Донъя океаны

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Донъя океаны
Вид с воздуха
Майҙаны
  • 361 260 000 км² (1980)
Видео
Температура 5 °C
Баҫым 20 мегапаскаль
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Ер
Глубочайшая точка Мариан улағы
Ауырлығы 1,4E+21 килограмм
Күләме 1 332 000 000 ± 1 000 000 км³[1], 1 340 740 000 км³ и 1 370 000 000 км³[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Файл:Oceanus.png
Солёность 35 ‰
Вертикаль тәрәнлеге 11 022 метр
Тығыҙлыҡ 1,024 грамм на кубический сантиметр
Кем ҡушҡан Юлий Михайлович Шокальский[d] и Бернхард Варен[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Донъя картаһы, океандар күк төҫ менән күрһәтелгән

Донъя океаны — гидросфераның төп өлөшө, ләкин Ерҙе тоташ ҡапламай, материктарҙы һәм утрауҙарҙы аймап алған һәм тоҙ составы бер иш һыу ҡатламы. Донъя океаны ер өҫтөнөң 70,8 % ҡаплаған тиерлек.

Континенттар һәм ҙур дәүмәлле архипелагтар донъя океанын дүрт ҙур өлөшкә (океанға) бүлгән: Атлантик океан, Һинд океаны, Тымыҡ океан, Төньяҡ Боҙло океан. 2000 йылда Халыҡ-ара гидрографик ойошма уларҙан Көньяҡ океанды айырыуҙы тәҡдим итә[3].

Океандарҙың ҙур өлкәләре диңгеҙҙәр, ҡултыҡтар, боғаҙҙар һәм башҡалар булараҡ билдәле. Ерҙәге океандар тураһындағы фән Океанология тип атала.

Донъя океанының килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Панталасса суперокеаны менән уратып алынған Пангея

Донъя океанының килеп сығышы йөҙәр йыл дауамында барған бәхәстәрҙең предметы булып тора.

Архейҙа океан эҫе булған тип иҫәпләнә. Был һыуҙа күп һанлы төрлө металдар, бигерәк тә FeCl2 хлориды рәүешендәге тимер эрегән. Фотосинтезлаусы бактерияларҙың эшмәкәрлеге атмосферала кислород барлыҡҡа килтерә. Ул океан тарафынан йотола һәм һыуҙа тарҡалған тимерҙе окислауға тотонола.

Палеозойҙың силур осоронан башлап мезозойға тиклем Пангея суперконтиненты Ер шарының яртыһын тиерлек ҡаплаған боронғо Панталасс океанын уратып алған тигән гипотеза бар.

Океанды тикшереү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Океанды тәүге тикшереүселәр — диңгеҙ сәйәхәтселәре. Географик асыштар ваҡытында континенттарҙың, океандарҙың һәм утрауҙарҙың һыҙаттары өйрәнелә. Фернан Магеллан (1519—1522) һәм артабанғы Джеймс Куктың (1768—1780) экспедициялары европалыларға планетабыҙ континенттарын уратып алған киң һыу киңлектәре һәм ҡитғаларҙың дөйөм һыҙаттарын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә. Донъяның тәүге карталары төҙөлә. XVII һәм XVIII быуаттарҙа яр буйы һыҙаттары ентекле тасуирлана, донъя картаһы заманса төҫ ала. Әммә океандың тәрәнлеге бик насар өйрәнелгән. XVII быуат уртаһында Голландия географы Бернхард Варен «Донъя океаны» терминын Ерҙең һыу киңлектәренә ҡарата ҡулланырға тәҡдим итә.

XIX быуатҡа тиклем хатта бөйөк океан сәйәхәтселәре лә үҙҙәре йөҙөп урындарҙа океандың тәрәнлеген белмәй[4]. Джеймс Росс 1830—1840 йылдарҙағы Антарктикаға британия экспедицияһы ваҡытында океан тәрәнлеген үлсәү ысулын беренсе булып уйлап таба. 1854 йылда Бруктың йөгө айырыла торған лоты барлыҡҡа килә. Шул уҡ ун йыллыҡта Берриман һәм Дейман океан тәрәнлегенең тәүге системалы үлсәүҙәрен яһайҙар. Был М. Ф. Мориға төньяҡ Атлантиканың тәүге батиметрик картаһын төҙөргә мөмкинлек бирә[5].

1872 йылдың 22 декабрендә махсус йыһазландырылған елкәнле-пар корветы «Челленджер» беренсе океанографик экспедицияла ҡатнашыу өсөн инглиз порты Портсмуттан сыға[6].

Донъя океанының хәҙерге концепцияһы XX быуат башында рәсәй һәм совет географы, океанографы һәм картографы Шокальский Юлий Михайлович (1856—1940) тарафынан эшләнә.

Ул 1917 йылда тәүге тапҡыр «Донъя океаны» төшөнсәһен фәнгә индерә[7], бөтә океандарҙы — Һинд, Атлантик, Арктика, Тымыҡ океанды — Донъя океанының бер өлөшө тип һанай.

XX быуаттың икенсе яртыһында океан тәрәнлеген интенсив тикшереү башлана. Эхолокация ысулы менән океан тәрәнлегенең ентекле карталары төҙөлә, океан төбө рельефының төп формалары асыла. 1960 йылдар аҙағында был мәғлүмәттәр, геофизик һәм геологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре менән берләштерелеп, плиталар тектоникаһы теорияһын — литосфера хәрәкәте тураһында хәҙерге геологик теория ойоштороуға килтерә. Океан ҡабығының төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн океан төбөн быраулау буйынса халыҡ-ара программа ойошторолған. Теорияны раҫлау — программаның төп һөҙөмтәләренең береһе.

Тикшереү методтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Триест батискафы
  • XX быуатта Донъя океанын тикшеренеүҙәр ғилми-тикшеренеү судноларында алып барыла. Улар океандарҙың билдәле бер райондарына даими рейстар яһай. «Витязь», «Академик Курчатов», «Академик Мстислав Келдыш» кеүек ватан караптары тикшеренеүгә ҙур өлөш индерә. Океанда халыҡ-ара фәнни тәжрибәләр— Полигон-70, МОДЕ-I, ПОЛИМОДЕ — үткәрелә.
  • Тикшеренеүҙәр барышында «Пайсис», «Мир», «Триест» кеүек тәрән һыулы аппараттары файҙаланылған. 1960 йылда «Триест» тикшеренеү батискафы, Мариан улағына төшөп, рекорд ҡуя. Тәрәнлеккә төшөүҙең иң мөһим фәнни һөҙөмтәләренең береһе — бындай тәрәнлектә юғары ойошҡан тормош асыҡлана.
  • 1970-се йылдарҙа тәүге махсуслаштырылған океанографик юлдаштар ебәрелә (АҠШ-та SEASAT, СССР-ҙа Космос-1076).
  • 2007 йылдың 12 апрелендә океандың төҫөн һәм температураһын өйрәнеү өсөн Ҡытай юлдашы Хайян-1В ебәрелә[8].
  • 2006 йылда НАСА-ның Jason-2 юлдашы океан әйләнешен һәм диңгеҙ кимәле тирбәлеүен өйрәнеү өсөн Ocean Surface Topograpy Mission (OSTM) халыҡ-ара океанографик проектында ҡатнаша башлай[9].
  • 2009 йылдың июленә Канадала Донъя океанын өйрәнеү буйынса иң ҙур фәнни комплекстарҙың береһе төҙөлә[10].

Ғилми ойошмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музейҙар һәм океанариумдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Донъя океаны музейы
  • Монаконың Океанография музейы
  • Мәскәүҙәге Океанариум
  • Дубайҙағы Океанариум

Донъя океанын бүлеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Океандарҙың төп морфологик характеристикаһы
(«Океан атласы» буйынса, 1980 йыл)[11]
Океандар Һыу
өҫтө
майҙаны,
млн км²
Күләм,
млн км³
Уртаса
тәрәнлек,
м
Иң тәрән
урыны,
м
Атлантик океан 91,66 329,66 3597 Пуэрто-Рико (8742)
Һинд океаны 76,17 282,65 3711 Ява уйһыулығы (7209)
Төньяҡ Боҙло океан 14,75 18,07 1225 Гренланд диңгеҙе (5527)
Тымыҡ океан 178,68 710,36 3976 Мариан улағы (11 022)
Донъя 361,26 1340,74 3711 11 022

Бөгөнгө көндә Донъя океанын бүлеүгә гидрофизик һәм климат үҙенсәлектәрен, һыу характеристикаларын, биологик һәм башҡа факторҙарҙы иҫәпкә алған бер нисә ҡараш бар. XVIII—XIX быуаттарҙа уҡ шундай бер нисә версия була. Мальте-Брён, Конрад Мальте-Брён һәм Флерье, Шарль де Флерье ике океанды билдәләй. Өс өлөшкә бүлеүҙе, атап әйткәндә, Филипп Буаче һәм Генрих Стенффенс тәҡдим итә. Итальян географы Адриано Бальби (1782—1848) Донъя океанында дүрт төбәкте айырып күрһәтә: Атлантик океан, Төньяҡ һәм Көньяҡ Боҙло диңгеҙҙәр һәм Бөйөк океан (бындай бүленеш ошо төбәктәрҙең зоогеографик шарттары оҡшашлығы арҡаһында Һинд һәм Тымыҡ океан араһында аныҡ сикте билдәләүҙең мөмкин булмау һәм был төбәктәрҙең зоогеографик шарттарының оҡшашлығы эҙемтәһе була). Бөгөн йыш ҡына Һиндостан-Тымыҡ океан төбәге тураһында әйтәләр. Ул зоогеография зонаһының тропик өлкәһендә урынлашҡан, уның составына Һинд һәм Тымыҡ океандарҙың тропик өлөштәре, шулай уҡ Ҡыҙыл диңгеҙ инә. Төбәктең сиге Африка ярҙары буйлап Игольный моронона тиклем, һуңыраҡ — Һары диңгеҙҙән Яңы Зеландияның төньяҡ ярҙарына һәм Көньяҡ Калифорниянан Көньяҡ тропикҡа тиклем үтә.

Океандар географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъя океаны өҫтөнөң уртаса йыллыҡ температураһы

Дөйөм физик-географик мәғлүмәттәр[12]:

  • Уртаса температура: 5 °C;
  • Уртаса баҫым: 20 МПа;
  • Уртаса тығыҙлығы: 1.024 г/см³;
  • Уртаса тәрәнлеге: 3711 м
  • Дөйөм ауырлығы: 1,4⋅1021 кг;
  • Дөйөм күләме: 1370 млн км³[13];
  • рН: 8,1±0,2.

Океандың иң тәрән нөктәһе — Тымыҡ океандың Төньяҡ Мариан утрауҙары эргәһендә урынлашҡан Мариан улағы. Уның максималь тәрәнлеге — 11 022 м. Уны 1951 йылда Британияның «Челленджер II» һыу аҫты кәмәһе өйрәнә, һәм уның хөрмәтенә уйпатлыҡтың иң тәрән өлөшө «Челленджер упҡыны» тип атала.

Донъя океаны һыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә донъя океаны һыуҙары Ер гидросфераһының төп өлөшөн — океаносфераны тәшкил итә. Йылға ағымы һәм яуым-төшөм менән океанға ингән сөсө һыу күләме 0,5 млн кубометрҙан артмай, был яҡынса 1,25 м ҡалынлыҡтағы океан өҫтөндәге һыу ҡатламына тап килә. Шуға ла океан һыуҙарының тоҙ составы даими һәм тығыҙлығы үҙгәрмәй тиерлек. Океандың горизонталь һәм вертикаль йүнәлештә өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеүе һыу массаһы булараҡ берҙәмлеген тәьмин итә. Океанда, атмосфералағы кеүек үк, киҫкен тәбиғәт сиктәре юҡ. Бында энергия туплана һәм матдәләр алмашыныуының глобаль механизмы бара, уға ер өҫтө һыуҙарын һәм атмосфераны ҡояш нурланышының тигеҙ йылытыуы ярҙам итә.

Донъя океанының һыу йыйыу бассейндары картаһы
     бассейн Атлантик океан      бассейн Тымыҡ океан      бассейн Һинд океаны      бассейн Төньяҡ Боҙло океан      бассейн Көньяҡ океан      бассейн Урта диңгеҙ      бассейн Кариб диңгеҙе      ағымһыҙ өлкә

Төбөнөң рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диңгеҙ ағымдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диңгеҙ ағымдары — океан һыуының ҙур массаларының хәрәкәте — донъяның күп төбәктәренең климатына етди йоғонто яһай.

Геологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Океан Ер климатын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай. Уның өҫтөнә сыҡҡан ҡояш нурланышының байтаҡ өлөшөн йотоп һәм үҙгәртеп, йылылыҡ көйләүсе ролен үтәй. Океан өҫтө менән атмосфера араһында даими һыу һәм энергия алмашыу бара.

Ҡояш радиацияһы тәьҫирендә һыу парға әйләнә һәм унда төрлө яуым-төшөм рәүешендә яуа. Диңгеҙ ағымдары йылынған йәки һыуытылған һыуҙы башҡа киңлектәргә күсерә һәм планета тирәләй йылылыҡ таралыуы өсөн яуаплы. Улар тропиктарҙа алынған артыҡ йылылыҡты яңынан бүлә. Был күсереү поляр төбәктәрҙә көслөрәк[14].

Һыуҙың йылы һыйышлығы ҙур, шуға күрә океан температураһы һауа йәки ҡоро ер температураһына ҡарағанда күпкә әкренерәк үҙгәрә.

Әгәр ағымдарҙы тыуҙырыусы факторҙар даими булһа, даими ағым барлыҡҡа килә, әгәр ҙә улар эпизодик характерҙа булһа, ҡыҫҡа ваҡытлы, осраҡлы ағым формалаша. Өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса ағымдар һыуҙарын төньяҡҡа күсереүсе меридиональ, йәки киңлек буйынса таралған зональ ағымдарға бүленә. Һыу температураһы буйынса йылы, һыуыҡ, нейтраль ағымдар була.

Океандарҙағы ағымдарҙың йүнәлешенә тайпылыу көсө йоғонто яһай. Ул Ерҙең әйләнеүе арҡаһында барлыҡҡа килә һәм Кориолис көсө тип атала. Төньяҡ ярымшарҙа ағымдарҙы уңға, ә Көньяҡ ярымшарҙа һулға бора. Ағымдарҙың тиҙлеге секундына уртаса 10 метрҙан артмай, 300 метр тәрәнлеккә тарала.

Экология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Океанда төрлө йән эйәләре йәшәй, шуларҙан:

Антарктик һыуҙар өҫтөндәге стратосферала озон концентрацияһы кәмеү океандың углекислый газды әҙерәк йотоуына килтерә[15], был кальцийлы ҡабырсаҡтарға,һөлдәле моллюскыларға, ҡыҫала кеүектәргә янай.

Иҡтисади әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъя океаны атласы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

уртаса йыллыҡ диңгеҙ өҫтө температураһы (2009)
уртаса йыллыҡ диңгеҙ тоҙлолоғо (2009)
диңгеҙ өҫтөндә уртаса йыллыҡ ирегән кислород миҡдары (2009)
диңгеҙ өҫтөндә уртаса йыллыҡ фосфат миҡдары (2009)
диңгеҙ өҫтөндә уртаса йыллыҡ кремний кислотаһы миҡдары (2009)
диңгеҙ өҫтөндә уртаса йыллыҡ селитра миҡдары (2009)
уртаса йыллыҡ кислород бүленеп сығыу миҡдары, 1000 м тәрәнлектә (2009)

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Океан
  • Биология океана
  • Всемирный день океанов
  • Морская вода
  • Древние океаны
  • Континент
  • Атлантида
  • Гондвана
  • Уровень моря
  • Повышение уровня моря

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.whoi.edu/page.do?cid=74755&ct=162&pid=7545&tid=282
  2. Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Южный океан / Деев М. Г. // Шервуд — Яя. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 570. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 35). — ISBN 978-5-85270-373-6.
  4. Шокальский, 1959, с. 81
  5. Шокальский, 1959, с. 82—84
  6. Происхождение и развитие океана / Богданов Ю. А., Каплин П. А., Николаев С. Д.. — М.: Мысль, 1978. — С. 10. — 160 с.
  7. Залогин Б. С., Кузьминская К. С. Мировой океан. Учебное пособие. — М.: Академия, 2001. — С. 6. — 192 с.
  8. Китай начал эксплуатацию нового спутника для исследований океана. Дата обращения: 9 август 2009. Архивировано из оригинала 1 декабрь 2008 года.
  9. Для GPS-мониторинга океана готовят новый спутник. Дата обращения: 16 май 2019. Архивировано из оригинала 27 март 2015 года.
  10. В Канаде построена крупнейшая в мире подводная лаборатория. Дата обращения: 6 август 2009. Архивировано из оригинала 25 август 2011 года.
  11. Атлас океанов. Термины, понятия, справочные таблицы.— М.: ГУНК МО СССР, 1980. С. 84—85
  12. Пол Хендерсон. Неорганическая биохимия. — Наука, 1985.
  13. Океан (Мировой океан) // Никко — Отолиты. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — С. 328. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 18).
  14. Океан, наш климат и погода. library.wmo.int. Дата обращения: 23 май 2022. Архивировано 5 май 2022 года.
  15. Озоновые дыры мешают океану поглощать углекислоту

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Экспедиции и открытия
  • За тайнами Нептуна / Науч. ред. и послесл. А. А. Аксёнова. — М.: Мысль, 1976. — 399 с. — (XX век: Путешествия. Открытия. Исследования).
Океанология
  • Вегенер А. Происхождение континентов и океанов / Пер. с нем. П. Г. Каминского под ред. П. Н. Кропоткина. — Л.: Наука, 1984. — 285 с.
  • Степанов В. Н. Океаносфера. — М.: Мысль, 1983. — 270 с.
  • Шамраев Ю. И., Шишкина Л. А. Океанология. — Л.: Гидрометеоиздат, 1980. — 382 с.
  • Гусев А. М. Основы океанологии. — М.: Изд-во МГУ, 1983. — 246 с.
  • Гусев А. М. Антарктида. Океан и атмосфера. — М.: Просвещение, 1983. — 151 с.
  • Перрен Ж., Клуазо Ж. Океаны / Пер. с фр. — М.: Летний сад, 2011. — 320 с., ил., 400 экз., ISBN 978-5-98856-126-2
Ресурсы
  • Моисеев П. А. Биологические ресурсы Мирового океана. — 2-е изд. — М.: Агропромиздат, 1989. — 366 с. — ISBN 5-10-000265-4.
  • Захаров Л. А. Введение в промысловую океанологию. — Калининград, 1998. — 83 с.
Общая информация

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Океаны Ҡалып:Морские течения