Микронезия
Макаронезия — менән бутамаҫҡа!
Микронезия («Бәләкәй утрауҙар», бор. грек. μικρός — кесе, бәләкәй + νῆσος — утрау)[1] — Океаниялағы бәләкәй утрауҙар төркөмдәренең дөйөм атамаһы. Гильберт, Мариан, Маршалл утрауҙары һәм башҡаларҙан тора (бөтәһе 1500-ҙән ашыу утрау).
Микронезияла ҡоро ерҙең дөйөм майҙаны бик бәләкәй, шулай уҡ халыҡ һаны ла бик аҙ. Әммә бында бик ҙур диңгеҙ иҡтисади зоналары бар.
Микронезияла түбәндәге дәүләттәр һәм бойондороҡло территориялар бар:
Географияһы
Микронезияға 1500-гә яҡын утрау инә, уларҙың дөйөм майҙаны 2,6 мең км²-ҙан ашыу (1997 йылғы Ҙур энциклопедия һүҙлеге мәғлүмәттәре буйынса).
Географик ҡоролошо
Географик яҡтан Микронезия түбәндәгеләрҙән тора:
Шуларҙан Көнбайыш Каролина һәм Мариан утрауҙары вулкан сығышлы. Мариан утрауҙарының иң ҙуры — Гуам утрауы, баш ҡалаһы — Агана. Урындағы халыҡ архипелагты ике өлөшкә бүлә — Ратак (Ҡояш сығыу утрауҙары) һәм Ралик (Ҡояш байыу утрауҙары).
Иң ҙур атолдары: Бикини (Эшшольц), Ронгелап (Римский-Корсаков), Малоэлап (Аракчеев), Маджуро, Эниветок (Браун), Кусаие, Улити, Тарава һ.б., шулай уҡ Сенявин утрауҙары (уларҙың иң ҙуры — Понапе) һәм Трук утрауҙары.
Уларҙың ҡайһы берҙәренең ике исеме бар, шул иҫәптән урыҫ исеме лә бар. Улар Отто Коцебу етәкселегендәге урыҫ экспедицияһының иҫтәлеге.
Дәүләт ҡоролошо
Хәҙерге ваҡытта Микронезия бер нисә дәүләткә бүленә.
Микронезия Федератив Штаттары — 4 штат (Понпеи, Кусаие, Чуук, Яп), улар шул уҡ исемле утрауҙарҙа һәм яҡын-тирәләге утрауҙар төркөмдәре: Кусаие һәм Понпеи һәм Яп һәм Чуук (Трук) утрауҙары төркөмдәрендә урынлашҡан. Халҡы — 107 900 кеше (2008). Баш ҡалаһы: Понпеи (элекке Понапе) утрауындағы Паликир, 7 мең кеше. Рәсми теле: инглиз теле. Байрамдары: 3 ноябрь — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө. Экспортҡа копра, борос, балыҡ, кокос майы, ҡул эштәрен сығара. АҠШ менән ирекле бәйләнештә.
Маршалл Утрауҙары. Халҡы — 56 400 кеше (2003). Баш ҡалаһы: Маджуро, 25 400 кеше (2004). Телдәре: маршалл һәм инглиз теле. Дине: протестантлыҡ һәм католицизм. Экспорт: копра, кокос майы, балыҡ, коралл, ҡул эштәре. 1529 йылда испан А. Сааведра тарафынан асыла, артабан Гильберт һәм Маршалл тарафынан тикшерелә. Байрамдары: 1 май — Конституция көнө.
Кирибати — 5 миллион км² майҙанда урынлашҡан 33 мәрйен утрауы. Был Гильберт, Феникс, Лайн һәм Банаба (элекке Ошен) утрау төркөмдәре. Халҡы: 98 мең кеше (2009). Баш ҡалаһы: Тарава атолында урынлашҡан Көньяҡ Тарава, 40 300 кеше (2005). Иң бейек нөктәһе — Саммит, 81 м. Рәсми теле — инглиз теле, әммә барыһы ла кирибати (тунгаруа) телендә һөйләшә. Диндәре — протестантизм, католицизм. Хайуандар донъяһында тик ҡоштар һәм бөжәктәр генә. Копра, балыҡ экспортлай. Байрам көндәре: 21 июль — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Палау (Белау) 328 утрауҙан тора, дөйөм майҙаны 458 км², иң ҙуры — Бабелтуап, иң бейек нөктәһе 217 м. Халҡы — 20,9 мең кеше (2008). Баш ҡалаһы — Бабелтуап утрауында урынлашҡан Нгерулмуд, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 391 кеше йәшәй. Рәсми теле — инглиз, палау елдәре. Диндәре — католицизм, протестантизм. ни бары 8 утрауҙа ғына кеше йәшәй. Хайуандар донъяһы ваҡ кимереүселәр, селәүсендәр, ҡоштар һәм бөжәктәр менән бирелгән. Байрам көндәре: 1 октябрь — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө. Утрауҙарға европалыларҙан тәүгеләрҙән булып XVII быуатта испандар килә. 1889 йылда утрауҙар Германияға һатыла. Экспорт — копра һәм тунец. АҠШ менән бәйле дәүләт.
Науру — яңғыҙ мәрйен утрауы, күтәрелгән атол. Науру дәүләтен барлыҡҡа килтерә. Майҙаны — 21 км². Халҡы — 11,3 мең кеше (2009). Уның рәсми баш ҡалаһы юҡ, ил хөкүмәте Ярен округында урынлашҡан. Рәсми телдәре — инглиз һәм науру телдәре. Иҡтисадының нигеҙендә фосфорит сығарыу торған. Байрамдары: 26 октябрь — Ангам көнө.
Төньяҡ Мариан утрауҙары. Халҡы: 86 600 кеше. Баш ҡалаһы: Сайпан, 62 400 кеше йәшәй (2000). Иң бейек нөктәһе — 965 м. Рәсми теле: инглиз теле. Дине: католицизм. Магеллан тарафынан асылған, XIX быуат аҙағына тиклем Испания колонияһы булып ҡала, 1899 йылда Германияға һатыла, хәҙер АҠШ биләмәһе. Экспорт: ҡулланыу тауарҙары, аҙыҡ-түлек продукттары.
Гуам — төркөмдәге ингән ҙур утрау; бейеклеге 405 м тиклем яҫытаулыҡта урынлашҡан. АҠШ биләмәһе. Халҡы — 173,5 мең кеше (2007). Баш ҡалаһы — Хагатна, 1,1 мең кеше (2000). Рәсми телдәре — инглиз, чаморро. Губернатор идара итә. Дине: католицизм. Экспорт: кейем-һалым, эсемлектәр, тәмәке, электроника. Байрам көндәре: марттың 1-се дүшәмбеһе — Гуам көнө, 21 март — Азатлыҡ көнө. Утрауҙы Магеллан 1521 йылдың 6 мартында аса, 1565 йылдан Испания колонияһы була, ә 1898 йылдан АҠШ милке.
Тарихы
Микронезиялылар Микронезияға бер нисә мең йыл элек килеп ултырған. XVI быуатта бөтә Микронезия тиерлек Испания, ә XIX быуатта Науру Германия, Гилберт утрауҙары Британия колонияһы була. 1898 йылда, Испания — Америка һуғышынан һуң, Гуам утрауы АҠШ-ҡа, ә испан Микронезияһының ҡалған өлөшө Германияға күсә. 1914 йылда Германия Микронезияһы Япония тарафынан баҫып алына (Австралия административ яҡтан Германия Яңы Гвинеяһы составына ингән Науру утрауы ғына баҫып ала). Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң бөтә япондар Микронезиянан ҡыуыла; элекке япон биләмәләре БМО ҡарамағында булған АҠШ идаралығы аҫтындағы территорияға әйләнә.
АҠШ бында 50-се йылдарҙа ядро һынауҙары үткәрә. Әлегә Гуамдан башҡа бөтә Микронезия үҙаллылылыҡ алған.
Ҡыҙыҡлы факттар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Микронезия // Большая советская энциклопедия : [в 66 т.] / гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1926—1947.
- ↑ Больше, чем деньги. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 5 май 2011 года.
- ↑ «A world of free movement would be $78 trillion richer» Архивная копия от 16 июль 2017 на Wayback Machine, The Economist, July 13th 2017
Әҙәбиәт
- Малаховский К. В. Последняя подопечная: (История Микронезии). — М.: Наука, 1977. — 144, [4] с. — (Страны и народы). — 33 500 экз.
Һылтанмалар
- Статья о малых государствах Тихого Океана востоковеда А. Н. Ланькова
- Поспелов Е. М. Микронезия // Географические названия мира : Топонимический словарь : Ок. 5000 единиц / Отв. ред. P. A. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — ISBN 5-93259-014-9, 5-271-00446-5, 5-17-001389-2.