Һамар (Волга ҡушылдығы)
Һамар | |
Һыу башы | Дөйөм Һырт |
---|---|
Дәүләт | |
Ҡушылдыҡ | Быҙаулыҡ (Һамар ҡушылдығы), Оло Соран, Соран, Туҡ, Боровка (Һамар ҡушылдығы), Оло Киңел (Һамар ҡушылдығы), Безымянка[d], Винная (Һамар ҡушылдығы), Воробьёвка[d], Грязнушка[d], Капитоновка[d], Колтубанка[d], Ҡыуай (Ырымбур өлкәһе), Лебяжка[d], Маньяжка[d], Погромка[d], Река в овраге Глинный[d], Солдатка[d], Сорока (Һамар ҡушылдығы)[d], Cорочка (Һамар ҡушылдығы)[d], Тәнәй (Һамар ҡушылдығы), Сорансыҡ, Съезжая[d], Ростоши[d], Маховка[d], Домашка[d], Вязовка[d], Платавка[d] и Ветлянка[d] |
Оҙонлоҡ |
|
Бассейн категорияһы | Категория:Һамар (Волга ҡушылдығы) бассейны |
Һыу сығымы | 50 м³/с |
Ҡайҙа ҡоя | Саратовское водохранилище[d] |
Административ-территориаль берәмек | Һамар өлкәһе и Ырымбур өлкәһе |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Бассейн майҙаны | 46 500 км² |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Һамар — Ырымбур һәм Һамар өлкәһеге йылға, Волга йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы (Һарытау һыуһаҡлағысына ҡоя).
Оҙонлоғо — 594 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 46,5 тыс. км²[1]. Йылына һыу сарыф ителә— в 236 км от устья 47,2 м³/с[2]. Йылға тамағында Һамар ҡалаһы урынлашҡан.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һамар ярҙары бер тигеҙ түгел, киңлеге 10—16 км.Һул яҡтан йылға үҙәне буйлап ярҙар текә түгел, уң яҡтан — ҡалҡыулыҡтар Һамар һыуында минераль тоҙҙар -503,7 до 839,0 мг/л. Һыу гидро-карбонат класына, кальцийлы төркөмгә ҡарай, тик ион сульфаттары кимәле юғары. рН = 7,6.
Экологтар йылғаны «уртаса кимәлдәбысранған» тип иҫәпләй, уның һыуҙарын бысратыусы төп матдәләр тип тикшеренеүселәр нитриттарҙы, фенолдарҙы, нефть продукттарын, хлорлы органик пестицидтарҙы атаай. Быҙаулыҡ ҡалаһы буйында алып тикшерелгән һыуҙа уны бысратыусы матдәләрҙең иң күп концентрацияһы түбәндәгесә : Pобщ — 588 мкг/л, нефть продукттары — 0,12 мг/л, фенолдар — 0,003 мг/л,баҡыр — 8,2 мкг/л. Әлеге ваҡытта һыуҙың сифаты яҡшыра башланы, Һамарҙа балыҡтар үрсей, сөнки йылға буйында урынлашҡан бик күп заводтар ябылды.Йылғала ҡорман, карп, сабаҡ, суртан, алабуға, һыла балығы (судак), йәйен, ажау, этэш (шырт балыҡ), аҡ сабаҡ,табан балыҡ , ҡылыс балыҡ бар. Быуынтыҡаяҡлыларҙан йылға ҡыҫалаһы осрай. Йылға буйынса үҫемлектәр күп, унда ошо һыуҙа туҡланған һәм үткенсе балыҡтар ыуылдырыҡ сәсергә килә.
Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һамар тамағынан инешенә табан:
- 25 км: Чёрная (һул.)
- 44 км: Оло Кенәле (Һамар ҡушылдығы) (уң.)
- 111 км: Ростоши йырыны (һул)
- 178 км: Безымянка (һул.)
- 197 км: Ҡолтүбә (уң.)
- 222 км: Мойка (һул.)
- 233 км: Боровка (Һамар ҡушылдығы) (уң)
- 239 км: Резерв шишмәһе (уң)
- 269 км: Быҙаулыҡ (Һамар ҡушылдығы) (һул)
- 276 км: Туҡ (Һамар ҡушылдығы) (уң)
- 327 км:исемһеҙ, Первомайский ҡасабаһы янында (һул)
- 344 км: Елшанка (Һамар ҡушылдығы) (уң)
- 348 км: Сорока (Һамар ҡушылдығы)(һул)
- 359 км: Маховка (пуң)
- 362 км: Сорочка (Һамар ҡушылдығы)(һул)
- 373 км: Кесе Соран (уң)
- 376 км: Елшанка (һул.)
- 390 км: Глинный йырыны (һул)
- 394 км: Маньяжка (һул)
- 405 км: Оло Соран (уң)
- 429 км: Красная (уң)
- 444 км: Крестовка (уң)
- 448 км: Ветлянка (һул)
- 457 км: Солдатка (уң)
- 478 км: Лебяжка (һул)
- 505 км: Платавка (уң)
- 535 км: Капитоновка (уң)
- 555 км: Казачка шишмәһе (уң)
- 577 км: Грязнушка (уң)
Атамаһының килеп сығыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һамар йылғаһының атамаһы тәүге тапҡыр Багдад хәлиәфәһе илселеге секретары, сәйәхәтсе Әхмәт ибн Фадлан яҙмаларында осрай (921 йыл), ул йылғаны «Самур» тип атай. Һамар, Самара атамаһының килеп сығыуы тураһында төрлө фараздар бар.: Шуларҙың береһе тел, география, тарих күҙлегенән ҡарағанда һинд-иран һәм һинд-арий телдәрендә, Самара боронғо мал үрсетеү менән йәшәгән халыҡ диалектында йәйге һыу, йылға (летняя река/вода) тигәнде аңлата тигәне дөрөҫлөккә яҡын кеүек[3].
Самар/а/ гидронимының тәүге өлөшө һинд-иран (арий) телендәге *sama- ‘ярты йыллыҡ, йыл; миҙгел’; боронғо һинд телендә sámā- ‘миҙгел’ һәм боронғо иран телендә *ham-, *hama- ‘йәй (һәм көҙ?)’,кесе авеста.-. ham ‘йәй’[4][5]. Башҡа һинд-европа телдәрендә оҡшаш һүҙҙәр — армәнсә. am ‘йыл, йәш’ һәм amaṙn ‘йәй’, боронғо ирл. sam, англ. summer (боронғо инглиз.-sumor), нем. Sommer (бор.юғары нем. sumar), барыһы ла ‘йәй’ мәғәнәһендәге һүҙҙәр — улар һинд-европа телендәге *s(e)ṃ(H)eh2, йәки *semā- (с распространителем *-ā), или *semer- (с распространителем *-r) һүҙенә яҡын. Был осраҡта Samar топонимы ‘йәйләү, йәйге көтөүлек (көтөүлек)’ башта мал көткән ергә, һуңыраҡ ошо тирәләге иң ҙур йылға исеме булып киткәндер.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, Samar гидронимында билдәһеҙ мәғәнәләге суффикс(тар) -a/-r бар тип түгел, ә һинд-европа *u̯er- / *u̯ēr- ‘течь (глагол);һыу, йылға’ тип тә ҡарара була[6][7]. Ошо ‘һыу’ мәғәнәһе боронғо һинд (санскр. vār-), тохар (A wär, B war), лувий (u̯a-a-ar), боронғо исланд (vari) һүҙҙәренәдә һаҡланып ҡалған (мәҫәлән, латинса urina[8]). Боронғо һинд-европалылар Samar гидронимының икенсе өлөшөнә ‘һыу, йылға’ мәғәнәһен һалһа, ул күпмелер ваҡыт үтеү менән был атаманы аңлатырға тырышыу тип аңларға кәрәк.
Макс Фасмер һүҙҙең килеп сығышын татар, сыуаш телдәрендәге «Самар», ҡалмыҡ телендәге — «Самр», төрки төркөмдәге сагатай телдәрендәге «Самар» — ҡапсыҡ, һауыт (мешок, чаша) һүҙҙәре менән бәйләргә тырыша. Башҡа варианттар ҙа бар:
- Самур (иран.)- ҡондоҙ, «бобр, выдра». Һамар йылғаһы бассейнында был кейек исеменә бәйле йылғалар бер нисә (Ҡондоҙло, Бобровка). Ләкин был осраҡта гидроним баштан уҡ Самар, ә Самур түгеллеген иҫкә төшөрөү зарур[3]
Был атаманы монгол телендәге «самар» — «өрөк» һүҙенә лә бәйләүселәр бар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Һамар (Волга ҡушылдығы)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Самара (река в Оренбургской и Куйбышевской обл.) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 3,0 3,1 Топография крепости Самара 1586-1706 гг., этимология и предшествующие упоминания топонима в письменных источниках (Topography of the Samara fortress, ethymology and preceeding mentioning of the toponim in the written sources) . www.academia.edu. Дата обращения: 11 декабрь 2015.
- ↑ Расторгуева B. С., Эдельман Д. И. Этимологический словарь иранских языков. Т. 3 : f-h. М., 2000. С. 355
- ↑ Pokorny J. Indogermanisches etymologisches Wörterbuch. Bern, 1959, p. 905
- ↑ Pokorny J. Indogermanisches etymologisches Wörterbuch. Bern, 1959, p. 78-81 (нем.). www.koeblergerhard.de. Дата обращения: 23 ноябрь 2019.
- ↑ Köbler, Gerhard, Indogermanisches Wörterbuch, (3. Auflage) 2000
- ↑ *ṷeər- The American Heritage® Dictionary of the English Language: Fourth Edition. 2000. (23 июнь 2008). Дата обращения: 6 август 2016. Архивировано из оригинала 23 июнь 2008 года. 2008 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- САМАРА 2020 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған. // Большая российская энциклопедия. Электронная версия (2017); Дата обращения: 02.04.2020
- Самара // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- Голубая книга Самарской области: Редкие и охраняемые гидробиоценозыРАН Г. С. Розенберга и доктора биологических наук С. В. Саксонова. — Самара: СамНЦ РАН, 2007. — С. 25, 29—30. — 200 с. — ISBN 5-93424-189-3. / Под редакцией чл.-корр.
- С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык, Издательство С. М. Стрельникова, 2002.
- Simon Richmond. Ulyanovsk and Samara // Russia (инг.). — Ebook. — Lonely Planet, 2009. — P. 447.