Еңеү паркы (Өфө)
Еңеү паркы (рус. Парк Победы) — Башҡортостан Республикаһының (Рәсәй) баш ҡалаһы Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында, Дежнев тауының иң бейек нөктәһендә, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан мемориаль парк[1][2]. Парк Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү, шулай уҡ Афған һуғышы һәм башҡа локал һуғыштар ҡорбандарына арналған. Паркка тарих, ҡала төҙөлөшө һәм архитектура һәйкәле булараҡ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 9 декабрендәге 693-сө ҡарары нигеҙендә, Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы объекты статусына бирелде[3]. Комплекс составына Республика Хәрби Дан музейы һәм күп һанлы хәрби техника экспонаттары инә.
Тарихы
Парк Дежнев ҡалҡыулығында урынлашҡан. Ағиҙел йылғаһы буйындағы уба итәгендә Дежневка (Дежнево) ауылы булған, ҡалҡыулыҡты ла шулай атағандар. XX быуат башында, йылға буйында урман ҡаплаған тау янында, пассажир пароходтары пристане булған[2].
Дежнев тауында парк 1947 йылда асыла. Ул ваҡытта паркта бәүелсәктәр, карусель, күҙәтеү тәгәрмәсе була. «Нефтсе» паркы тип аталған. 1950-се йылдар уртаһында ҡаланың баш архитекторы М. Н. Куприянова тарафынан тау битләүен йәшелләндереү эштәре башлана[2]. Артабанғы 1965 йылда паркты системалы төҙөләндереү һәм мемориаль комплекс итеп үҙгәртеп ҡороу эштәре башлана һәм 1985 йылға тиклем дауам итә[2].
1980 йылдың 8 майында Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәм Александр Матросов хөрмәтенә мемориал асылғас парк «Еңеү паркы» тип атала. Һәйкәлдең автор-скульпторҙар Лев Кербель һәм Николай Любимов, архитекторы Георгий Лебедев. Композиция геройҙарҙың бронза портреттары ҡуйылған 25 метрлыҡ стеланан һәм 11 тонна самаһы ауырлыҡтағы һалдат скульптураларынан тора[1][4].
Артабанғы йылдарҙа парк бер нисә тапҡыр киңәйтелә һәм реконструкциялана:
- 1985 йылда мемориалдың икенсе сираты — гранит стелалар (байраҡтар), уларға Башҡортостандың 278 Советтар Союзы Геройы һәм 39 ордендарҙың тулы кавалерының исемдәре языла; Т‑34 танкы ҡуйыла[4].
- 1987 йылда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, лётчик Муса Ғәрәев паркта ерләнә[5].
- 1992 йылда парк территорияһында ерләнгән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы лётчик Муса Гәрәев бюсы ҡуйыла[1].
- 1994 йылда мемориалдың өсөнсө сираты төҙөлә: Мәңгелек ут һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар пантеоны төҙөлә[1].
- 2000 йылда Республика Хәрби Дан музейы асыла[4].
- 2003 йылда XX быуаттың локаль һуғыштарында һәләк булған Башҡортостанда тыуғандар иҫтәлегенә «Ҡайғылы әсә» һәйкәле ҡуйыла[1].
- 2005 йылда Еңеүҙең 60 йыллығы хөрмәтенә фронт әхирәттәре аллеяһы һалына[1].
- 2010 йылда генералдар Таһир Күсимов Һәм Миңлеғәле Шайморатов бюстары ҡуйыла[6].
- 2015 йылда Тыл хеҙмәтсәндәренә монумент асыла[7].
- 2017 йылда «КУРСК» һыу аҫты кәмәһендә (рус.)баш. һәләк булған Башҡортостан моряктары иҫтәлегенә мемориал асыла[8][9].
- 2018 йылда сик һаҡсыларына Дан һәйкәле ҡуйыла[8][9].
- 2020 йылда паркка ингән урында бейеклеге 18 метр киңлеге 20 метр йондоҙ формаһында арка ҡуйыла[10].
- 2021 йылда «Десантсылар быуыны союзы» һәйкәле асыла[11].
Архитектураһы һәм ландшафты
Парк тәбиғи ландшафтлы Дежнев ҡалҡыулығында урынлашҡан. Парктың үҙәк өлөшөндә параллель һуҡмаҡтар ҡалҡыулыҡтың иң бейек өлөшөнә алып килә. Ҡалҡыулыҡ түбәһенән Ағиҙел туғайына күренештәр асыла. Йылға ярына төшкән күтәрмәләрҙә майҙансыҡтар ял итеү урыны һәм күҙәтеү майҙансығы булып хеҙмәт итә. Көньяҡ өлөшөндә тәбиғи ағаслыҡтар һаҡланған, төньяҡ өлөшө яһалма йәшелләндерелгән[1]. Ағиҙел туғайында тирәк, дардар, ҡарама ағастары үҫә. Өҫтәге киртләстә ҡарағас ҡарағай кеүек ағастар, көньяғын йүкә ағастары ҡаплаған. Ваҡ ағаслыҡта сәтләүек ағасы, миләш, зелпе, әлморон, татар айыу баланы, һары акация, мәрүәр ағасы һ.б. үҫә[1].
Парк көньяҡтан «Ләлә-Тюльпан» мәсете биләмәһе, төньяҡта «Нефтсе» стадионы менән сиктәш. Парктың төҙөкләндерелгән үҙәге майҙаны 9,81 га[1] тәшкил итә. Майҙан тирәләй 62 га[12] һаҡлау (буфер) зонаһы булдырылған, уға йәнәш ятҡан битләүҙәр һәм йәшел массивтар инә. Дежнев тауының урманы менән парк массивының дөйөм майҙаны яҡынса 232 га[2].
- Инфраструктураһы һәм файҙаланыу
Парк территорияһының төп объекты — Республика Хәрби Дан музейы (адресы: Комаров урамы, 7). Музей 2000 йылда Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығына асылған һәм парктың үҙәк күргәҙмә һәм белем биреү үҙәге булып тора. Музей экспозицияһында Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышына Һәм башҡа локаль конфликттарға индергән өлөшөнә арналған тематик диорамалар, ҡорал өлгөләре, кейем-һалым, документтар, наградалар, хаттар һәм башҡа материалдар күрһәтелә[4][1]. «Амазонка» кафеһы, «Бугель» рестораны, йәйге эстрада, балалар өсөн уйын майҙаны эшләй. Парк йыл әйләнәһенә файҙаланыла: ҡыш тау саңғыһы трассаһы эшләй. Еңеү көнөнә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм башҡа иҫтәлекле даталарға арналған концерттар, фестивалдәр, тантаналы саралар даими үткәрелә[1].
- Парк экспонатары
Мемориаль комплекстың үҙәк объекты — М. Ғөбәйҙуллин һәм А. Матросов һәйкәле. Комплекс составында шулай уҡ М. Ғәрәев ҡәбере, генералдар Т. Күсимов һәм М. Шайморатов бюстары, «Ҡайғылы әсә», тыл хеҙмәтсәндәренә монумент, «Курск» матросҙарына мемориал, сик һаҡсыларына мемориал һәм десантсылар һәйкәле бар[1][4][2].
Асыҡ һауала Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы осорҙағы бронетехника һәм артиллерия коллекцияһы ҡуйылған, унда танктар, БТР-ҙар, үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары һәм ПВО системалары бар[2][8][13].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Еңеү паркы, Өфө (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Прекрасная целесообразность. Журнал Уфа.Февраль 2021 год. web.archive.org.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 09.11.2020 N 693. Сборник законов и других нормативно-правовых документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Экскурсия по Мемориальному комплексу «Парк Победы». Республиканский музей Боевой славы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2025.
- ↑ Памятники Дважды Герою Советского Союза Гарееву Мусе Гайсиновичу. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2025.
- ↑ Николай Ермоленко. В Уфе в парке Победы состоялось торжественное возложение цветов и открытие бюстов двух генералов – героев Великой Отечественной. Башинформ.рф (8 май 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026. Архивировано 7 июнь 2013 года.
- ↑ Уфа. Парк Победы и его окрестности. Армия. Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2025.
- ↑ 1 2 3 Парк Победы. Туристический путеводитель Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Путеводитель по уфимскому парку Победы. KP.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
- ↑ Звезда парка Победы: раскрываем подробности. Главархитектура городского оукуга г. Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
- ↑ В уфимском Парке Победы открыт памятник «Союз поколений десантников». ИА «Башинформ.рф» (30 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026. Архивировано 30 июль 2021 года.
- ↑ Парк Победы в Уфе обрёл зону охраны. ГБУ НПЦ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2026.
- ↑ История о том как развивался уфимский парк Победы. Old Ufa. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2025.