Сура (Волга ҡушылдығы)
Сура́ (сыуаш. Сăр, тау марийса Шур), эрзя Сура лей)[1] — ҙур йылға, Волга.йылғаһының уң ҡушылдығы. Ульяновск, Пенза һәм Түбәнге Новгород өлкәләре, Мордва, Марий Эл һәм Сыуашстан аша аға.
Йылғаның оҙонлоғо — 841 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 67,5 мең км². Тамағында уртаса һыу сығымы — 260 м³/с.[2].
Волга буйы ҡалҡыулығынан, Ульяновск өлкәһендәге Сурские Вершины ауылынан башлана һәм тәүҙә көнбайышҡа, һуңынан башлыса төньяҡҡа аға. Түбәнге ағымында һал ағыҙалар һәм суднолар йөрөй. Сәнәғәтте һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла. Сура буйындағы иң ҙур ҡала — Пенза. Шулай уҡ Сура буйында Сурск, Алатырь, Ядрин, Шумерля ҡалалары, тамағында — Васильсурск пристаны, Курмыш ауылы урынлашҡан. XVI быуатҡа тиклем Сура буйлап Мәскәү кенәзлегенең көнсығыш сиге үтә.
Топонимика
- Сура — бормалы йылға һәм уның йырҙаһы, күп ваҡыт, ҡырҡа боролоштар яһай. Таулы марий телендә «шур» шулай уҡ «мөгөҙ» (хайуан мөгөҙө)[3] тигәнде аңлата. Этимологияһы ошо һүҙҙән килеп сыҡҡандыр, моғайын.
- Икенсе фараз:
Мордвала йылға Сура, ҡайһы саҡта Суро тип атала, таулы марий телендә Шур, удмурт телендәге шур «йылға», сыуаш телендәге шор, шур «һаҙлыҡ», коми телендәге шор «инеш, шишмә, гөрләүек» менән сағыштыр. Былар барыһы ла Сура гидронимының Волга буйы үле фин-уғыр телендәге «йылға» терминынан сыҡҡанын фаразлау мөмкинлеген бирә.— Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. Поспелов Е.М. 2001
- Өсөнсө фараз:
Атаманың килеп сығышы тураһында мордва риүәйәте бар: «Борон замандарҙа күп халыҡтар бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгәндәр. Мордва бында килгәндә, Волгала ниндәйҙер бер халыҡ йәшәгән. Мордва Волгаға килә, ләкин алдан килгән кешеләр уларҙы йылға буйлап түбәнгә төшөргә бирмәгәндәр. Мордва ҡабат кире киткән, ләкин үрге яҡтан, Волга яғынан; улай барған, былай барған, йәшәр урын эҙләгән. Һәм икенсе йылға һыуҙарын Волгаға көньяҡтан ҡойған ергә килеп сыҡҡан. Ҡарттар бергәләп кәңәшләшә башлағандар: нишләргә, ҡайҙа барырға? Араларында иң ҡарты әйткән: „Бына был йылға нәҡ бармаҡ кеүек, ҡайҙа барырға икәнен күрһәтә. Беҙгә шул йылға буйлап китергә һәм шунда йәшәргә кәрәк тигән“. Уны тыңап, шул йылға үренә ҡарап атлағандар, унда башҡа халыҡ булмай, бер кем дә йәшәмәгән була. Урын һунар итергә яҡшы, урмандар күп була. Шулай итеп, йәшәргә ҡалғандар. Ә йылғаны Сур тип атағандар — ул, бармаҡ кеүек, уларға йәшәү урынын күрһәткән. Сур мордва телендә — „Бармаҡ“ тигәнде аңлата» («Мордва халҡының ауыҙ-тел ижады», том Х. — Саранск, 1983, 230 бит)— Древности Пензенского края в зеркале топонимики[4]
- Дүртенсе фараз: