С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы
Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы (рус. Дворец культуры имени С. Орджоникидзе) — Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендәге тәүге мәҙәниәт һарайы. Элек Өфө нефть эшкәртеү заводыныҡы булған; халыҡта «Орджон» тип йөрөтәләр[1][2][3][4][5][6][7][8][9]. Бина алдында Серго Орджоникидзе һәйкәле ҡуйылған.
XX быуаттың архитектура ҡомартҡыһы, төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Серго Орджоникидзе майҙанының һәм Беренсе Май урамының көнбайыш өлөшөнөң архитектура доминанты[10].
Хәҙер бина Өфө дәүләт нефть техник университетына һигеҙенсе уҡыу корпусы итеп бирелгән.
Тасуирламаһы
830 һәм 200 урынлыҡ ике тамаша залы, грим яһау һәм костюмдар бүлмәләре, хор класы, спорт һәм бейеү залдары, уҡыу залы булған китапхана, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, Хеҙмәт даны музейы бар.
Архитектураһы буйынса оҡшаш ошондай уҡ мәҙәниәт һарайы 1957 йылда Яңы Куйбышев ҡалаһында төҙөлә[11]. Ул да шулай уҡ Черниковкалағы кеүек майҙандағы радиаль ҡулса үҙәгендә урынлашҡан.
Тарихы
Проект 1950 йыл башында раҫлана, унда архитекторҙар С. А. Маслих һәм О. А. Яфа күрһәтелгән[12]. 1952—1955 йылдарҙа академик В. А. Веснин исемендәге архитектура оҫтаханаһында архитектор Н. П. Шабаров эшләгән проект буйынса неоклассика стилендә төҙөлә[6]. Мәҙәниәт һарайы булараҡ 1956—1999 йылдарҙа әүҙем эшләй, бында 31 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм төрлө йүнәлештәге ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса 24 клуб була[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 С. Д. Фазылова. Дворец культуры им. С. Орджоникидзе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Улица Первомайская От Дворца имени С. Орджоникидзе до кинотеатра «Победа» - «Уфимская мозаика»: краеведческий портал библиотек Уфы. mozaika.ufa-lib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ Утеря памяти. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ Улица Первомайская. От Дворца имени С. Орджоникидзе до кинотеатра «Победа» (билдәһеҙ). Посреди России (6 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ Улица Первомайская: «уфимский Питер» (билдәһеҙ). Городской проект «СОТЫ» (14 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ 1 2 Он проектировал Черниковск. ufaved.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ Дворец Орджоникидзе | Культурный Сезон (билдәһеҙ) (15 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ Ян Романов. Дома-коммуны и футуристичные эксперименты: как должна была выглядеть Уфа на самом деле. Bash.News (19 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ Самые удивительные шедевры сталинского ампира в Уфе. Собака.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ Кто разрушает архитектурную симфонию Черниковки? (билдәһеҙ). Посреди России (22 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ История (билдәһеҙ). Театрально-концертный комплекс "Дворец Культуры". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022.
- ↑ Р. Янгиров. Большой дворец для маленького города // Истоки : газета. — 2021. — 17 октябрь.
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019 (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2025)
• Дворец культуры имени Серго Орджоникидзе (рус.)
• Дворец культуры имени Серго Орджоникидзе (рус.)