Һамар

Һамар (рус. Самара) — Волга йылғаһының һул яҡ бейек ярында, Һамар һәм Суҡ йылғалары тамағында урынлашҡан Рәсәйҙең ҙур ҡалаһы, Һамар өлкәһенең административ үҙәге.

Совет осоронда, 1935 йылдың 27 ғинуарынан 1991 йылдың 25 ғинуарына тиклем дәүләт һәм партия эшмәкәре Валериан Владимирович Куйбышев хөрмәтенә ҡала Куйбышев тип йөрөтөлә.

Халҡы 2009 йылдың 1 ғинуарына 1,135 млн кеше. Рәсәй Федерацияһындағы Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург һәм Түбәнге Новгородтан ҡала 6-сы урында тора.

Билдәле шәхестәре

Архитектура ҡомартҡылары

undefined

Чапаев һәйкәле — граждандар һуғышы геройы Василий Иванович Чапаев хөрмәтенә 1932 йылда Һамар академия драма театры алдындағы майҙанға ҡуйылған монумент. Һәйкәлдең күсермәһе Санкт-Петербургтың С. М. Будённый исемендәге Элемтә хәрби академияһы алдындағы майҙанда урынлашҡан. Дөйөм бейеклеге 4,5 метр, шул иҫәптән постаменты — 1,3, скульптура төркөм2 бейеклеге — 3 метр. Бронзанан ҡойолған һәйкәлдең ауырлығы — 12 тонна.

Скульптуры Матвей Генрихович Манизер. Һәйкәлдең күсермәһе 1942—1943 йылдың ҡышында Лениградта ҡуйыла[6]. Композицияның үҙәгендә Василий Иванович Чапаев. Уның янында 7 кеше: башҡорт, комиссар, матрос, һалдат, эшсе, партизан, ҡыҙыл армеец[7]. Һамарҙағы оригинал 1932 йылда Монументскульптура заводында ҡойола һәм ошо уҡ әле торған урынына килтереп ҡуйыла. Ленинград өсөн күсермә 1932—1933 йылда ҡойола. 2006 йылда Харбинда ул боҙҙан эшләнә.

Аэропорт

Ҡаланың төп аэропорты «Рәсәй аэропорттары» холдингына инә («Ренова» составында)[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.gordumasamara.ru/sightseeing/
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Bul_MO_2023.xlsx
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Алексеева Ирина Васильевна 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Волкова Екатерина Станиславовна 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 март 2019)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Фильчёв Виктор Васильевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2018)
  6. Мемориальная табличка на постаменте памятника(недоступная ссылка)
  7. Б. Н. Калинин, П. П. Юревич. Памятники и мемориальные доски Ленинграда. — Л.: Лениздат, 1979. — 519 с.
  8. [ http://www.ar-management.ru/ ]

Һылтанмалар