Өфө кремле

Өфө кремле — урта быуаттарҙағы башҡорттар «Имән ҡала» тип атаған Өфө II ҡаласығы урынында төҙөлгән[1] беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған тарихи ҡоролма.

Ул дөйөм оҙонлоғо 440 метр оҙонлоғондағы ағас диуарҙан торған[1][2][3][4]. Көньяҡтан һәм төньяҡтан имән башнялары булған[1].

Уға Михайлов, Николь, Мөйөш башнялары, Воевода йорто, фарман өйө, Смоленск соборы, сиркәү манараһы, иген келәттәре һәм төрмә ингән[1].

Тарихы

undefined

Өфө өйәҙе Рәсәй дәүләтенә ингәндән һуң, крайҙа воевода идараһы индерелә. 1856 йылда Соҡалаҡ һәм Нуғай йылғалары тамағында, Троицк ҡалҡыулығында Мәскәүҙән ебәрелгән беренсе воевода Михаил Нагой етәкселегендәге уҡсылар тарафынан урта быуаттарҙағы башҡорттар «Имән ҡала» тип атаған Өфө II ҡаласығы урынында төҙөлә[1][5][6]. Өфө ҡәлғәһенең нигеҙләнеүе лә ошо датанан иҫәпләнә. Ҡала диуарҙары төҙөлөп, посад — ҡәлғәгә терәлеп торған сауҙа-сәнәғәт өлөштәре барлыҡҡа килгәс, ҡала уртаһында барлыҡҡа килгән острог Кремль тип атала башлай. Артабан ул киңәйә, XVII быуатта уның яңы диуарҙары, башнялары һәм башҡа ҡоролмалары барлыҡҡа килә.

1759 йылда дауыл ваҡытында иң ҙур Михайловка башняһын йәшен ата һәм янғын башлана. Өфөлә был ваҡытта янғын һағы булмағанлыҡтан, янғынды туҡтатып булмай. Кремләдн тыш бик күп ҡорамдар һәм йорттар янып юҡҡа сыға, кремлдән ни бары Смоленск соборы ғына тороп ҡала.

Һуңынан Кремль үҙгәртеп тергеҙелә. Уның дөйөм майҙаны 71 гектар була, әммә ул да оҙаҡ тормай, уның тураһында һуңғы тапҡыр 1779 йылда иҫкә алына.

2016 йылда Өфө ҡалаһының Ҡала дизайны үҙәге кремлде тергеҙеү буйынса план эшләй, әммә ул Дуҫлыҡ монументы урынында түгел, уның ҡаршыһында, Ағиҙелдең яр буйында булырға тейеш.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Р.Буканова. Өфө кремле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Основание города 2012 йылдың 29 март көнөндә архивланған.
  3. Шутелева Ия Александровна, Щербаков Николай Борисович. Результаты археологических исследований территории Уфимского кремля «Древней Уфимской крепости» 2011–2019 годов // Путь в археологии длиною в жизнь: памяти ученого-археолога, педагога Михаила Федоровича Обыденнова. — 2021. — Вып. 1. — С. 116–122.
  4. Щербаков Николай Борисович, Шутелева Ия Александровна, Леонова Татьяна Алексеевна, Хакимова Лилия Сагадиевна. Развитие южной части Уфимского Кремля в XVIII - XIX вв.: проблемы истории, историографии, археологии. // Современная научная мысль. — 2022. — Вып. 2. — С. 121–124. — ISSN 2308-264X.
  5. Узиков М. Краеведческий калейдоскоп. Кто такой Иван Нагой? // Бельские просторы. — 2006. — № 4. — С. 130–136.
  6. Гудкова З. И. Иван Григорьевич Нагой, основатель города Уфы // Культурное наследие славянских народов Башкортостана. — Уфа, 1996.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә