Өфө директорияһы
Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте (февраль — октябрь, 1917 йыл) — менән бутамаҫҡа!
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте (рәсми булмаған исемдәре — «Директория», «Өфө директорияһы») — Рәсәй көнсығышының большевиктарға ҡаршы төрлө көстәрҙең мәжбүри һәм шаҡтай тотороҡһоҙ компромисы һөҙөмтәһендә Рәсәй дәүләт власының 1918 йылдың 23 сентябрендә Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ойошторолған һәм 1918 цылдың 18 ноябрендә Омскиҙағы түңкәрелештән һуң бөтөрөлгән юғары органы. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте үҙен 1917 йылдың 7 ноябрендә Октябрь революцияһы тыуҙырған мәжбүри рәүештәге тәнәфестән һуң эшмәкәрлеген яңыртҡан сираттағы, яңы составтағы Ваҡытлы хөкүмәте сифатында күрә[1].
Ойошторолоуы һәм функциялары
Төрлө демократик «хөкүмәттәрҙең» большевиктарҙан азат ителгән территорияларында иң мөһим ролде икәү уйнай: Һамарҙағы Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты Һәм Омскиҙағы Ваҡытлы Себер хөкүмәте. Уларҙың һәр береһенең ҡораллы көстәре була: Комучтың — Халыҡ армияһы, Себер хөкүмәтенең — Себер армияһы. 1918 йылдың июнендә улар араһында башланған берҙәм хакимиәт булдырыу тураһындағы һөйләшеүҙәр Өфөлә үткән сентябрь кәңәшмәһендә генә килешеү менән тамамлана. Һөҙөмтәлә 5 кешенән торған берләшкән коллегиаль хөкүмәт — эсерҙар партияһы лидерҙарының береһе, Ваҡытлы хөкүмәттең элекке министры Н. Д. Авксентьев рәйеслегендә Директория булдырыла[2].
Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһында акт[3] Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте «Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылғанға тиклем тотош Рәсәй дәүләтендә берҙән-бер юғары власть була»[3]. Актта «өлкә хөкүмәттәренең, ваҡытлыса шарттарҙа үтәргә тура килгән юғары властың бөтә функцияларын Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең беренсе талабы менән кире ҡайтарылыуы» күҙаллана. Шулай итеп, төбәк берекмәләренең үҙ аллылығы юҡҡа сығарыла, уға алмашҡа «өлкәләрҙең киң автономияһы» индерелә һәм уның сиктәре тулыһынса «Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең тәрән аҡылына» бәйле була[3].
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә Ойоштороу йыйылышын саҡырыуҙы тиҙләтеү булышлыҡ итеү һәм артабан да уға, илдәге берҙән-бер юғары власть булараҡ, һис шикһеҙ буйһоноу йөкмәтелә[3].
Рәсәйҙең милли-дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәре федератив принциптарҙы күҙ уңында тоторға тейеш була: «федератив нигеҙле тулы хоҡуҡлы Ойоштороу Йыйылышының тулыһынса дәүләт ойошмаһын булдырыуҙы күҙаллап…, ирекле Рәсәйҙе уның географик һәм иҡтисади, шулай уҡ этник билдәләре булған айырым өлкәләренең киң автономия хоҡуҡтарын танып ҡороу, айырым территория биләмәгән милли аҙсылыҡтың мәҙәни-милли үҙбилдәләнешкә хоҡуғын таныу»[3]. Армия тураһында Актта, «сәйәси партияларҙың йоғонтоһонан азат булған, көслө, һуғышҡа һәләтле, берҙәм Рәсәй армияһын тергеҙеүе» кәрәклеге һәм шул уҡ ваҡытта «хәрбиҙәрҙгә сәйәси ойошмалар ойоштороуға рөхсәт ителмәүе һәм армияның сәйәсәттән ситләштерелеүе» тураһында белдерелә[3].
Дәүләт берҙәмлеге һәм Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо буйынса кисектергеһеҙ тип түбәндәге бурыстар һанала[3]:
1. Рәсәйҙе Совет власынан азат итеү өсөн көрәш;
2. Рәсәйҙең көсләп тартып алынған, ситләтелгән һәм тарҡау өлкәләрен ҡайтанан берләштереү;
3. Февраль революцияһынан һуң Рәсәй исеменән һәм уның башҡа өлөштәренән, ғөмүмән, Рәсәй Ваҡытлы Хөкүмәтенән тыш ниндәй булһа ла власть тарафынан төҙөлгән Брест һәм башҡа халыҡ-ара килешеүҙәрҙе танымау һәм Антанта державалары менән килешеүле мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү;
4. Герман коалицияһына ҡаршы һуғышты дауам итеү.
Составы
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте составы биш ағзанан һәм уларҙың биш урынбаҫарынан — Өфөнән ҙур алыҫлыҡта булған Директория ағзаларының шәхси дублерҙарынан һайлана.
| Һайланған ағзалар | Н. Д. Авксентьев | Н. И. Астров (Рәсәйҙең көньяғында) |
В. Г. Болдырев | П. В. Вологодский (Алыҫ Көнсышыта) |
Н. В. Чайковский (Архангельскиҙа) |
| Һайланған урынбаҫарҙар | А. А. Аргунов | В. А. Виноградов | М. В. Алексеев (Рәсәйҙең көньяғында) |
В. В. Сапожников | В. М. Зензинов |
| Директорияның ысынбарлыҡтағы составы | Н. Д. Авксентьев | В. А. Виноградов | В. Г. Болдырев | П. В. Вологодский | В. М. Зензинов |
1918 йылдың ноябрь ваҡиғаларына тиклемге эшмәкәрлеге
1918 йылдың 9 октябрендә һөжүм иткән совет ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып алыу хәүефе арҡаһында Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте Өфөнө ҡалдырып Омскиға күсенә.
13 октябрҙә Омскиға Ҡара диңгеҙ флотының элекке командующийы вице-адмирал А. В. Колчак килә, һуңғараҡ ул Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте составына инә.
4 ноябрҙә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте барлыҡ өлкә хөкүмәттәренә «барлыҡ Өлкә хөкүмәттәрен һәм Өлкә Вәкәләтле Учреждениеларын» ашығыс рәүештә тарҡатыу һәм идаралыҡ буйынса бөтә вәкәләттәрҙе Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә (Министрҙар советына) тапшырыу талабы менән мөрәжәғәт итә. Дәүләт власының бындай үҙәкләштерелеүенә, беренсе нәүбәттә, «Бөйөк һәм Берҙәм Рәсәйҙең яңырыуы өсөн көрәш йылында ватандың һуғышсан ҡеүәтен тергеҙеү» һәм «Бөтә Рәсәй масштабында тыл ойоштороу һәм армияны тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу зарурлығы» сәбәп була. Шул уҡ көндә Ваҡытлы Себер хөкүмәте министрлыҡтары һәм үҙәк идаралыҡтары базаһында Директорияның башҡарма органы — П. В. Вологодский етәкселегендәге Бөтә Рәсәй Министрҙар советы булдырыла.
Ошо ғәмәлдәр ярҙамында Рәсәйҙең көнсығышында булған бөтә өлкә, милли һәм казак хөкүмәттәре юҡҡа сығарыла һәм формаль рәүештә большевиктарға ҡаршы булған көстәр бергә туплана.
1918 йылдың 4 ноябрендә төҙөлгән «Бөтә Рәсәй» Министрҙар Советы ағзалары:
- П. В. Вологодский (рәйес),
- В. А. Виноградов (рәйес урынбаҫары),
- А. В. Колчак (хәрби һәм диңгеҙ министры),
- Ю. В. Ключников (сит ил эштәре министрлығы идарасыһы),
- А. Н. Гаттенбергер (эске эштәр министрлығы идарасыһы),
- И. И. Серебренников (тәьминәт министры),
- И. А. Михайлов (финанстар министры),
- Н. С. Зефиров (аҙыҡ-түлек министры),
- С. С. Старынкевич (юстиция министры),
- Л. А. Устругов (юл бәйләнеше министры),
- В. В. Сапожников (халыҡ мәғарифы министры),
- Л. И. Шумиловский (хеҙмәт министры),
- Н. И. Петров (ер эшкәртеү министры),
- Н. Н. Щукин (сауҙа һәм сәнәғәт министрлығының ваҡытлыса идарасыһы),
- Г. А. Краснов (дәүләт контролеры),
- Г. Г. Тельберг (Министрҙар советы эштәре идарасыһы)
Күбеһенсә «уң» Министрҙар советы сәйәси йәһәттән байтаҡҡа «һул» Директориянан ҡырҡа айырыла. Уң сәйәси курсты ҡыйыу яҡлаған Совмин эшмәкәрҙәренең лидеры финанстар министры И. А. Михайлов була, уға Г. К. Гинс, Н. И. Петров, Г. Г. Тельберг ярҙам күрһәтә. Нәҡ ошо төркөм бер генә кеше ҡулына бирелгән хәрби диктатура формаһындағы көслө һәм бер төрлө хакимлыҡты урынлаштырыуҙы маҡсат иткән заговорҙың ядроһына әүерелә[1].
Директорияның абруйы булмай, уның хакимлығы бик бушаҡ һәм көсһөҙ була. Офицерҙар составының күпселеге Директорияға дошмандарса мөнәсәбәттә була, сөнки унда нәфрәтле "керенщина"ның ҡабатланыуын күрәләр. Өҫтәүенә Директорияны даими рәүештә эске ҡапма-ҡаршылыҡтар тарҡата, хатта либераль матбуғат уны мыҫҡыллап, Крылов мәҫәлендәге аҡҡош, ҡыҫала һәм суртан менән сағыштыра. Хәрби уңышһыҙлыҡтары ла Директория власының ҡолауын яҡынайта[2].
Хөкүмәттең абруйын Директорияның эсер етәкселегенең үҙенең урындағы партия ойошмаларына инструкция нәшер итеүенә бәйле ғауға ныҡ ҡаҡшата. Документта эсерҙар партияһы ағзаларына Ойоштороу йыйылышы ағзалары тирәһендә тупланырға, ҡоралланырға һәм һәр мәлдә уң көстәргә яуап бирергә әҙер булырға тәҡдим ителә. Был эсерҙарға үҙ ҡораллы формированиеларын булдырырға саҡырыу тип ҡабул ителә. Генерал Болдырев Авксентьевтан һәм Зензиновтан аңлатма талап итә. Мәсьәләне баҫырып ҡалдырырға тырышалар, әммә Директория дошмандары эсерҙарҙы власты тартып алыу өсөн заговор әҙерләүҙә ғәйепләй башлай[4].
Эшмәкәрлегенең туҡтатылыуы
Директория үҙенең эшмәкәрлеген 1918 йылдың 17 ноябренән 18 ноябргә ҡараған төндәге ваҡиғалар һөҙөмтәһендә туҡтата. Был төндә Омскиҙа тупланған казак частарының хәрбиҙәр төркөмө тарафынан Директория рәйесе Н. Д. Авксентьев, Директория ағзаһы В. М. Зензинов, Директория ағзаһы урынбаҫары А. А. Аргунов, шулай уҡ эске эштәр министрының иптәше, йәшерен хеҙмәт етәксеһе Е. Ф. Роговский ҡулға алына. Улар быраһы ла Социалист-революционерҙар партияһы ағзалары була.
18 ноябрҙең иртәһендә Директорияның ике ағзаһы — П. В. Вологодский һәм В. А. Виноградов — ҡатнашлағында Министрҙар советы ғәҙәттән тыш ултырышына йыйылып, килеп тыуған хәл буйынса фекер алыша һәм Директорияны ғәмәлдән сыҡҡан тип таный һәм хакимлыҡты бөтә тулылылығында үҙ өҫтөнә алыуы тураһында иғлан итә, «хәрби һәм гражданлыҡ власы хәрби һәм йәмәғәтселек даирәләрендә абруй ҡаҙанған бер кеше ҡулында тупланырға тейеш» тигән һығымтаға килә. «Юғары власты Министрҙар советы ярҙамына таянған бер кешегә ваҡытлыса тапшырырға һәм уға „Юғары хаким“ исемен бирергә» тигән принципиаль ҡарар ҡабул ителә, һуңынан «Рәсәйҙә дәүләт власының ваҡытлы ҡоролошо тураһында Положение» («18 ноябрь конституцияһы» тип исемләнә) эшләнелә һәм ҡабул ителә. Положение, атап әйткәндә, Юғары хакимдың һәм Министрҙар советы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тәртибен билдәләй[5].
Йәшерен тауыш биреү юлы менән Совмин ағзалары Юғары хаким вазифаһына вице-адмирал А. В. Колчакты һайлай һәм бер үк ваҡытта званиеһын тулы адмиралға тиклем күтәрә. Колчак ризалығын белдерә һәм беренсе бойороғо менән үҙен Юғары башкомандующий итеп иғлан итә. Тарихҡа Омск йәки Колчак хөкүмәте исеме аҫтында ингән яңы хөкүмәт булдырыла. Ул 1920 йылдың 4 ғинуарына тиклем ғәмәлдә була.
Ҡулға алынған Директория ағзалары 1918 йылдың 20 ноябрендә сит илгә ҡыуыла, уларҙы поезд менән Ҡытайға сығаралар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Рәсәй дәүләте башлыҡтары (1918—1920)
- Рәсәй хөкүмәте (1919)
- Рәсәй дәүләте (1918—1920)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Журавлев В. В. «Присвоив таковому лицу наименование верховного правителя»: К вопросу о титуле, принятом адмиралом А. В. Колчаком 18 ноября 1918 г. // Антропологический форум. — 2008. — Вып. № 8. Архивировано 15 декабрь 2017 года.
- ↑ 1 2 В. Г. Хандорин Адмирал Колчак: правда и мифы. Глава «На распутье. Россия в огне» Архивная копия от 15 октябрь 2013 на Wayback Machine
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Акт об образовании всероссийской верховной власти, принятый на государственном совещании в Уфе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2010. Архивировано 21 ғинуар 2013 года.
- ↑ Зырянов П. Н. Адмирал Колчак, верховный правитель России. М.: Молодая гвардия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2025.
- ↑ Положение о временном устройстве государственной власти в России, утверждённое советом министров 18 ноября 1918 г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2012. Архивировано 21 ғинуар 2013 года.
Әҙәбиәт
- Временное Всероссийское правительство (23 сентября — 18 ноября 1918 г.). Сборник документов и материалов / Сост. и науч. ред. В. И. Шишкин. Новосибирск: Новосибирский государственный университет, 2010. 362 с.
- Шишкин В. И. Из истории формирования Совета министров Временного Всероссийского правительства (октябрь 1918 г.) // Вестник НГУ. Серия: История, филология. Новосибирск, 2007. Т. 6. Вып. 1 (история). С. 209—217.
- Шишкин В. И. Военный и морской министр Временного Всероссийского правительства А. В. Колчак // Вестник НГУ. Серия: История, филология. Новосибирск, 2008. Т. 7. Вып. 1 (история). С. 54-65.
- Шишкин В. И. Формирование Совета министров Временного Всероссийского правительства (24 сентября — 4 ноября 1918 г.) // Известия Омского государственного историко-краеведческого музея. Омск, 2008. № 14. С. 265—284.
- Шишкин В. И. Губернские (областные) комиссары Временного Сибирского, Временного Всероссийского и Российского правительства, управ¬ляю¬щие губерниями и областями Российского правительства (июнь 1918—1919) // Историческая энциклопедия Сибири. Новоси¬бирск, 2009. Т. 3. С. 676.
- Шишкин В. И. Отечественная историография Временного Всероссийского правительства // Материалы Всероссийской научной конференции «Сибирское общество в контексте мировой и Российской истории (ХIХ-ХХ вв.)», посвященной 200-летию со дня рождения генерал-губернатора Восточной Сибири Н. Н. Муравьева-Амурского. 1 октября 2009 г. Иркутск, 2010. С. 434—444.