
  16. 1 2 3 Александр Воронов. От Красной площади не оставят камня на камне. Коммерсантъ (29 февраль 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  17. Бартенев, «Московский Кремль в старину и теперь», 1912, с. 32—78
  18. 1 2 Москва в далёком прошлом, 1962, с. 213—216
  19. Памятники архитектуры, 1983, с. 387
  20. 1 2 3 4 5 Ян Рачинский. Сколько лет Красной площади? Полит.ру (3 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2018. Архивировано 7 июнь 2018 года.
  21. То есть, места торговли
  22. Мостовые на Руси мостили деревом, которое требовало периодической замены.
  23. Записка о приезде грузинского царя. // Древняя Российская вивлиофика. Ч. VIII. М., 1789. С.119
  24. Указ «О переименовании городских ворот в Москве». Позднейшая публикация: Полный свод законов Российской империи, Т.1. СПб, 1830. С.450.
  25. «в Кремле, которыя ворота назывались Фроловскими вороты, и те ворота Спасския»
  26. 1 2 Бартенев, «Московский Кремль в старину и теперь», 1912, с. 32
  27. 1 2 Гейнике, 1917, с. 21—23
  28. Памятники архитектуры, 1983, с. 392
  29. 1 2 3 Кондратьев, 2012
  30. 1 2 Москва в далёком прошлом, 1962, с. 212
  31. Москва в далёком прошлом, 1962, с. 213—214
  32. Александров, 1987, с. 21
  33. Гейнике, 1917, с. 24
  34. Памятники архитектуры, 1983, с. 391
  35. Зеленецкий, 1851, с. 209
  36. Гейнике, 1917, с. 26
  37. 1 2 Гейнике, 1917, с. 223
  38. Памятники архитектуры, 1983, с. 394
  39. Александров, 1987, с. 20
  40. Москва в далёком прошлом, 1962, с. 215
  41. Светенко, 2017
  42. Вид Красной площади в Москве. Русский музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2019. Архивировано 20 октябрь 2019 года.
  43. Сытин, 1958, с. 31
  44. Рябчиков, Абрамов, Романовский, 1980, с. 88
  45. 1 2 Зеленецкий, 1851, с. 133
  46. 1 2 Бартенев, «Московский Кремль в старину и теперь», 1912, с. 78
  47. Зеленецкий, 1851, с. 134—135
  48. Гейнике, 1917, с. 224
  49. Вся Москва, 2011, с. 399
  50. Бродский, 1990, с. 106
  51. Жукова, 2018, с. 69
  52. Лисовский, 2009, с. 274—284
  53. Фонари электрические с дуговыми лампами на Красной площади. Музей «Огни Москвы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2018. Архивировано 18 май 2018 года.
  54. Крáсная плóщадь. Государственный институт русского языка им. А.С. Пушкина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2018. Архивировано 1 август 2018 года.
  55. Александров, 1987, с. 32
  56. 1 2 3 Московский трамвай, 1999, с. 63
  57. 1 2 3 Кондратьева С. Посмотрите, какой в 1914 представляли Москву через 200 лет, и что об этом думают историки. Afisha Daily (27 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  58. Шахбазян, 2013, с. 110
  59. 1 2 Памятники архитектуры, 1983, с. 398
  60. 1 2 3 Александр Иванов. История московских мостовых: от дерева до плитки. Прогулки по Москве (30 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2018. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
  61. Профессор И.В.Цветаев и художник В.М.Васнецов о Красной площади. «Русское слово» (23 сентябрь 1909). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  62. Самовер Н. Брусчатка – оружие бюрократа. Архнадзор (9 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 20 ноябрь 2017 года.
  63. Захаров Н. С Красной площади на фронт: в столице отметили годовщину парада 1941 года. Вести.RU (7 ноябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  64. 1 2 Девятов, 2010, с. 78—91
  65. Москва военная, 1995, с. 129—152
  66. Борисёнок Ю., Девятов С., Жиляев В., Кайкова О. Кремль бомбили восемь раз. Журнал «Родина» (1 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2018. Архивировано 15 июнь 2018 года.
  67. Куманев, 2010, с. 262—269
  68. Яковлева, 2014
  69. Трушин Е. Газон на брусчатке: как Красная площадь принимала спортивные соревнования. ТАСС (21 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  70. Главный погост в сердце Родины. Что может потревожить тех, кто лежит у Кремлёвской стены, и есть ли ещё места? (10 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2018.
  71. Сергей Брилев. Погребение Ленина: чем хромает идея? Вести.Ру (22 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  72. Первые концерты западных артистов в Москве. Исторический журнал «дилетант» (11 август 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 4 июль 2018 года.
  73. В Москве открывается каток на Красной площади. REGNUM (29 ноябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2010. Архивировано 12 август 2011 года.
  74. Вкатиться в Новый год: на каких катках Москвы можно встретить праздник? (23 декабрь 2024). 23 декабрь 2024 тикшерелгән.
  75. Елена Шмараева, Варвара Петренко. Красная площадь меняет пол. Газета.ru (28 февраль 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  76. Почему на Красной площади каждый год меняют брусчатку. Комсомольская правда (13 апрель 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  77. В Средних торговых рядах появится дополнительное арт-пространство музеев Московского Кремля. Официальный портал мэра и правительства Москвы (24 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  78. Peter Finn. Сомнительный дипломат (перевод: Иван Ъ-Никольский). Коммерсантъ (28 май 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2015. Архивировано 2 март 2016 года.
  79. Миссия Матиаса Руста, или Посадка на Красной площади. BBC Russia (8 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2018. Архивировано 24 август 2017 года.
  80. Установка сундука в Москве прошла круг согласований, заявляют в ГУМе. РИА Новости (29 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  81. Главреду «Сноба» стыдно за истерию по поводу сундука в Москве. РИА Новости (29 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  82. За чемодан на Красной площади компанию Louis Vuitton оштрафовали на 10 тысяч рублей. Вести (2 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  83. Алиса По. На Красной площади можно будет проводить ограниченное количество мероприятий. The Village (11 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 24 апрель 2019 года.
  84. Александр Юнашев, Дмитрий Рункевич. Президент утвердил семь мероприятий, разрешённых на Красной площади. Известия (11 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.

Әҙәбиәт

  • Александров Ю. Н. Красная площадь. — 3-е изд. — М.: Московский рабочий, 1987. — С. 18—32. — 207 с.
  • Бартенев С. П. Московский Кремль в старину и теперь. Исторический очерк кремлёвских укреплений. — М.: Синодальная типография, 1912. — Т. 1. — С. 32—78. — 290 с.
  • Баталов А. Л., Беляев Л. А. Сакральное пространство средневековой Москвы. — М.: Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 400 с. — ISBN 978-5-4284-0001-4.
  • Богуславский В. В. Москва // Славянская энциклопедия. Киевская Русь —Московия: в 2 т. / Е. И. Куксина. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2001. — Т. 1, А-М. — С. [757—760] (стб. 2,3). — 784 с. — ISBN 5-224-002249-5. — ISBN 5-224-002250-9.
  • Бондаренко И. А. Красная площадь Москвы: Архитектурный ансамбль. — М.: Вече, 2006. — 416 с. — (Московский хронограф). — 5000 экз. — ISBN 5-9533-1334-9.
  • Бугаева И. В. Прецедентный топоним как политический символ // Вестник Российского университета дружбы народов. Серия: Теория языка. Семиотика. Семантика. — 2018. — Вып. 9, № 1 (124-135). — С. 124—135. — DOI:DOI:10.22363/2313-2299-2018-9-1-124-135.
  • Буков К. И., Пономарёв А. Н. Парад 41-го года // Москва военная, 1941-1945. — М.: Издательство объединения Мосгорархив, 1995. — С. 129—152.
  • Быков В., Деркач О. Красная площадь. Красивый торг // Книга Москвы. Биографии улиц, памятников, домов и людей. — М.: АСТ, 2017. — 624 с. — (Иллюстрированная история). — ISBN 978-5-17-097263-0.
  • Гнилорыбов П. А., Томчин М. С. Россия в эпоху Петра Великого // (unknown type) — Мәскәү: 2016. — ISBN 978-5-699-87280-0
  • Девятов С. В., Жиляев В. И., Кайкова О. К. Московский Кремль в годы Великой Отечественной войны. — М.: Кучково поле, 2010. — С. 78—91. — 332 с. — 8000 экз. — ISBN 978-5-9950-0083-9.
  • Евдокимов Д. В. Кремль и Красная площадь. — М.: ИТРК, 2003. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 5-88010-160-6.
  • Жуков К. С. 1535-1538 годы - постройка каменной Китайгородской стены // История Москвы в датах. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2013. — С. 84. — 448 с. — ISBN 978-5-373-04748-7.
  • Жукова А. В. Как читать и понимать Москву: интенсивный курс / отв. ред. А. Чудова. — М.: АСТ, 2018. — С. 69. — 192 с. — ISBN 978-5-17-099870-8.
  • Зеленецкий И. К. История Красной площади. — М.: Типография Московского университета, 1851. — С. 137—209. — 237 с.
  • Иванов М. Д. Московский трамвай. Страницы истории. — М.: Мосгортранс, 1999. — С. 62—65. — 250 с. — ISBN 5-00-002936-4.
  • Коллектив авторов. Вся Москва от А до Я. Энциклопедия. — М.: Алгоритм, 2011. — С. 399.
  • Коллектив авторов. Прогулки по Москве и её художественным и просветительным учреждениям / Под редакцией Н. А. Гейнике, Н. С. Елагина, Е. А. Ефимовой, И. И. Шитца. — Москва: М. и С. Сабашниковых, 1917. — С. 21—23. — 716 с.
  • Кондратьев И. К. Красная площадь // Седая старина Москвы. — М.: Директ-Медиа, 2012. — 528 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-203-01664-X.
  • Кудряшов К. В., Яновский А. М. Москва в далёком прошлом. Очерки городской жизни, быта и нравов Москвы XVI-XVII веков / под ред. Д. В. Дягилева. — М.: Московский рабочий, 1962. — С. 19—217. — 395 с.
  • Либсон В. Я., Домшлак М. И., Аренкова Ю. И. и др. Кремль. Китай-город. Центральные площади // Памятники архитектуры Москвы. — М.: Искусство, 1983. — С. 387—398. — 504 с. — 25 000 экз.
  • Лисовский В. Г. Архитектура России XVII-начала XX века. Поиски национального стиля / под ред. В. Аптекмана. — Москва: Белый город, 2009. — С. 274—284. — ISBN 978-5-7793-1629-3.
  • Москва, 1941-1945: атлас / под ред. Г. Куманева. — Феория, 2010. — С. 262—269. — 3000 экз. — ISBN 978-5-4284-0004-5.
  • Муравьёв В. Б. Московские слова, словечки и крылатые выражения. — М.: Алгоритм, 2007. — ISBN 978-5-9265-0301-9.
  • Рачинский Я. З. Красная площадь // Полный словарь названий московских улиц. — М., 2011. — С. 231. — XXVI, 605 с. — ISBN 978-5-85209-263-2.
  • Рахматуллин Р. Точки силы // «Новый Мир» : журнал. — 2001. — № 2. Архивировано 5 сентябрь 2018 года.
  • Романюк С. К. Сердце Москвы. От Кремля до Белого города. — М.: Центрполиграф, 2013. — С. 181—298. — 908 с. — (Москва и Подмосковье. История. Памятники. Судьбы). — 60 000 экз. — ISBN 978-5-227-04778-6.
  • Рябчиков Е. И., Абрамов А. С., Романовский И. С. Красная площадь. — М.: Московский рабочий, 1980. — С. 88.
  • Светенко А. С. История России в датах. — Оригинал-макет, 2017. — ISBN 978-5-9908968-3-3.
  • Сто военных парадов / Под ред. ген.-полк. К. С. Грушевого. — М.: Воениздат, 1974. — 264, [96] с. — 50 000 экз. (в пер., суперобл.) (О военных парадах на Красной площади с 1918 до 1972 года)
  • Шахбазян З. Красная площадь // Вокруг света. — 2013. — № 12. — С. 110.
  • Яковлева О. Тайны московских подземелий. — БММ, 2014. — ISBN 978-5-88353-602-0.
  • Бродский Б. И. Сокровища Москвы. — Изобразительное искусство, 1990. — С. 106. — 376 с. — ISBN 5-85200-163-5.
  • Сытин П. В. Из истории московских улиц. — М.: Рипол Классик, 2013. — С. 31—78. — 848 с. — ISBN 5458429311, 9785458429313.
  • Сытин П. В. Из истории московских улиц. — М., 1958.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә