Рәсәй көнө

Рәсәй көнө (элекке исеме — Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө, шулай уҡ Бойондороҡһоҙлоҡ көнө булараҡ билдәле; рус. Де́нь Росси́и (прежнее название — День принятия Декларации о государственном суверенитете, также известный как День Независимости) — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт суверенитетын иғлан итеүгә арналған дәүләт байрамы. Йыл һайын 12 июндә билдәләнә. 1992 йылдың 11 июнендә РФ Юғары Советы ҡарары менән РСФСР-ҙың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү хөрмәтенә булдырыла[1][2].

Тарихы

1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттарының I съезы РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Документта республика Конституцияһы һәм закондарының Советтар Союзы акттарынан өҫтөнлөгө иғлан ителә, шулай уҡ власть бүленеше һәм граждандар һәм йәмәғәт ойошмалары өсөн тигеҙ хоҡуҡтар принцибы раҫлана[3][4].

Дәүләт ял көнө статусы 1992 йылдың 11 июнендә Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы ҡарары менән нығытыла[1]. Байрам тәүҙә Бойондороҡһоҙлоҡ көнө тип атала[5].

1993 йылдың июнендә Рәсәй граждандарына мөрәжәғәт итеп, Борис Ельцин:

Рәсәй үҙенең дәүләт байрамын — Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн ҡаршылай. Был байрам йәш, байрам беҙҙең тормошобоҙға өс йыл элек, Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткәс килеп инде[6].

1994 йылдың 2 июнендәге президент указы менән байрам милли байрам тип иғлан ителә һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнөнә әйләнә[7].

1998 йылда Борис Ельцин телевизион мөрәжәғәтендә байрамды «Рәсәй көнө» тип үҙгәртергә тәҡдим итә.

undefined

2002 йылда Рәсәй Федерацияһының яңы Хеҙмәт кодексы көсөнә ингәс, был исем рәсми рәүештә раҫлана һәм ял көнө тип иғлан ителә[8].

Ҡабул итеү һәм контекст

Белгестәр әйтеүенсә, ваҡыт үтеү менән байрамға ҡараштар ҙа үҙгәргән. Тәүҙә 12 июнь РСФСР-ҙың Советтар Союзынан айырылыу хоҡуғын тәьмин иткән Суверенитет декларацияһы призмаһы аша ҡабул ителә. Ул ваҡытта был дата йыш ҡына тарихи бәйләнештәрҙең көсһөҙләнеүе һәм дәүләт үҫешенең элекке этабынан алыҫлашыу менән бәйле булған[9]. СССР-ҙың тарҡалыуы ҙур геосәйәси тетрәнеү тип уйлағанда, байрамдың мәғәнәһе үҙгәрә: үткәндәрҙе инҡар итеүҙән бөгөнгө проблемалар буйынса конструктив эшкә һәм киләсәк стратегияһын формалаштырыуға баҫым күсә[10].

2001 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин баһаһа буйынса:

Ошо йылдарҙа беҙ кисергән бөтә нәмә, бөтә тәжрибәбеҙ — уңыштар ҙа, хаталар ҙа — бер нәмә тураһында һөйләй. Ниндәй генә үҙгәртеп ҡороу ҙа халыҡҡа хеҙмәт иткәндә генә мәғәнәле була. Әгәр реформалар граждандарға файҙа килтермәһә, улар уңышһыҙлыҡҡа осрай. Был Рәсәй демократияһының төп һабағы. Беҙ был хаҡта бөгөн, Рәсәй көнөндә һөйләргә тейешбеҙ[11].

ВЦИОМ (рус.)баш. аналитик үҙәге үткәргән тикшеренеүҙең һөҙөмтәләре буйынса, рәсәйҙәрҙең яртыһынан күберәге (57 %) Советтар Союзының тарҡалыуына үкенә, унан ҡотолорға мөмкин ине тип иҫәпләй (2026 йылдың 15 февраленә ҡарата)[12].

Йолалар һәм ваҡиғалар

Байрамдың төп символы булып милли триколор тора, ә үҙәк байрам саралары йола буйынса Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында үтә. 2001 йылдан алып байрам Мәскәүҙә һәм илдең башҡа ҡалаларында салют үткәрелә[1].

undefined

Был көндө Бөйөк Кремль һарайының Георгий залында Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса дәүләт премияларын, шулай уҡ кеше хоҡуҡтарын яҡлауҙа һәм хәйриә эшмәкәрлегендәге күренекле ҡаҙаныштары өсөн, Хеҙмәт Геройы миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтә[4][13][14].

undefined

Ил буйынса ҡалалар милли флагтар һәм тематик баннерҙар менән биҙәлә. Фестивалдәр, концерттар, күргәҙмә проекттар, спорт ярыштары, гражданлыҡ-патриотик саралар үтә.

2024 йылдың ҙур ваҡиғаларының береһе булып Краснодар крайының Сукко ауылында 4 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән Рәсәй флагын күтәреү булды. Ҡара диңгеҙ буйында үткән сарала 1221 кеше ҡатнашты. Был ҡаҙанышты Рәсәй рекордтар китабы белгестәре теркәгән[15].

12 июнь — яңы өйләнешкәндәр араһында популяр дата. 2024 йылда Рәсәй көнөндә Мәскәүҙә 165 никах теркәлде[16].

2007 йылдан алып «Рәсәй өс төҫлө» акцияһы үткәрелә, унда ирекмәндәр дәүләт флагы төҫтәрендәге таҫмалар тарата[1][4].

Бөтә Рәсәй «Беҙ — Рәсәй граждандары!» йолаға әйләнгән. Был сара сиктәрендә уҡыуҙа, спортта йәки йәмәғәт хеҙмәтендә уңышҡа өлгәшкән 14 йәшлек мәктәп уҡыусылары тантаналы шарттарҙа, шул иҫәптән илдең юғары вазифалы кешеләре ҡулынан тәүге паспорттарын ала[1][4].

Рәсәй көнө Башҡортостанда

Башҡортостанда Рәсәй көнө йыл һайын киң билдәләнә. Республика ҡала-райондарында тантаналы саралар, концерттар, спорт ярыштары, халыҡ байрамдары һәм патриотик акциялар ойошторола. Байрам уңайынан дәүләт флагтарын күтәреү, сәскәләр һалыу тантаналары, күргәҙмәләр һәм милли-мәҙәни программалар үткәрелә.

Өфөлә төп байрам саралары ғәҙәттә Ленин майҙанында, Дуҫлыҡ монументы, парк-скверҙарҙа һәм мәҙәниәт учреждениеларында уҙа. 2026 йылда Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө уңайынан «Рәсәй йөрәгендә — минең Өфө» тип аталған төп ҡала байрамы ойошторола. Программаға концерттар, һөнәрселәр йәрминкәһе, гастрономия фестивалдәре, спорт ярыштары һәм ғаилә саралары инде. Шулай уҡ милли көрәш көрәш буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте кубогына турнир, ипподромда ат сабыштары, байдарка һәм каноэла ишеү буйынса ярыштар үткәрелеүе тураһында хәбәр ителде.

Бынан тыш, республиканың төрлө райондарында халыҡ ижады фестивалдәре, йәштәр акциялары, тарихи-патриотик осрашыуҙар һәм хәйриә саралары ойошторола. Рәсәй көнө Башҡортостанда күп милләтле халыҡтарҙың дуҫлығын, гражданлыҡ берҙәмлеген һәм республика менән илгә ҡарата хөрмәтте сағылдырған әһәмиәтле дәүләт байрамы булып тора[17].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 История празднования Дня России - ТАСС. 9 июнь 2026 тикшерелгән.
  2. Указ Президента РФ О государственном празднике Российской Федерации. https://docs.cntd.ru (2 июнь 1994). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  3. 12 июня отмечают День России. Межпарламентская Ассамблея государств — участников СНГ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  4. 1 2 3 4 День России 2026: когда, какого числа, как празднуют 12 июня, история праздника. РБК Life (28 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  5. День принятия Декларации о государственном суверенитете России - День России. ФГБУ «Президентская библиотека имени Б.Н. Ельцина». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  6. Обращение Президента Российской Федерации Б.Н.Ельцина к гражданам Российской Федерации накануне праздника - Дня независимости России. https://yeltsin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  7. День России 2026: какого числа, история и традиции. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  8. День России 2026: когда отмечается и что за праздник (12 июнь 2025). 9 июнь 2026 тикшерелгән.
  9. Декларация о государственном суверенитете Российской Советской Федеративной Социалистической Республики. https://docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  10. Путин разъяснил свои слова о "геополитической катастрофе" в контексте распада СССР - ТАСС. 9 июнь 2026 тикшерелгән.
  11. Выступление на торжественном приеме по случаю Дня принятия Декларации о государственном суверенитете России. http://www.kremlin.ru (12 июнь 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  12. Опрос показал, сколько россиян сожалеют о распаде СССР (17 март 2026). 9 июнь 2026 тикшерелгән.
  13. В День России Владимир Путин вручил медали «Герои труда РФ»: Кого наградил президент (12 июнь 2024). 9 июнь 2026 тикшерелгән.
  14. Путин в День России вручил госпремии и медали Героев Труда. www.rbc.ru (12 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  15. На Кубани в День России развернули самый большой триколор страны. 9 июнь 2026 тикшерелгән.
  16. В День России в Москве поженились 165 пар (13 июнь 2024). 9 июнь 2026 тикшерелгән.
  17. Стало известно, как в Уфе пройдет День России и День города. Башинформ (3 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.