В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Герб России

Рәсәй Федерацияһының
мәҙәни мираҫы

В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы
Административ-территориаль берәмек Өфө
Дәүләт
Рәсем
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы (ДДТ; тәүҙә — Пионерҙар һарайы; 1967 йылдан — В. М. Комаров исемендәге) — ғәмәлдәге балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, Өфөләге беренсе Балалар ижады һарайы. XX быуаттың икенсе яртыһындағы архитектура ҡомартҡыһы[1][2][3][4].

1967—2015 йылдарҙа балалар ижады һарайында «Хыялға ҡаршы» балет тетары эшләй[5]. Унда балет артистары Р. Х. Нуриев[6], совет һәм Рәсәй рок-музыканты Ю. Ю. Шевчук[7] белем ала.

1936 йылдың ғинуарында, 1941 йылда Өфөгә Коминтерн эвакуацияланғанға тиклем Өфө коммерция училищеһы бинаһының һул яғында (Ленин урамы, 61), тәүҙә — Пионерҙар йорто, февралдән Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто булараҡ асыла.

1937 йыл башына Өфө коммерция училищеһына төкәтмә булараҡ, бинаға өсөнсө ҡат өҫтәп Пионерҙар һәм октябряттар һарайын төҙөү күҙалланған территорияла грунтты тикшереү буйынса инженер-геология эштәре башлана. Проект архитекторы Д. Е. Шибаев була. Архитекторҙар эргәлә Башҡорт АССР-ында беренсе астрономия обсерваторияһын проектлай, әммә ул һуңынан кире ҡағыла. 1937 йылдың йәйендә Өфө коммерция училищеһы бинаһында реконструкция башлана, ул 1938 йыл һуңында, финанслау булмау сәбәпле, туҡтатыла[2].

1937 йылда «Башпрогор»ҙың баш архитекторы Н. Ю. Лермонтов Пионерҙар һарайының яңы проектын тәҡдим итә, 1938 йылда архитектор А. И. Филоновтың проекты хуплана.

1941—1945 йылда Башҡортостан тимер юлы төҙөлөшө бинаһында (К. Маркс урамы, 12)[8] урынлаша. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 1941 йылда 5-се балалар йорто бүлмәһендә (Кирова урамы, 37, Бкалалар приюты бинаһы), 1943 йылда 13-сө махсус мәктәп бинаһында (Гоголь урамы, 34, Хитровскаяның Өфө шәхси ҡатын-ҡыҙҙар прогимназияһы бинаһында) урынлаша.

1949 йылда Башҡорт АССР-ының Министрҙар советы ҡарары менән Пионерҙар йортона К. Маркс урамындағы 16-сы йорттоң икенсе ҡаты бирелә (хәҙер был урында Өфө фән һәм технологиялар университетының етенсе корпусы тора).

1954 йылдың 3 июлендә РСФСР-ҙың мәғариф министры академик И. А. Каиров бойороғо менән Пионерҙар йортон төҙөү проекты раҫлана. 1956 йылдың майында Башҡорт АССР-ының Министрҙар советы Пионерҙар һарайын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.

1958 йылдың 30 авгусында КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты беренсе секретаре З. Н. Нурыев «Башпроект» институтының баш архитекторы В. А. Кондрашков проекты буйынса 3-сө төҙөлөш тресы неоклассика стилендә төҙөгән бинаны аса[9][10][11][12]. Нигеҙ итеп Рязань ҡалаһы өсөн архитектор И. П. Антипов эшләгән проект алына[13][14]. 1959 йылдың 4 ғинуарында тапшырыу-ҡабул итеү актына ҡул ҡуйыла.

1967 йылдың 24 июлендә РСФСР Министрҙар советы ҡарары менән Пионерҙар һарайына ике тапҡыр: 1964 йылдың декабрендә һәм 1965 йылдың авгусында килеп киткән ике тапҡыр Советтар Союзын Геройы осоусы-космонавт В. М. Комаров исеме бирелә.

1968 йылда Пионерҙар һарайы Иван Яҡутов исемендәге балалар паркы менән берләштерелә.

1986 йылдан — Республика Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы, 1992 йылдан — Өфө ҡала Пионерҙар һарайы, 1995 йылдан — Өфө ҡала Балалар ижады һарайы. 2011 йылдан — ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе[15].

2002—2003 йылдарҙа бина «Башкиргражданпроект» проекты буйынса реконструкциялана: төҙөлөш эштәрен «Башнефтезаводстрой» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт башҡара[16]

Бинала 380 урынлыҡ акттар залы, китапхана, изостудия, хореография һәм компьютер кластары, декоратив-ҡулланма ижад оҫтаханаһы, туристик клубы, спорт залы бар. Һарайҙа төрлө йүнәлештәр буйынса 100-ҙән ашыу балалар берекмәһе эшләй.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Неоклассика стилендәге ике ҡатлы бинаның төп фасады Карл Маркс урамы менән киҫешкән Революция урамына ҡарай.

Бинаға фасадтан бер ни тиклем сығып торған торған өлөшө айырым әһәмиәт бирә. Ул коринф капителле алты колонна менән биҙәлгән, ҡабырға колонналары парлы. Һомғол колоннада икенсе ҡаттағы өс ҙур тәҙрәнең арка уйымын ҡапламай — улар ингән ишек өҫтөнә өҫтәмә акцент бирә. Фасад буйынса аралашып килгән сандрик менән тәҙрәләрҙең һәр икенсеһе айырым декоратив биҙәк булып тора. Ҡабырғанан сығып торған өлөш фронтондар менән тоташа.

  1. В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 В. Н. Буравцов. Дворец пионеров в Уфе. История создания // Бельские просторы : журнал. — 2022. — № 5.
  3. Уфимский Дворец детского творчества имени В. М. Комарова отмечает 75-летний юбилей. www.bashinform.ru. Дата обращения: 28 февраль 2023.
  4. Дворец пионеров. QR-коды.
  5. О. Г. Вильданова. «Мечте навстречу», театр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Уфимский дворец пионеров отмечает восьмидесятилетие.
  8. Названия некоторых зданий в Уфе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. К. А. Донгузов, А. Е. Навозова. Стили архитектурные // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. М. Р. Батырова. Кондрашков Виктор Антонович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. В. О. Баварский. «Башкиргражданпроект», институт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. Самые удивительные шедевры сталинского ампира в Уфе. Собака.ru. Дата обращения: 28 февраль 2023.
  13. Ирина Сизова. Лучшее — детям (билдәһеҙ). Рязанские ведомости (7 март 2019). Дата обращения: 28 февраль 2023.
  14. Антипов Игорь Петрович (1907–2000-е) (билдәһеҙ). tramvaiiskusstv.ru. Дата обращения: 28 февраль 2023.
  15. В Башкирии три учебных заведения стали ассоциированными школами ЮНЕСКО. www.bashinform.ru. Дата обращения: 28 февраль 2023.
  16. Реконструкция Уфимского городского Дворца детского творчества | Общественные центры | Объекты | Проектный институт «Башкиргражданпроект» г. Уфа. www.bgp.ru. Дата обращения: 13 март 2023.