В. И. Ленин исемендәге Волга-Дон каналы
| Волга-Дон каналы | |
|---|---|
Каналдың космостан күренеше | |
| Урынлашыуы | |
| РФ субъекты | Волгоград өлкәһе |
| Райондар | Волгоград, Светлоярский районы, Городищенский районы, Калачёвский районы |
| Код в ГВР | 11010002322312100011982 һәм 05010300712107000009550 |
| Характеристикалар | |
| Каналдың оҙонлоғо | 101 км |
| Төҙөлөү датаһы | 1 июнь 1952 |
| Шлюздар | 13 |
| Габариттары | |
| Габарит оҙонлоғо | 145 м |
| Габарит киңлеге | 17,88 м |
| Габарит тәрәнлеге | 4,5 м |
| Һыу ағымы | |
| Голова | Волга |
| · Башланыу урыны | Волгоград |
| · Башында бейеклеге | 12,3 м |
| 48°31′39″ с. ш. 44°33′13″ в. д.HGЯO | |
| Устье | Дон |
| · Тамағының урыны | Дондағы Калачтан 15 километр көньяҡ-көнсығышҡа табан |
| · Тамағы бейеклеге | 42 м |
| 48°39′59″ с. ш. 43°47′15″ в. д.HGЯO | |
| Каналдың ауышлығы | 0,29 м/км |
|
Рәсәй Федерацияһының |
В. И. Ленин исемендәге Волга-Дон каналы — Рәсәйҙәге канал. Волга һәм Дон йылғаларын Волга-Дон муйынында иң яҡын урынында тоташтыра һәм бер үк ваҡытта Каспий диңгеҙе менән Донъя океаны араһындағы бәйләнеште тәьмин итә. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң берҙәм тәрән һыу транспорт системаһы звеноһы. 1950-се йылдар башында төҙөлә, коммунизмдың бөйөк төҙөлөштәренең береһе.
Тасуирлама
Волга-Дон пароход каналы буйлап суднолар хәрәкәте Волганың Сарепта затонынан башлана.
Канал ҡоролмалары архитектураһы авторҙары: Поляков Л. М. — етәксе; Бирюков С. М., Борис Г. Г., Демидов С. В., Ковалёв А. Я., Мусатов В. В., Паньков М. В., Рочегов А. Г., Топунов Ф. Г., Якубов Р. А.; скульптор Мотовилов Г. И.; инженерҙар: Жук С. Я., Марсов В. А., Осколков А. Г., Шахов Н. В., Савиных Е. А.
1-се шлюзға инеү урыны 40 метр бейеклектәге арканан башлана. 3-сө шлюздан 7 км алыҫлыҡта «Чапурников баҫҡысы» башлана: 9 км оҙонлоҡтағы участкала суднолар алты шлюз баҫҡыстарынан 50 м бейеклеккә тиклем күтәрелә. 4-се шлюздың архитектура биҙәлеше Бөйөк Ватан һуғышына арналған. 7-се һәм 8-се шлюздар араһындағы канал участкаһы Граждандар һуғышы яланы буйлап үтә, был хаҡта 8-се шлюздағы мемориаль таҡтаташ һөйләй.
9-сы шлюздан һуң һыу бүлгесенең иң бейек нөктәһе, унан ары Варваровское һыуһаҡлағысы башлана. 10-сы шлюз эргәһендә Граждандар һуғышы ҡаһармандары А. Я. Пархоменкоға, Ф. А. Сергеевҡа (Артём) и Н. А. Рудневҡа һәйкәлдәр ҡуйылған, канал яйлап Дон йылғаһына табан түбәнәйә.
Пятиморск ҡасабаһында 13-сө шлюздан сығыу урынында скульптор Е. В. Вучетичатың 16 метрлыҡ «Фронттар берләшмәһе» монументы ҡуйылған. Бында 1942 йылдың 23 ноябрендә Сталинград һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттары ғәскәрҙәре берләшә, Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡамауҙы тамамлай[1] (ҡара: Сталинград алышы).
Канал Дон йылғаһына Дондағы Калач ҡалаһы янында ҡушыла, унда һуңғы, 13-сө шлюз урынлашҡан.
- Техник күрһәткестәре
Каналдың дөйөм оҙонлоғо — 101 км, шуларҙың 45 км һыуһаҡлағыстар аша үтә. Тәрәнлеге 3,5 м-ҙан кәм түгел.
Карта
Тарихы
Тарихсылар Волга менән Донды иң яҡын нөктәһендә тоташтырырға тырышыуҙы тәүге тапҡыр XVI быуат уртаһына билдәләй. 1569 йылда төрөк солтаны Сәлим II Ҡасим пашаны 22 мең һалдаты менән Дон буйлап өҫкә ике йылға араһында канал ҡаҙырға ебәрә. Әммә бер айҙан төрөктәр кире боролоп ҡайта[2].
Пётр I осоронда канал төҙөргә тағы бер ынтылыш яһала, төҙөлөш планы буйынса канал Волга һәм Дон ҡушылдыҡтары, Камышинка һәм Иловля араһында ҡаҙылырға тейеш була. Эш 1697 йылда башлана, уны сит ил «белгесе» Иоганн Бреккель етәкләй. Эшең уңышһыҙлыҡҡа осрауын ваҡытында аңлап, ул Рәсәйҙән ҡасып ҡына китә. Төҙөлөштө инглиз инженеры Джон Перри дауам итә. Әммә 1701 йылда Петр I иғтибарын Төньяҡ һуғышына йүнәлтә. Финанслау туҡтатыла һәм эш артабан тергеҙелмәй[2].
1917 йылға тиклем Волганы Дон менән тоташтырыу буйынса 30-ҙан ашыу проект әҙерләнә. Әммә улар араһында берәүһе лә тормошҡа ашырыла алмай: шәхси тимер юл хужалары ҡаршылыҡ күрһәтә[2]. Бынан тыш, канал төҙөлгән булһа ла, суднолар ташыуҙы яҙғыһын, йылғалар тулы ағымлы булғанда ғына алып барырға мөмкин булыр ине.
СССР осоронда проектлау
1920 йылда ГОЭЛРО планы буйынса ил хөкүмәте канал булдырыу мәсьәләһенә ҡайта. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөш проекты 1930 йылдар уртаһында ғына эшләнә.
1940 йылдың 9 сентябрендә эске эштәр халыҡ комиссары Л. П. Берия Хөкүмәт рәйесе В. М. Молотовуҡа СССР НКВД-һы составында Гидротехник төҙөлөш дирекцияһын булдырыу тураһында мөрәжәғәт итә. 1940 йылдың 11 сентябрендә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының тейешле ҡарары ҡабул ителә[3].
Проектты тормошҡа ашырыуға Бөйөк Ватан һуғышы ҡамасаулай. Сталинград алышы тамамланғандан һуң, 1943 йылда, эштәр яңынан башлана. Канал трассаһындағы эштәр менән Сергей Жук етәкселек итә (уның етәкселегендә Беломор-Балтика каналы һәм Мәскәү — Волга каналы проектлана һәм төҙөлә).
Төҙөлөш
1947 йылдың 20 октябрендә СССР министрҙар Советының 3612-се ҡарары ҡабул ителә, уны үтәү өсөн 1947 йылдың 10 ноябрендә СССР эске эштәр министрлығының гидротехник төҙөлөш лагерҙарының баш идаралығын (Главгидрострой) ойоштороу тураһында 0688-се бойороғона ҡул ҡуйыла. СССР Эске эштәр министрлығының Гидротөҙөлөш баш дирекцияһы начальнигы итеп инженер-техник хеҙмәт генерал-майоры Я. Д. Рапопорт тәғәйенләнә[4].
1948 йылдың февралендә СССР Министрҙар Советы ултырышында Волга-Дон комплексы схемаһы раҫланғас, ҡаҙыу эштәре башлана. Төҙөлөш менән Карп Павлов 1948 йылдың мартынан 1949 йылдың мартына тиклем етәкселек итә.
Төҙөлөш барышында 150 миллион м³ ер сығарылған, 3 миллион м³ бетон һалынған. Эшкә 8 мең машина һәм механизм йәлеп ителгән.
1951 йылда каналды йөҙләү өсөн заказ бирелә[5].
1952 йылдың 31 майында Сталинградтың көньяҡ ситендә, 1-се һәм 2-се шлюздар араһында, Волга һәм Дон һыуҙары ҡушыла.
1 июндән канал буйлап суднолар хәрәкәте башлана. 1952 йылдың 27 июлендә каналға Владимир Ильич Ленин исеме бирелә.
Төҙөүселәрҙе бүләкләү
Төҙөлөш тамамланғандан һуң, 6323 кеше төрлө орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә: «Почёт Билдәһе» ордены — 964 кеше, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 661 кеше, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены — 295 кеше, Ленин ордены — 122 кеше, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы — 1433 кеше, «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы — 1432 кеше, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме — 12 кеше[6]: Главгидроволгодонстройҙың баш инженеры С. Я. Жук, уның урынбаҫарҙары Г. А. Руссо һәм Н. А. Филимонов, Цимлянск гидроэлектр комплексының төҙөлөш начальнигы В. А. Барабанов, төҙөлөш етәкселәре А. П. Александров, А. А. Щербинин, экскаваторсылар И. В. Ермоленко, Е. П. Симак, Д. А. Слепуха, А. П. Усков,, бульдозерсы В. И. Елисеев һәм электр иретеп йәбештереүсе А. А. Улесов[7].
Филателияла
- СССР-ҙың почта маркалары
Почта маркаһы, 1951 йыл: Волга-Дон каналы (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1654)
Әҙәбиәт
- Бернштейн-Коган С. В. Волго-Дон. Историко-географический очерк. — М.: Издательство АН СССР, 1954.
- Бусленко Н. И. Волго-Дон: слияние вод. Историко-экономические, социально-политические очерки строительства Волго-Донского канала, Цимлянского гидроузла и ирригационных систем Юго-Востока России. Документы. Комментарии. Мемуары. Беллетристика. В 5 кн. — Ростов-на-Дону, 2011.
- Смирнов Н. Н. Тайны Волгодонстроя. — Волжский, 2002. — 519 с.
- Гришин М. М. Волго-Донской канал. elib.shpl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025. — Ростов н/Д: [4-я гостип. ДПБ Красный прогресс], 1925. — 52 с.
- Волго-Донская магистраль: Выбор наивыгоднейшего варианта Волго-Донского Канала / под. ред. гл. инженера строительства Волго-Дона, профессора А. С. Аскамитного. — Ростов-на-Дону: Управление главного инженера строительства Волго-Дона, 1930. — Т. выпуск II. — 187 с.
Һылтанмалар
- Волго-Донской судоходный канал. Памятники и достопримечательности Волгограда. monument.volgadmin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.
- Волго-Донской канал: история, фотографии. www.volfoto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.
- Сферическая панорама в камере первого шлюза ВДСК. panorama.volfoto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.
- Строительство каналов «Волгодон-2» и «Евразия»: вопросов больше, чем ответов. www.stroyka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025. Архивировано из оригинала 20 август 2014 года.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Памятник Соединение фронтов. www.volfoto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2025. Архивировано из оригинала 18 май 2018 года.
- ↑ 1 2 3 Город-герой Волгоград : Экскурсии, путешествия. Справочник-путеводитель / Сост. И. Артамонов, Б. Смагоринский. — Волгоград : Волгоградская правда, 1980. — С. 184—185. — 416 с. — 50 000 экз.
- ↑ ГАРФ. — Фонд Р-5446. — Опись 24. — Дело 23. — Лист 3.
- ↑ Цыпин А. П.: НКВД — МВД СССР. Апрель 1943 года — март 1953 года. istmat.info. Проект «ИСТорические МАТериалы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-23-08. Архивировано 22 февраль 2020 года.
- ↑ Красная звезда, № 121, 26 мая 1951 года
- ↑ Герои Социалистического Труда — строители Волго-Донского судоходного канала имени В. И. Ленина. Волгодонский эколого-исторический музей (2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-23-08. Архивировано 5 февраль 2021 года.
- ↑ Город-герой Волгоград : Экскурсии, путешествия. Справочник-путеводитель / Сост. И. Артамонов, Б. Смагоринский. — Волгоград : Волгоградская правда, 1980. — С. 189. — 416 с. — 50 000 экз.
Ҡалып:Крупнейшие предприятия Волгограда Ҡалып:Транспорт Волгограда Ҡалып:Великие стройки коммунизма Ҡалып:Судоходство на Волге
