Дуҫлыҡ монументы
Дуҫлыҡ монументы (рус. Монумент «Дружба») — Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығына ҡуйылған монумент. Һәйкәл Өфө ҡалаһының Беренсе май майҙанында урынлашҡан. Ҡала үҙәгендәге тарихи урын Иҫке Өфөнең Троица ҡалҡыулығында ҡуйылған. Был урында элекке Өфө кремле һәм юҡҡа сығарылған Троица сиркәүе булған[1][2][3].
Һәйкәл Рәсәйҙең мәҙәни мираҫы объекты һәм дәүләт тарафынан һаҡлана[4].
Тарих
Бөгөнгө Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан урында элек ағастан төҙөлгән Өфө кремле булған. Кремль янғын ваҡыныда янып бөтә, уның урынына Троица сиркәүе төҙөлә. Сиркәү 1930 йылда ябыла һәм 1956 йылдың июнендә емертелә.
1957 йылда Башҡортостандың Рус батшалығына үҙ ихтыяры буйынса ҡушылыуының 400 йыллығы тантаналы рәүештә билдәләнә. 14 июнь көнө монумент нигеҙенә мәрмәр таҡтаташ ҡуйыла, унда ошондай яҙыу була:
«Бында Башҡортостандың Рус дәүләтенә ихтыяр менән ҡушылыуының 400 йыллығына арналған монумент төҙөләсәк»
Монументты проектлау 1961 йылда ғына башлана. Ә асыу тантанаһы 1965 йылдың 7 авгусында була. Монументты төҙөүҙә скульпторҙар М. Ф. Бабурин һәм Г. П. Левицкая, шулай уҡ архитекторҙар Е. И. Кутырев һәм Г. И. Гаврилов ҡатнаша.
Монументтың төп символы — ергә ҡаҙылған ҡылыс формаһындағы ҡыҙыл граниттан эшләнгән ике стела. Стелаларҙың бейеклеге 30 метр[5].
Монумент нигеҙендә бронзанан эшләнгән ике ҡатын һыны урынлашҡан. Улар, ярым боролош менән бер-береһенә ҡарап, ике яҡта ултыра. Был һындар Рәсәй һәм Башҡортостанды символлаштыра. Ҡулдарында улар тыныслыҡ билдәһе — лавр таждары тотҡан. Монументҡа «1557 — 1957» һандары һәм ошондай яҙыу уйып яҙылған:
СЛАВА ВЕЛИКОЙ БРАТСКОЙ ДРУЖБЕ РУССКОГО И БАШКИРСКОГО НАРОДОВ
РУС ҺӘМ БАШҠОРТ ХАЛЫҠТАРЫНЫҢ БӨЙӨК ТУҒАНЛЫҠ ДУҪЛЫҒЫНА ДАН
Монументтағы рельефтар башҡорт бейҙәренең рус подданлығын ҡабул итеү мәлдәрен, рус һәм башҡорт эшселәренең ҡул ҡыҫышыуын, сәнәғәт, фән, мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш символдарын һүрәтләй.
Монументҡа Ағиҙел йылғаһынан күтәрелеү өсөн 96 күтәрмәле граниттан эшләнгән күтәрмә төҙөлгән.
Монумент төҙөлөшө — архитектура, скульптура һәм инженерлыҡ ҡеүәтенең берҙәм сағылышы. Уның төп үҙенсәлеге — ауырлыҡ үҙәге ер аҫтында урынлашҡан, был уға ныҡлы тотороҡлолоҡ тәьмин итә[6].
Монументтың нигеҙенең диаметры 13 метр һәм бейеклеге 6 метр. Ҡатын-ҡыҙ һындарының прототиптары бар. Башҡорт ҡатын һынының моделе Зөһрә Моратова булған.
Һәйкәлде асыу тантанаһында Мостай Кәрим ошондай һүҙҙәр әйтә: «Беҙ киләсәк быуындарға васыят ҡалдырабыҙ: Урал тауҙары торғансы, Ағиҙел йылғалары аҡҡансы, әсәйҙәр балаларын күкрәк һөтө менән туйҙырғансы — дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ байрағына тоғро ҡалығыҙ!»
2006 йылда Башҡортостан Республикаһында «Төҙөкләндереү йылы» сиктәрендә Дуҫлыҡ монументы реставрациялана һәм уның тирә-яғы йәмләндерелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Монумент Дружбы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Монумент Дружбы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ П. В. Егоров. Троица сиркәүе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Постановление Совмина РСФСР от 04.12.1974 г. № 624 "О дальнейшем улучшении дела охраны памятников культуры в РСФСР". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2018. Архивировано 15 апрель 2018 года.
- ↑ Егоров, Чечуха, 2017, с. 150
- ↑ Миннигулова, 2014, с. 111, 132
Әҙәбиәт
- Егоров П. В, Чечуха А. Л. Путеводитель по исторической части Уфы. — Уфа: Белая Река, 2017. — С. 150. — 207 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-87691-141-4. Архивная копия от 15 апрель 2018 на Wayback Machine
- Миннигулова Ф. М. Искусство скульптуры Башкортостана второй половины XX века. — Уфа: УГНТУ, 2014. — С. 111, 132. — 292 с. — ISBN 978-5-88469-654-9.
Һылтанмалар
- Монумент «Дружба»
- Павел Распопов. Монумент Дружбы // Наш Урал : информационный портал. — 2016. — 17 января.
