Колчак Александр Васильевич
Колчак Александр Васильевич (16 ноябрь 1874 йыл, Санкт-Петербург — 7 февраль 1920 йыл, Иркутск) — Рәсәй империяһының хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, ғалим-океанограф, поляр тикшеренеүсе (1900—1903), флотоводец (1915—1917), тарихҡа аҡтар хәрәкәте ваҡытында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар хәрәкәтенең етәксеһе булараҡ ингән. Рәсәй юғары хакимы һәм рус армияһының юғары баш командующийы (ноябрь 1918 — ғинуар 1920).
Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы. Георгий ордендары кавалеры. Адмирал (1918).
1920 йылдың ғинуарында аҡтарҙың сигенеүе һәм сит ил интервенттарының Себерҙән эвакуациялауы ваҡытында Чехословакия корпусы командованиеһы Иркутскиҙа урындағы властарға бирә. Уның урынына урындағы власть Чехословакия эшелондарын һәм союздаш хәрби миссияларҙы Владивостокка иркен үткәрергә тейеш була. 1920 йылдың 7 февралендә Иркутск хәрби-революцион комитеты ҡарары буйынса судһыҙ һәм тикшереү аҙағына тиклем бөтмәһә лә, атып үлтерелә. Был комитет менән большевиктар етәкселек итә һәм ул РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе В. И. Лениндың шәхси күрһәтмәләре буйынса эш итә[4][5].
Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Колчактар нәҫеле Рәсәй империяһының служивый дворянлығына ҡараған, нәҫел байтаҡ ҙур булған, төрлө быуындарҙа уның вәкилдәре йыш ҡына хәрби эшмәкәрлеге менән бәйле була[6]. Колчактың ата-бабаһы Ислам динен ҡабул иткән Босния сербы, төрөк хәрби начальнигы булған тигән версия бар. Хәҙерге тарихсылар, Колчактар Рәсәйҙә 1793 йылдағы Польшаның икенсе бүленешенән һуң барлыҡҡа килгәндәр, тип билдәләйҙәр[7][8].
Павел I һәм Александр I осорондағы сығанаҡтарҙа 1803 йылда ойошторолған һәм Днестр буйлап Рәсәй сиктәрен һаҡлаған Буг казак ғәскәрендә Лукьян Колчак телгә алына. Үҙенең туғандары менән Херсон губернаһының Ананьевск өйәҙендә ер биләмәләрен алған Лукьян А. В. Колчактың ҡарт олатаһы була. Сотниктың өс улы була: Иван (1790 йылғы), Антон (1802 йылғы) һәм Фёдор (1817 йылғы) Фёдор Лукьянович полковник дәрәжәһенә етә. Иван Лукьянович Одессаға күсенеп китә һәм граждан хеҙмәтенә төшә. Антон Лукьяновичтың ғаиләһе булмай. Сенаттың 1843 йылдың 1 майындағы указға ярашлы Колчактар тоҡомдан килгән дворянлыҡта раҫлана һәм Херсон губернаһының шәжәрә китабына индерелә[7][9].
Иван Лукьянович күп балалы ғаилә башлығы була, уның өс улы һәм өс ҡыҙы була. Улдары Василий, Петр һәм Александр хәрби карьераһын һайлайҙар, диңгеҙ артиллеристары булалар. Кесе улы, Петр, 1-се ранглы капитан дәрәжәһенә етә, ә Александр — уның нәҫеленән Тамбов губернаһы помещиктары барлыҡҡа килгән — хеҙмәтен генерал-майор чинында тамамлай.
А. В. Колчактың әсәһе — Ольга Ильинична (ҡыҙ фамилияһы Посохова) (1855—1894), сығышы менән сауҙагәр ғаиләһенән.
А. В. Колчактың ата-әсәһе 1870 йылда өйләнешкәндән һуң Обухов заводы янындағы Александровск ауылында йәшәй башлайҙар. Ҡатыны иренән 18 йәшкә кесе була. 1874 йылдың 4 ноябрендә уларҙың Александр исемле улдары тыуа[10].
Граждандар һуғышына тиклемге тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1885—1888 йылдарҙа Александр 6-сы Петербург классик гимназияһында уҡый — 6-сы гимназияла, башҡа баш ҡала уҡыу йорттары менән сағыштырмаса бында төрлө ҡатлам һәм синыфтар балалары уҡый. Александрҙың уҡыуы бик шәптән булмай[11].
1888 йылда Александр Диңгеҙ училищеһенә уҡырға инә[12]. Гимназиянан училищеға күсеү менән Александрҙың уҡыуға ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә. Бында Колчактың бөтә һәләттәре һәм таланттары асыла. Ул бик күп һәм ныҡышмалы эшләй, фәндәрҙе, хәрби-диңгеҙ эшен өйрәнә. Александр уңыштары менән башҡаларҙан айырылып тора[13]
1892 йылда Александрға кесе унтер-офицеры чины бирелә. Диңгеҙ корпусын тамамлағандан һуң Колчак штурман эштәре менән шөғөлләнеү өсөн Кронштадт диңгеҙ обсерваторияһына тәғәйенләнә. Тиҙҙән ул яңы 1-се ранглы «Рюрик» крейсерына вахта офицеры булараҡ ебәрелә[14]. Был ваҡытта Колчак океанография һәм Тымыҡ океандың гидрологияһы менән мауыға башлай.
1900—1903 һәм 1908—1911 йылдарҙа поляр экспедицияларында ҡатнаша.
1901 йылда Толль (экспедиция етәксеһе) А. В. Колчактың исемен экспедиция Таймыр ҡултығында асҡан утрауға һәм шул уҡ райондағы моронға (мыс) бирә. Үҙенең поляр экспедициялары ваҡытында Колчак та башҡа бер утрауға һәм моронға үҙенең кәләше Омирова Софья Федоровнаның исемен бирә. Софья мороно хәҙерге ваҡытҡа тиклем үҙенең исемен һаҡлап ҡалған.
Урыҫ — япон һуғышы башланыуы тураһында ишетеү менән Колчак уны Порт-Артурға йүнәлдереүен һорай[15].
Был һуғышта ул наградалар ала, яралана, әсирлеккә эләгә. Госпиталдән һуң Колчакка алты айлыҡ отпуск бирелә[16] һәм ул поляр экспедицияларында йыйылған бай материалдарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә.
1906—1909, 1911—1914 йылдарҙа Диңгез Генераль Штабында хеҙмәт итә. Баш ҡалала йәш офицерҙар башланғысы менән Петербург хәрби-диңгеҙ түңәрәге ойошторола, һуңынан уның рәйесе А. В. Колчак була. 1908 йылдың 13 апрелендә Колчакка 2-се ранглы капитан званиеһы бирелә.
А. В. Колчак — Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Һуғыштың беренсе ике йылында ул флаг-капитан вазифаһында хеҙмәт итә, оператив заданиелар һәм пландар әҙерләй, шул уҡ ваҡытта алыштарҙа үҙе шәхсән ҡатнашырға тырыша[17]. Тиҙҙән Колчакты штаб эше ялҡыта башлай, ул миноносецҡа эләгергә хыяллана. Мина дивизияһы менән етәкселек итергә теләүен йәшермәй һәм флот командующийы ла Колчакка адмирал званиеһын биреп, Мина дивизияһын уға тапшырырға ниәтләй. 1915 йылдың сентябрь башында Мина дивизияһының етәксеһе вазифаһы бушай һәм уны Колчакка ышанып тапшыралар.
Һуғыш Колчактың яңы талантын аса, поляр экспедицияларҙан, ғилми эштәрҙән, штаб эштәренән һуң Колчак флотоводец һәм минер булараҡ асыла. 1915 йылдың 23 авгусында Николай II Юғары баш командующийы булып киткәс, флотҡа ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрә. 1916 йылдың 10 апрелендә Александр Васильевич контр-адмирал дәрәжәһенә лайыҡ була.
Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Колчак Владивостокка 1918 йылдың 19 — 20 сентябрендә килә. Бында ул Өфөлә үткән төрлө демократик көстәрҙең кәңәшмәһе һәм «Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте» роленә дәғүә иткән Волганан Себергә тиклем берләшкән большевиктарға ҡаршы торған хөкүмәт — Директория ойошторолоуы тураһында ишетә. Шәхсән кәңәшмәлә Колчак үҙ-ара көрәшкән хөкүмәттәр араһынан Себер хөкүмәтенә өҫтөнлөк биреүе тураһында белдерә. Владивостокта Колчак чехословак ғәскәрҙәренең етәксеһе Р. Гайда менән осраша һәм уның менән артабанғы берлектәге эшмәкәрлек тураһында һүҙ ҡуйыша[18][19]. 1918 йылдың 13 октябрендә Колчак Омскиға килә һәм, тәүге нәүбәттә, Ирекле армия вәкилдәре менән бәйләнешкә инә. Улар Директорияға ҡәтғи ҡаршы булалар. Колчак менән мөнәсәбәттәр булдырырға хөкүмәттең башҡа ағзалары ла теләк белдерә, шул иҫәптән Директорияның етәксеһе Н. Д. Авксентьев. Омскиға килгәнгә тиклем уҡ Колчак большевиктарҙы еңәсәк көс хәрби диктатура булыуына инанған була. Колчактың кандидатураһы антибольшевиктар араһында күптән инде телгә алына килә. Тарихсы И. Ф. Плотников, Милли үҙәктә Колчактың 1918 йылдың яҙы-йәйе Алыҫ Көнсығышта булғаны тураһында хәбәрҙар булғандарын һәм уны бөтә Рәсәй диктаторҙарына кандидат булараҡ иҫәптә тотҡандарын, билдәләй[19]. 1918 йылдың 5 ноябрендә Колчакты Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең хәрби һәм диңгеҙ министры итеп тәғәйенләйҙәр[20].
Бер нисә хәрби уңышһыҙлыҡтарҙан һәм Ижевскиҙы (7 ноябрҙә) юғалтыуҙан һуң Директорияның абруйы ныҡ ҡаҡшай. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең реаль хакимлығы булмай[21].
Эсерҙарҙы ҡулға алғандан һуң Министрҙар Советы (Колчак улар яҡлы була) Директорияны ғәмәлдән сығарылған тип таный һәм тулыһынса юғары хакимлыҡты үҙ өҫтөнә алыуы тураһында иғлан итә, хәрби һәм гражданлыҡ хакимлығы бер абруйлы кеше ҡулында булырға тейеш, тип белдерә[22]. «Диктаторҙарға» кандидаттар итеп Директория генералы В. Г. Болдырев, КВЖД идарасыһы генерал Д. Л. Хорват һәм хәрби һәм диңгеҙ министры вице-адмирал А. В. Колчак күрһәтелә. Министрҙар Советы тауыш биреү аша Колчакты һайлай. Колчактың дәрәжәһе тулы адмиралға тиклем күтәрелә, уға юғары дәүләт хакимлығын атҡарыу бурысы йөкмәтелә һәм Юғары хаким дәрәжәһе бирелә. Уға дәүләттең бөтә ғәскәрҙәре буйһона. Юғары хакимға ҡораллы көстәрҙе тәьмин итеү, шулай уҡ гражданлыҡ тәртибен һәм законлыҡты урынлаштырыу буйынса киң хоҡуҡтар, ғәҙәттән тыш саралар индереүгә тиклем, бирелә[23]. Колчак ҡаты идаралыҡ вертикален төҙөй. Күренекле большевик, Себер ревкомы рәйесе И. Н. Смирнов Колчак диктатураһы осоронда В. И. Ленинға: «Себерҙә ҙур армиялы һәм ҡеүәтле тармаҡлы контрреволюция дәүләт аппараты дөрөҫ ойошторолған дәүләткә ойошто», — тип хәбәр итә.
1919 йылдың яҙында Көнсығыш фронты армияларының генераль һөжүме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1919 йылдың башында Колчак ғәскәрҙәрҙе үҙгәртеп ҡороу ойоштора. Элекке Екатеринбург ғәскәрҙәр төркөмө Себер армияһына үҙгәртелә, уның етәксеһе итеп генерал Гайда тәғәйенләнә. Көнбайыш армияһы менән генерал Ханжин етәкселек итә, уның армияһына генерал Беловтың Көньяҡ армия төркөмө оператив рәүештә буйһондорола[24]. РККА-ның Көнсығыш фронты флангтары көслө, әммә үҙәге бушаҡ була, был Урыҫ армияһының Көнсығыш фронтына совет Рәсәйенең үҙәгенә һөжүм итергә мөмкинлек бирә[25]. Колчак Ставкаһының стратегик планы буйынса башта һөжүмдәрҙе Пермь — Вятка һәм Һамар — Һарытау йүнәлештәрендә, артабан ике йүнәлеш менән Мәскәүгә табан үҫештерергә тейеш була[26]. Генераль һөжүм 1919 йылдың апреленә планлаштырыла[27].
Март башында Колчактың армиялары ҡыҙылдарҙың 5-се армияһының һул флангы һәм 2-се армияһының уң флангы араһына һөжүм итәләр һәм рус армияһының ғәскәрҙәре бик тиҙ Волгаға яҡынлаша башлайҙар[25]. Уң флангта Себер армияһы Вятка йүнәлешендә һөжүмен башлай һәм Архангель хөкүмәте ғәскәрҙәре менән осраша. Генерал Ханжиндың Көнбайыш армияһының частары март айында Бөрөнө, Өфөнө, Стәрлетамаҡты[28], апрелдә — Минзәләне, Бәләбәйҙе, Боғоросланды, Бөгөлмәне, Яр Саллыны яулайҙар. Себер армияһы апрелдә Воткинск заводын, Сарапулды, Ижевск заводын ала. Апрель аҙағында Колчак армиялары мөһим сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ресурслы Ҡазан, Һамар, Сембер территорияларына сыға. Был райондарҙы яулау Колчак армияларына туранан-тура Мәскәүгә юл аса ине[26].
Колчактың абруйы шаҡтай арта, уға ҙур өмөттәр бағлайҙар. Союздаштарҙан ярҙам килә башлай. Колчак янында берҙәм ҡораллы көстәр булдырыла һәм Рәсәй дәүләте төҙөлә[29]
1919 йылдың йәй — көҙөндәге Көнсығыш фронтының сигенеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1919 йылдың уртаһына Ҡыҙыл армияһының һаны 1,5 миллион кешегә барып етә. Большевиктар һан буйынса Көнсығыш фронтында өҫтөнлөк алалар һәм төп йүнәлештә 33 меңлек группировка туплайҙар. М. В. Фрунзе үҙенең ҡарамағына дүрт армия ала, уның дөйөм һаны 80 мең кеше тәшкил итә һәм генерал Ханжиндың Көнбайыш армияһы яугирҙары һанынан ике тапҡырға артығыраҡ була.
Шулай ҙа 1919 йылдың 28 апрелендә ҡыҙылдарҙың һөжүме аҡтарҙың ныҡышмалы ҡаршылығына осрай. Аҡтарҙың хәүефле хәлен Тарас Шевченко исемендәге украин курене көсәйтә, уларға тағы ла дүрт полк һәм егер батальоны ҡушылыуы фронтты ҡыҙылдар йырып үтеүҙең төп факторы була[30][31]. Көнбайыш армияһына сигенергә тура килә. Башҡа йүнәлештәрҙә аҡтар һөжүмдәрен дауам итә. Ҡыҙылдар Өфөнө алғандан (9 июнь) һәм Волга буйынан сигенгәндән һуң Колчак стратегик инициативаһын юғалта. 1919 йылда Аҡтар армияларында кадрҙар етмәүе уңышһыҙлыҡҡа килтерә. Кадрҙарҙың урындарын алмаштырыу ҙа һөҙөмтәләр бирмәй. Июлдә Лебедев менән Сахаровтың ҡыҙылдарҙың 5-се армияһын Силәбегә хәйлә менән индереү буйынса авантюралы планы бойомға ашмай. Көнбайыш һәм Себер армиялары Урал аръяғына сигенәләр. Колчак хакимлыҡты үҙәкләштереү буйынса төрлө саралар күрә, бюрократ аппаратын ҡыҫҡарта, ғәскәрҙәрҙә пропаганданы көсәйтә. Офицерҙар аша һалдаттарға дәүләттең берҙәмлеген, православие динен, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлау мәсьәләләрен аңлатыу эшен йәйелдерә. Колчак үҙе һәр саҡ шәхсән фронттың алдынғы һыҙығында булырға тырыша.
Көнсығыш фронтының төп бурысы булып Деникин көстәренә Мәскәү йүнәлешендәге походында ярҙам итеү тора. Аҡтар Көнсығыш фронтында аҙаҡҡы һөжүм алышында — сентябрҙәге Тубыл операцияһында — еңеү яулайҙар. Ҡыҙылдар Тубылдан 100 километр ары алып ташлана. Оҙайлы уңышһыҙлыҡтарҙан һуң сентябрь еңеүҙәре Граждандар һуғышының киҫелешле боролошо тип һанала. Колчак хатта сигенгән саҡта эшләргә теләмәгән аҙымға бара — Дәүләт иҡтисади кәңәшмәһен халыҡ тарафынан һайлана торған органға үҙгәртә[32].
Тубылдағы сентябрь алыштарынан һуң бер аҙ тынлыҡ урынлаша. Октябрь уртаһында ҡыҙылдар яңы көстәр менән һөжүм башлайҙар. Аҡтар үҙҙәренең терәк пункттарын юғалталар[33]. Аҡтар частарының сигенеүе башлана. Колчак аҙаҡҡы мөмкинлектәрҙе файҙаланып, Омскиҙы һаҡлап ҡалырға кәрәклеген аңлай, сөнки армия тылында уға ҡаршы булған көстәрҙең хәрәкәткә килеүен күҙаллай, әммә бер ни ҙә килеп сыҡмай, Колчак армияһы менән бергә сигенергә ҡарар итә. Июндә Колчак К. Г. Маннергеймдың Финляндия бойондороҡлоғона алмашҡа 100 меңлек армияһын Петроградҡа оҙатыу буйынса тәҡдимен кире ҡаға[34]. Шулай уҡ француз генералы Жанендың һәм дипломатик корпусының алтын запасты халыҡ-ара ҡурсыуына алыуын да кире ҡаға: «Мин һеҙгә ышанмайым. Алтынды союздаштарға биргәнсе, ҡыҙылдарға ҡалдырам», — тип әйтә. Ошо ваҡыттан алып сит ил вәкилдәре Колчакка ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалта[35]. Омск ҡалаһын ҡалдырғандан һуң Көнсығыш фронтының армиялары үҙенең «Бөйөк Себер Боҙ походын» башлай.
Бөйөк Себер Боҙ походы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Омскиҙы ҡалдырғандан һуң, Көнсығыш фронтының командованиеһы ҡыҙылдарҙың һөжүмен Обь йылғаһы рубежында туҡтатырға ниәтләй. Армияны тыл берләшмәләре иҫәбенә тулыландырырға, ә фронтты Томск — Новосибирск — Барнаул — Бийск рубежында тергеҙергә уйлайҙар, әммә ғәскәрҙәр был ваҡытҡа тик эре тораҡ пункттарын ғына контролдә тоталар, ә уларҙың күпселегендә ихтилалдар күтәрелә. Оборонаны ойоштороу килеп сыҡмай һәм 11 декабрҙә Барнаул, 13 декабрҙә — Бийск, 14 декабрҙә — Новониколаевск ҡалдырыла[36]. 1919 йылдың ноябрендә Рәсәй дәүләте хөкүмәте һәм рус армияһы командованиеһы менән чехословак сәйәси һәм хәрби етәкселеге араһындағы конфликт бәрелешкә барып етә. Союздаштарҙың ғәмәлдәре аҡтарҙың Көнсығыш фронтының уңышһыҙлыҡтарын катастрофаға әйләндерә: армия тылдан айырыла, ваҡытында боеприпастар алыу мөмкинселегенән һәм яралыларҙы эвакуациялауҙан мәхрүм була[36].
21 декабрҙә Черемховола ихтилал ҡуба. Өс көндән РКП(б)-ның йәшерен комитеттары менән эсерҙар һәм меньшевиктарҙың Политүҙәге тарафынан әҙерләнгән ихтилал — Глазковта, ә 27 декабрҙең кисенә — Иркутскиҙың үҙендә башлана. Колчак атаман Семеновтың ғәскәрҙәре ярҙамында ҡаланы кире ҡайтарырға маташа, әммә уларға ҡалаға инергә мөмкинлек булмай. 1920 йылдың 3 ғинуарында Нижнеудинскиҙа Колчак министрҙар Советы тарафынан хакимлыҡтан баш тартыу һәм уны яңы Юғары хакимы булараҡ А. И. Деникинға тапшырыу талабы менән телеграмма ала. Колчак һәм уның ярҙамсылары артабанғы ғәмәл варианттарын барлайҙар. Монголияға китеү планы ла күҙ уңында тотола. Адмирал үҙенең һалдаттарына һәм офицерҙарына ышана. 500 кешенән торған конвойына пландарын асып һала һәм уларға бергә китергә тәҡдим яһай. Иртәнсәккә 500 кешенән тик унлап кеше ҡалған була. Бер төн эсендә Колчактың сәстәре ағара[37].
Колчактың ҡулға алыныуы һәм аҙаҡҡы көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
10 ғинуарҙа союздаштарға ышанып Колчак ултырған эшелон Нижнеудинcкиҙән сыға һәм 15 ғинуарҙа Иркутскиға килә. Колчактың вагонын һаҡсылар отряды уратып ала. Адмиралға көн элгәре генә ҡаланы бөтә союздаш миссиялары ташлап китеүе билдәле була. Чехословактар Колчакты урындағы властарға тапшыра. Адмиралдың ҡулға алыныуы һәм уны эсер-меньшевиктарҙың Политүҙәгенә тапшырылыуы тураһында алдан уҡ чехтар союздаштарҙың вәкилдәре менән үҙ-ара һөйләшелгән булған[38], сделаны были для обеспечения свободного продвижения их эшелонов на Восток[39]. Биргән анттарына хыянат итеп, Жанен һәм чехтар адмиралды һаталар. «Политцентр» Колчак менән Пепеляевҡа ҡулға алыныуҙары тураһында иғлан итә һәм уларҙы губерна төрмәһенә урынлаштыралар.
Допрос алған ваҡытта Колчак бер нәмәне лә йәшермәй һөйләй, бөтә һорауҙарға ла тулы яуап бирә.
Колчакка тоғролоҡ һаҡлаған генерал Каппель Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты ҡалдыҡтары менән. ҡаты һыуыҡҡа һәм тәрән ҡарға ҡарамайынса, уны ҡотҡарыр өсөн ярҙамға ашыға[40]. Бик хөрт ҡоралланған дивизиялары менән, ҙур юғалтыуҙар аша каппелевсылар Иркутскиға бик яҡын киләләр. Иркутск ВРК-ы ҡала ҡамалыш хәлендә тип иғлан итә. Бөтә Граждандар һуғышы тарихында тиң булмаған Иркутск өсөн бәрелештәр башлана. Әсирлеккә бер кемде лә алмайҙар. Чехословактар, ҡаланы штурмлауға бик аҙ ваҡыт ҡалғас, ҡыҙылдар менән килешеүгә киләләр. Ошо уҡ ваҡытта Колчакты үлтергәндәре билдәле була. Генерал Войцеховский һөжүмде туҡтата һәм каппелевсылар Байкал аръяғына сигенә башлайҙар[41].
1920 йылдың 6 февралдән 7 февраленә ҡараған төндә адмирал Колчак һәм Рәсәй дәүләтенең Министрҙар советы рәйесе В. Н. Пепеляев Иркутск хәрби-революцион комитеты ҡарарына ярашлы судһыҙ атып үлтерелә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #119309130 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Колчак Александр Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Alexander Wassiljewitsch Koltschak // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ «Казнь Колчака — незаконная расправа»: громогласный вывод Смольнинского суда Санкт-Петербурга
- ↑ Описательно-мотивировочная часть Решения Смольнинского районного суда г. Санкт-Петербурга под председательством судьи Т. П. Матусяк от 24 января 2017 года по делу № 02а-0185/2017 . Дата обращения: 15 ғинуар 2020. Архивировано 14 июнь 2020 года.
- ↑ Плотников, 1998, с. 11
- ↑ 7,0 7,1 Зырянов, 2012, с. 8
- ↑ Кручинин А. С. Адмирал Колчак: жизнь, подвиг, память. — М.: АСТ, Астрель, Полиграфиздат, 2010. — 538 с. — ISBN 978-5-17-063753-9[асыҡларға]
- ↑ Плотников, 1998, с. 12
- ↑ Кручинин, 2010, с. 12
- ↑ Зырянов, 2012, с. 15
- ↑ Зырянов, 2012, с. 18
- ↑ Зырянов, 2012, с. 21
- ↑ Зырянов, 2012, с. 26
- ↑ Зырянов, 2012, с. 98
- ↑ Зырянов, 2012, с. 174
- ↑ Плотников, 1998, с. 56—57
- ↑ Зырянов, 2012, с. 398—406
- ↑ 19,0 19,1 Плотников, 1998, с. 149
- ↑ Указ Временного Всероссийского Правительства // Прибайкальская жизнь, Верхнеудинск, № 65, 9 ноября 1918 года, стр.3
- ↑ Кенез П. Красная атака, белое сопротивление. 1917—1918 / Пер. с англ. К. А. Никифорова. — М.: Центрполиграф, 2007. — С. 258. — (Россия в переломный момент истории). — ISBN 978-5-9524-2748-8.
- ↑ Кручинин, 2010, с. 273
- ↑ Зимина В. Д. Белое дело взбунтовавшейся России: Политические режимы Гражданской войны. 1917—1920 гг. — М.: Рос. гуманит. ун-т, 2006. —С. 147. — 467 с. — (История и память). — ISBN 5-7281-0806-7.
- ↑ Плотников, 1998, с. 229—235
- ↑ 25,0 25,1 Зырянов, 2012, с. 457
- ↑ 26,0 26,1 Белое движение. Поход от Тихого Дона до Тихого океана, 2007, с. 106—112
- ↑ Кручинин, 2010, с. 438
- ↑ Зырянов, 2012, с. 459
- ↑ Зырянов, 2012, с. 463
- ↑ Зырянов, 2012, с. 481—485
- ↑ Гагкуев Р. Г. Генерал Каппель // Каппель и каппелевцы. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Посев, 2007. — С. 79. — ISBN 978-5-85824-174-4.
- ↑ Зырянов, 2012, с. 515
- ↑ Зырянов, 2012, с. 520—522
- ↑ Красный архив. — 1929. — Т. 2 (33). — С. 95—96.
- ↑ Зырянов, 2012, с. 531
- ↑ 36,0 36,1 Р. Г. Гагкуев Генерал Каппель //Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. М.: НП «Посев», 2007 ISBN 978-5-85824-174-4, стр.92—95
- ↑ Зырянов, 2012, с. 559
- ↑ Мельгунов С. П. Трагедия адмирала Колчака: В 2 книгах. — Книга вторая: Часть III. — М.: Айрис-пресс, Лагуна-Арт, 2005. — 496 с. + вклейка 8 с. — (Белая Россия). ISBN 5-8112-0547-3, стр. 443, 461
- ↑ Гагкуев Р. Г. Генерал Каппель // Каппель и каппелевцы. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Посев, 2007. — С. 106. — ISBN 978-5-85824-174-4.
- ↑ Хандорин В. Г. Адмирал Колчак: правда и мифы. Гл. «Адмирал уходит в последнее плавание»
- ↑ Мельгунов С. П. Трагедия адмирала Колчака: В 2 кн. — Кн. вторая, ч. III. — М.: Айрис-пресс, Лагуна-Арт, 2005. — С. 470. — 496 с. — (Белая Россия). — ISBN 5-8112-0547-3.
А. В. Колчактың хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лёд Карского и Сибирского морей // Зап. Имп. АН. Сер. 8. Физ.-мат. отд-ние. — 1909. — Т. 26, № 1.
- Последняя экспедиция на о. Беннета, снаряженная академией наук для поисков барона Толля // Изв. Имп. Рус. геогр. об-ва. — 1906. — Т. 42, вып. 2—3.
- Какой нужен России флот // Мор. сборник. — 1908. — № 6, 7.
- Современные линейные корабли / Военные флоты 1909 г. — СПб., [1909]. — С. 229—283.
- Служба Генерального штаба. — СПб., 1912.
- Инструкция для уклонения от атак подводных лодок. — [Ревель], 1915.
- Колчак, В. И., Колчак, А. В. Избранные труды / сост. В. Д. Доценко. — СПб.: Судостроение, 2001. — 384 с. — ISBN 5-7355-0592-0.
- Письмо Верховного правителя адмирала А. В. Колчака Донскому атаману генералу А. П. Богаевскому. 28 июня 1919 г. // Белый архив. — 1926. — Т. 1. — С. 136.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Биография Александра Васильевича Колчака
- Блог, посвящённый Александру Васильевичу Колчаку
- Музей истории Иркутского тюремного замка имени Колчака 2013 йылдың 14 сентябрь көнөндә архивланған.
- Расстрел Колчака: свидетельство очевидца
- Профиль во всемирном родословном древе
- Памятник в Иркутске
- Пахалюк К. Колчак, Александр Васильевич . Проект РВИО и ВГТРК «100 великих полководцев». Архивировано 16 июнь 2013 года.
- Хандорин В. А. В. Колчак и «финляндский вопрос»
- Шмелёв А. В. Внешняя политика правительства адмирала Колчака (1918—1919 гг.) / Анатолий Шмелёв. — СПб.: Изд-во Европ. ун-та в Санкт-Петербурге, 2017. — 266 с. — (Эпоха войн и революций; вып. 9). — ISBN 978-5-94380-221-8.
Ҡалып:Ҡара диңгеҙ флоты командующийҙары Ҡалып:Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы командующийҙары Ҡалып:Рәсәй хәрби ведомстволар етәкселәре
- Мунса ордены кавалерҙары
- IV класлы Изге Георгий ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Почётлы легион ордены кавалерҙары
- Изге Станислав ордены кавалерҙары (Рәсәй империяһы)
- 16 ноябрҙә тыуғандар
- 1874 йылда тыуғандар
- 7 февралдә вафат булғандар
- 1920 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- М.В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлаусылар
- Иркутскиҙа вафат булғандар
- Шәхестәр:Аҡтар хәрәкәте
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рус-япон һуғышында ҡатнашыусылар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- 1917 йылға тиклем Рус география йәмғиәте ағзалары