Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы
Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 15 август 1899 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Биштәкә ауылы[1] |
Вафат булған көнө | 23 февраль 1943 (43 йәш) |
Вафат булған урыны |
Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе |
Хеҙмәт иткән урыны |
![]() |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1919—1943 |
Хәрби звание | |
Командир | 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы[2] |
Хәрби алыш/һуғыштар | |
Награда һәм премиялар | |
![]() |
Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 август (1899 йылғы метрика документтарына ярашлы, иҫке стиль буйынса 10 март[3], ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — 17 декабрь[4]) 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор (1942). Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Биштәкә ауылында (хәҙер — Шайморатов ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән.
Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1919 йылдың июненән Ҡыҙыл Армия сафында. Граждандар һуғышында ҡатнаша. Адмирал А. В. Колчакҡа ҡаршы һуғышҡан Көнсығыш фронттың 5-се армияһы 30-сы уҡсылар дивизияһының 270-се Белорет уҡсылар полкында хеҙмәт итә; Пермь, Петропавловка, Омск һөжүм итеү операцияларында ҡатнаша. 1920 йылдың апрелендә уҡырға ебәрелә.
1921 йылдың ғинуарында 9-сы Ҡазан кавалеристар курсын тамамлай һәм Айырым Волга буйы кавалерия бригадаһының 2-се кавалерия полкына взвод командиры итеп ебәрелә. Тамбов ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1921 йылдың октябренән — 6-сы Кирсанов кавалеристар курстарында взвод һәм эскадрон командиры, 1922 йылдың июненән — 7-се Старожилово кавалеристар курстарында взвод командиры. Шул уҡ йылдың ноябренән Төньяҡ-Кавказ хәрби округында С. М. Будённыйҙың 1-се Атлы армияһында 14-се кавалерия дивизияһының 79-сы кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1924 йылда ҡабаттан ошо округтың урта комсостав курстарында уҡый. 1925 йылдың мартынан Мәскәүҙә ВЦИК исемендәге Берләшкән хәрби мәктәптә взвод командиры һәм курс командиры була.
1930 йылдың авгусынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһы тыңлаусыһы була: төп факультеттың беренсе курсын (1931—1932) һәм көнсығыш факультетын тамамлай (1932—1934). 1934 йылдан Ҡыҙыл Армияның Генераль штабының 4-се (1934 йылдан — Разведка) идаралығында хеҙмәт итә: бүлек начальнигы ярҙамсыһы була, 1934—1935 йылдарҙа — Төркиәлә хәрби атташе, 1936—1937 йылдарҙа — Ҡытайҙа Гоминьдан хөкүмәте ҡарамағындағы хәрби комитет кәңәшсеһе, 1938 йылдан 1940 йылдың декабренә тиклем — Ҡытайҙа хәрби атташе.
Константин Симонов яҙғанса, Шайморатов инглиз, ҡытай, татар, уйғыр һәм ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белә, күрәһең, шуғалыр ҙа «хөкүмәттең махсус заданиелары буйынса ярты донъяны урап сыға»[5].
Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, 1941 йылда полковник М. М. Шайморатов Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Кавалерия инспекцияһына күсерелә һәм Кремлде һаҡлау буйынса часть — 1-се Махсус кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә, һуңынан был полк фронтҡа, генерал Л. М. Доватор корпусына ебәрелә. Волоколамск, Мәскәү эргәһендәге һуғыштар өсөн М. М. Шайморатов икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1941 йылдың 25 декабрендә Өфөгә килә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры вазифаһында хеҙмәт башлай. 1942 йылдың 2 июленән дивизия 8-се кавалерия корпусы составында Брянск фронтында һуғыша, Воронеж-Ворошиловград оборона операцияһында ҡатнаша. Ноябрҙә уны Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 5-се танк армияһына күсерәләр. Унда дивизия Сталинград һуғышында ҡатнаша. 1942 йылдың декабрендә Урта Дон һөжүм операцияһында Тацинскийҙы һәм Морозовканы азат итеүҙә айырылып тора.
1942 йылдың 10 ноябрендә полковник М. М. Шайморатовҡа генерал-майор дәрәжәһе бирелә[6].
1942 йылдың февралендә Ворошиловград һөжүм операцияһында дивизия һәм корпус 3-сө гвардия армияһы составында немец оборонаһы төпкөлөндә уңышлы хәрәкәт итә һәм Миллеровоға һәм Макеевкаға тәрән рейд яһай. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, мөһим оператив бурыстарҙы уңышлы башҡарғаны өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының исеме СССР Оборона наркомының 1943 йылдың 14 февралендәге бойороғо менән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә.
Харьков оборона операцияһы барышында немецтар контрһөжүм башлағанда дивизия төпкөл немец тылында тороп ҡала һәм унан үҙебеҙҙекеләр яғына ҙур юғалтыуҙар менән сығырға мәжбүр була. 1943 йылдың 23 февралендә М. Шайморатов Ворошиловоград өлкәһенең Петровское һәм Юлино (Штеровка) ҡасабалары араһында рейдтан сыҡҡанда батырҙарса һәләк була[7][8][9][10]. Һуғыш ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, бары тик 1946 йылда ғына уның һәләк булыу шарттары асыҡлана.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡатыны — Ольга Павловна Шайморатова. Ҡыҙы — Октябрина Шайморатова (4.11.1927, Мәскәү — 2004). Ейәне — Сергей (1956 — ?).
Маҡтаулы исемдәре, башҡа бүләктәре һәм хәрби дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң)[11][12].
• полковник (1938)
• генерал-майор (1942)
• ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1938, 03.12.1941[13])
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1943)[14]
• «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» юбилей миҙалы (22.02.1938)
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Константин Симонов уның тураһында «В Башкирской дивизии» очеркын яҙа. Генералдың тыуған ауылы атамаһы 1964 йылда Шайморатов ауылы тип үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ағиҙел йылға пароходсылығы пароходтарының береһенә (1900 йылда эшләнгән «ОСТ» пароходы) «Генерал Шайморатов» исеме бирелә (1962 йылға тиклем ҡулланыла).
• Башҡортостанда Шайморатовтың исеме Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Октябрьский ҡалалары урамдарына бирелгән. Донбасста уның исемендәге майҙан (ерләү урыны) һәм Петровское ҡалаһы, шулай уҡ Чернухино (Луганск Халыҡ Республикаһы) ҡала тибындағы ҡасаба урамы йөрөтә.
• Шайморатовҡа Өфө ҡалаһында (2 һәйкәл), Петровское ҡалаһында (башҡорт атлылары скверында һәм ҡәберендә иҫтәлекле билдә), Чернухино ҡала тибындағы ҡасабала (башҡорт атлыларына һәйкәл), Шайморатов ауылында һәйкәл ҡуйылған.
• Шайморатов ауылында 1972 йылдан алып Шайморатов мәктәбендә уның исемен йөрөткән Хәрби дан музейы эшләй. 1999 йылда мәктәпкә М. М. Шайморатов исеме бирелә. Петровское ҡалаһында 22-се мәктәп Шайморатов исемен йөрөтә. 2005 йылда Өфөлә Шайморатов командалыҡ иткән 112-се (16-сы гвардия) Башкавдивизия музейы асыла.
• Башҡортостандың төрлө райондарында легендар генерал исемендәге ауыл хужалығы берләшмәләре эшләй.
• 1964 йылдың 31 майында Шайморат ауылында генерал-майорға бюст асыла.
• 2010 йылдың 8 майында Өфө ҡалаһы Енеү паркындағы Дан аллеяһында бюсы ҡуйыла.
• 2012 йылдың 21 ноябрендә РФ Президентының 1561-УП Указына ярашлы, РФ Эске эштәр министрлығының 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядына генерал-майор М. М. Шайморатов исеме бирелә[15][16].
• 2013 йылдың 19 ноябрендә РФ Эске эштәр министрлығының 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отряды территорияһында (Өфө ҡалаһы, затон биҫтәһе) Шайморатов бюсы ҡуйыла. .
• 2015 йылдың 11 сентябрендә геройҙың тыуған ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның командирына арналған Хәрби дан мемориалы асыла[17]. Был сарала генерал-майор М. М. Шайморатовҡа беренсе атлы һәйкәл асыла. Һәйкәл бронзанан эшләнгән.
• 2018 йылдың майында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтелә[18].
• 2018 йылдың сентябрендә Луганск Халыҡ Республикаһы почтаһы М. Шайморатовҡа арналған почта маркаһы сығара. Ул «Луганск өлкәһен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 75 йыл» тип аталған маркалар серияһына инә[19].
• 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары менән Башҡортостандың Генерал Шайморатов ордены булдырыла һәм уның статуты раҫлана[20][21][22].
• 2022 йылда Башҡортостанда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон ойошторола[23].
• 2022 йылдың 11 октябрендә — Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла[24].
• 2023 йылда Башҡортостанда генерал Шайморатов миҙалы булдырыла[25].
• 2024 йылдың авгусында Өфөлә Шайморатов һәйкәле төшөрөлгән маркалы почта конверты әйләнешкә сығарыла[26].
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән республиканың белем биреү учреждениеларында шайморатов кластары асыла[27][28]. 2023 йылдың ноябренә ҡарата уларҙың һаны 186-ға етә, был синыфтарҙа 4 мең тирәһе бала уҡый. Һәр яҡтан айырылып торған уҡыусыларға I, II, III дәрәжә «Йәш шайморатовсы» билдәһе бирелә[29].
• Шайморатов образы һынлы сәнғәттә лә мәңгеләштерелә. А. В. Храмов «Генерал Шаймуратов» картинаһын яҙа (1963), Г. М. Круглов — «В штабе дивизии М. Шаймуратова» (1989) һәм «Последний бой генерала Шаймуратова» картиналары авторы (2006).
Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһында Шайморатов халыҡ батыры тип һанала, уға арнап Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған «Шайморатов генерал» йыры халыҡ йыры булып китә[5]. Йырҙы беренсе тапҡыр 1942 йылдың мартында башҡорт телендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Ғабдрахман Хәбибуллин башҡара[5]. 1947 йылда шул уҡ башҡарыуҙа ул грампластинкаға яҙҙырыла[30].
|
М. М. Шайморатов тураһында төрлө йылдарҙа төрлө авторҙар тарафынан публицистик материалдар яҙыла: «Волганан Эльбаға ҡәҙәр» (Сабир Ҡадиров), «Из страниц дневника» (Сәғит Әлибаев), «Трагедия башкирских конников» (Рәүеф Насиров), «Миннигали Шаймуратов» (Рәшит Шәкүр), «Триумф и трагедия генерала Шаймуратова» (Фәрит Вахитов), «Шайморатов генерал» (Энгель Зәйнетдинов) һ.б.
Шулай уҡ әҙәби әҫәрҙәр ҙә яҙыла. Шиғыр, поэмалар һәм ауыҙ-тел ижадынан тыш, легендар генерал образы прозала сағылыш таба: «Башҡорттар китте һуғышҡа» (Яныбай Хамматов)[31], «Урал бөркөтө» (Сабир Ҡадиров), «Саҡма тояҡ аттарҙа» (Әхтәм Ихсан)[32] һ.б. Драматургтар республиканың данлы улының иҫтәлеген драмаларҙа мәңгеләштерә: «Генерал Шайморатов» спектакле (Ибраһим Абдуллин һәм Шакир Насыров), «Шайморатов генерал» драма-реквиемы (Флорид Бүләков) һ.б.[33] оҙаҡ йылдар Башҡортостандың төп театры сәхнәһенән төшмәй.
«Шайморатов генерал» йыры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Шли полки башкир в атаки,
Провожал седой Урал.
Впереди — на аргамаке
Шаймуратов-генерал.
Шаймуратов под собою
Горячил в бою коня.
На врага кидался в бою
Вихрем грома и огня.
Шаймуратов рубит, гонит,
На Дону врагов громит.
Ни в какой воде не тонет,
И в огне он не горит.
Храбрых конников по праву
Старый вырастил Урал,
Заслужил навеки славу
Шаймуратов-генерал
Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Миңлеғәле Шайморатов тыуғанда Ырымбур Диниә назаратының метрика кенәгәһендә: «Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов. Атаһы — мишәрҙән башҡорт, әсәһе — типтәрҙән башҡорт», — тип яҙыла[34][35].
М. М. Шайморатовтың ВКП(б) сафына ингәндә тултырылған анкетала «типтәр» тип яҙыла[36].
Л. Кирәева, 1940 йылда анкетаһына Шайморатов сығышын «батрак ғаиләһенән», милләтен — башҡорт тип күрһәтә, тип яҙа.
Кадрҙарҙы иҫәпкә алыу документында, сығышы тураһында: «крәҫтиән сығышлы — эшсе», милләте — татар, тип яҙыла[37].
Шайморатовтың Башҡортостандың Милли музейында һаҡланған шәхси эшендә: «Ниндәй милләттән — татар», «Ниндәй телде туған теле тип һанай» тигән графала «татар» тип күрһәтә[38][39][40]. Башҡа рәсми документтар буйынса — татар[5][41].
1938 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Разведка идаралығының 2-се бүлегенең бүлексә начальнигы вазифаһына аттестацияла[42], 1943 йылдың 14 февралендә Ленин орденына тәҡдим итеү документында милләте татар тип күрһәтелә.
«ГРУ: Дела и люди» китабында Шайморатовтың милләте башҡорт тип яҙыла.[43]
112-се кавалерия дивизияһының эскадрон командиры, гвардия өлкән лейтенанты Әнүәр Хатип улы Насиров үҙенең «Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии» китабында былай тип яҙа:
«Бер ваҡыт Миңлеғәле Минһаж улы атаһы менән ҡасандыр булған һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө. Ул атаһынан: „Атай, беҙҙең тоҡом ҡайҙан килгән?“ — тип һорай. Атаһы: „…Ата-олатайҙарыбыҙ Уралдан, Иҫәт провинцияһынан килгән. Кенәз Бибиков Урал заводтарындағы бунтты ҡанға батыра. Ә беҙҙең тамырҙарыбыҙ Әйле башҡорттары ҡәбиләһенә барып тоташа“, — тип яуаплай.
„…Ниндәй милләттәнһегеҙ?“ — тигән һорауға Шайморатов: „Мин — башҡорт, Уралдан, Башҡортостандан, Биштәкәнән“, тип яуап бирҙе»[44].
.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы
- ↑ 1943 йылдың 14 февраленә тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы.
- ↑ Вспоминая генерала (к 123-летию Минигали Шаймуратова)
- ↑ ГРУ:дела и люди. В. М. Лурье, В. Я. Кочик
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ Постановление СНК СССР от 10.11.1942 № 1804 «О присвоении воинских званий высшему начальствующему составу Красной Армии»
- ↑ ОБД Мемориал|52613772
- ↑ ОБД Мемориал|55027443
- ↑ ОБД Мемориал|83882727
- ↑ ОБД Мемориал|83842724
- ↑ Минигали Шаймуратов указом Владимира Путина награждён посмертно звездой Героя России. ИА «Башинформ», 30 марта 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30.03.2020 № 230 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». 2020 йылдың 4 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
- ↑ Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ из информации Официального Сайта Администрации городского округа-город Уфа РБ
- ↑ текст Указа на сайте Президента РФ . Дата обращения: 27 декабрь 2012. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2013 года.
- ↑ В Кармаскалинском районе состоялось открытие памятника легендарному комдиву Минигали Шаймуратову
- ↑ Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтәләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 3 май (Тикшерелеү көнө: 10 май 2018)
- ↑ Почта ЛНР к 75-летию освобождения Луганщины ввела в обращение новые марки (рус.), МИА «Исток» (4 сентябрь 2018). 5 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ В Башкирии начнут вручать новые ордена и почетные звания. ИА «Башинформ», 18 декабря 2019 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
- ↑ Постановление Госсобрания — Курултая РБ от 19 декабря 2019 года N ГС-782 «Об утверждении статута ордена генерала Шаймуратова»
- ↑ Радий Хабиров вручил первые ордена генерала Шаймуратова . Дата обращения: 7 октябрь 2020.
- ↑ Пять интересных фактов о Башкирском батальоне имени генерала Шаймуратова
- ↑ В Уфе открыли памятник легендарному комдиву, Герою России Минигали Шаймуратову
- ↑ В Башкирии учредили медаль генерала Шаймуратова
- ↑ В почтовое обращение вышел конверт с изображением памятника Шаймуратову в Уфе. ИА «Башинформ», 13 августа 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 август 2024)
- ↑ В Уфе стартуют «Зимние шаймуратовские игры» на Кубок Героя России Минигали Шаймуратова. ИА «Башинформ», 16 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2021)
- ↑ В школах Башкортостана открываются классы имени Героя Российской Федерации генерал-майора М. М. Шаймуратова
- ↑ В «шаймуратовских» классах Башкортостана учатся почти 4 тысячи школьников
- ↑ Генерал Шаймуратов (песня) . Мир русской грамзаписи. The World of Russian Records. Дата обращения: 4 декабрь 2016.
- ↑ Яныбай Хамматов. Башҡорттар китте һуғышҡа. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — С. 410.
- ↑ Әхтәм Ихсан. Саҡма тояҡ аттарҙа. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — С. 240.
- ↑ Луиза Кирәева. Башҡорт әҙәбиәтендә Шайморатов образы. — Өфө, 2020. — С. 212.
- ↑ Ко дню памяти Героя Российской Федерации Минигали Мингазовича Шаймуратова
- ↑ «Потомки Салавата отступать не умеют!»: как жил и погиб командир Башкирской кавдивизии
- ↑ Рафиков З. Генералы Башкортостана. — Уфа: Китап, 1995.
- ↑ Лист по учету кадров
- ↑ НАЦИОНАЛЬНОМУ МУЗЕЮ БАШКОРТОСТАНА ПЕРЕДАН ОРДЕН ГЕНЕРАЛА ШАЙМУРАТОВА
- ↑ Лист личного дела
- ↑ Татарин из села Биштяки: легендарный генерал Минигали Шаймуратов посмертно стал Героем России
- ↑ 10 татар, ставших легендами башкирского народа.
- ↑ Лист аттестации
- ↑ Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди / Составитель Колпакиди А. И. — М., СПб.: «ОЛМА-Пресс», «Нева», 2003. — 640 с. — (Россия в лицах). — ISBN 5-7654-1499-0, ISBN 5-224-03528-7.
- ↑ Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии. — Уфа: Китап, 2006. — 216 с. — ISBN 5-295-03902-1.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вахитов Ф. Н., Хусаинова Г. Т. Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Великая Отечественная. Комдивы [Текст] : военный биографический словарь : в 5 т. / Д. А. Цапаев (рук.) и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина. — М. : Кучково поле, 2011. — Т. 1. — С. 323—324. — 736 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-9950-0189-8.
- Багаутдинов А. М., Багаутдинов Р. А. Последний бой гвардии генерал-майора М.М. Шаймуратова. — Сборник немецких документов. — Уфа: БашГУ, 2020. — С. 278 с.. — ISBN 978-5-7477-5075-3.
- Багаутдинов А. М., Багаутдинов Р. А. Дебальцевский рейд 7-го гвардейского кавалерийского корпуса. Хроника боев в документах вермахта. Монография.. — Уфа: БашГУ, 2020. — 172 с. — ISBN 978-5-7477-5170-5.
- Гумеров Ф. Х. Генерал Шаймуратов. — Уфа: Китап, 1999.
- Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди / Составитель Колпакиди А. И. — М., СПб.: «ОЛМА-Пресс», «Нева», 2003. — 640 с. — (Россия в лицах). — ISBN 5-7654-1499-0, ISBN 5-224-03528-7.
- Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии. — Уфа: Китап, 2006. — 216 с. — ISBN 5-295-03902-1.
- Вахитов Ф Н. Триумф и трагедия генерала Шаймуратова. — Уфа: Китап, 2019. — 229 с. ISBN 978-5-295-07184-3.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2021)
- Абдуллина Л. Генерал бүләге Башҡортостанына ҡайтты. «Киске Өфө» гәзите, № 27, 2—8 июль, 2016.
- Миңлеғәле Шайморатов «Звезда» каналында фильм
- Гульназ Данилова. Китайская практика. Первый военный учебный центр в провинции Синьцзян создал генерал Минигали Шаймуратов . Российская газета/rg.ru (29 октябрь 2015). Дата обращения: 18 май 2019.
- Как комдив остался без звезды Героя! Сайт «Яндекс-Дзен», 2020, 16 марта(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2020)
- Путин присвоил звание Героя России погибшему в боях за Донбасс советскому генералу. Деловая газета «Взгляд». Турбо-страница. 30 марта 2020 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2020)
- Владимир Мединский и Радий Хабиров поблагодарили президента за Шаймуратова. ИА «Башинформ», 3 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2020)
- СМИ рассказали, почему генералу Шаймуратову 75 лет не присваивали Героя. ЗАО «Редакция газеты „Московский Комсомолец“». Электронное периодическое издание «MK.ru». 2020, 17 апреля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2020)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- РУВИКИ: Алфавит буйынса тикшерелгән мәҡәлә
- 15 августа тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- 23 февралдә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Луганск өлкәһендә вафат булғандар
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Рәсәй Федерацияһы Геройҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡортостан генералдары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаусылар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары