Төньяҡ Америка (регион)

Төньяҡ Америка (ингл. Northern America) — Төньяҡ Америка ҡитғаһының бер өлөшөн тәшкил иткән[1] һәм Латин Америкаһынан төньяҡтағы территорияларҙы биләгән төбәк атамаһы. Төбәккә АҠШ, Канада, Бермуд утрауҙары, Сен-Пьер һәм Микелон, Гренландия инә[2][3]. Донъяла иҡтисади яҡтан иң үҫешкән макротөбәктәрҙең береһе булып тора.

Төбәктең урынын билдәләү

Рус телендә бер аҙ билдәһеҙлек бар, сөнки инглиз телендә Төньяҡ Америка төбәге North America тип түгел, Ә Northern America тип атала, уны яҡынса Американың төньяҡ өлөшө тип тәржемә итергә мөмкин. Континентты Бөйөк Британия, Франция һәм Испания үҙ-ара бүлешкән саҡта «Northern America» термины 1755 йылғы карталарҙа ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта был атама менән Латин Америкаһының төньяғында урынлашҡан иҡтисади яҡтан үҫешкән дәүләттәрҙе һәм территорияларҙы йөрөтәләр[4].

Регион составы

Дәүләт йәки территория Майҙан
(км²)[5]
Халҡы Халҡы тығыҙлығы
(км²-ға)
баш ҡала
Бермуд утрауҙары Бермудтар (Бөйөк Британия Бөйөк Британия) &&&&&&&&&&&&&054.&&&&&054 &&&&&&&&&&065000.&&&&&065 000 1203.7 Гамильтон
Канада Канада &&&&&&&&09984670.&&&&&09 984 670 &&&&&&&036048521.&&&&&036 048 521 3.4 Оттава
Гренландия (административ берәмек) Гренландия (Дания Дания) &&&&&&&&02166086.&&&&&02 166 086 &&&&&&&&&&055984.&&&&&055 984 0.026 Нуук
Сен-Пьер һәм Микелон Сен-Пьер һәм Микелон (Франция Франция) &&&&&&&&&&&&0242.&&&&&0242 &&&&&&&&&&&06080.&&&&&06080 24.8 Сен-Пьер
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ[6] &&&&&&&&09826675.&&&&&09 826 675 &&&&&&0325607197.&&&&&0325 607 197 32.7 Вашингтон

Халҡы

Йыл Төньяҡ Америка
халҡы
Канада халҡы,
% регионға ҡарата
АҠШ халҡы,
% регионға ҡарата
1950 171,615,000 92 %
1960 204,318,000 +19.1 % 17,909,000 8.8 % 186,326,000 91.2 %
1970 231,284,000 +13.2 % 21,717,000 9.4 % 209,464,000 90.6 %
1980 254,454,000 +10.0 % 24,516,000 9.6 % 229,825,000 90.4 %
1990 281,162,000 +10.5 % 27,701,000 9.9 % 253,339,000 90.1 %
2000 313,289,000 +11.4 % 30,667,000 9.8 % 282,496,000 90.2 %
2010 344,529,000 +10.0 % 34,017,000 9.9 % 310,383,000 90.1 %

Иҫкәрмәләр

  1. Мексиканан тыш
  2. Definition of major areas and regions (ингл.). ESA.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2016. Архивировано 3 июль 2019 года.
  3. Composition of macro geographical (continental) regions, geographical sub-regions, and selected economic and other groupings (ингл.). UNStats.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2016. Архивировано 17 апрель 2010 года.
  4. Torrey, Barbara Boyle & Eberstadt, Nicholas. 2005 (Aug./Sep.). «The Northern America Fertility Divide. Архивировано из оригинала 7 ноябрь 2007 года.Hoover Institution Policy Review. No. 132.
  5. Demographic Yearbook—Table 3: Population by sex, rate of population increase, surface area and density (инг.) : journal. — United Nations Statistics Division, 2008. Архивировано 25 декабрь 2018 года.
  6. Гавай штатын һәм материкҡа ҡарамаған башҡа бойондороҡло территорияларҙы индереп