Төньяҡ Африка
Географияһы
Төньяҡ Африка Урта диңгеҙҙән алып һуҙыла һәм Сахара сүленең ҙур өлөшөн алып тора. Тәбиғи шарттары яғынан бында субтропик төньяҡты һәм Сахара сүлен айырып күрһәтергә мөмкин.
Тарихы
Ҡара Африканан айырмалы рәүештә, Төньяҡ Африка халҡының күпселек өлөшө европеоид расаһына ҡарай. Күпселек осраҡта улар ғәрәп һәм бербер тамырлы[2].
XX быуат башына бөтә Төньяҡ Африка тиерлек европалылар хакимлығы аҫтында була. Франция Алжир, Мавритания, Тунис һәм Марокконың күпселек өлөшөн биләп тора. Бөйөк Британия Судан һәм Мысырға хужа була. Испания Марокконың төньяғына һәм Көнбайыш Сахараға хакимлыҡ итә. Италия 1911—1912 йылдарҙа Төрөк-итальян һуғышы һуңынан Ливияға баш була. Әммә 1950—1960 йылдарҙа Төньяҡ Африка илдәренең күбеһе бойондороҡһоҙлоҡ ала.
Төньяҡ Африкала 7 ил бар: Мысыр, Судан, Ливия, Тунис, Алжир, Марокко һәм формаль рәүештә Көнбайыш Сахара. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: европеоид ғәрәп теллеләрҙең башҡа ҡара тәнле африкалылар менән этник һәм дини айырмалыҡтары төбәктә һәм континенттың сик буйы территорияларында күп һуғыштар һәм конфликттар тыуҙыра.
Климаты
Сахарала бер нисә йыл яуым-төшөм булмай, әммә һирәк-һаяҡ көслө ямғырҙар була, улар ташҡынға килтереүе ихтимал.
Әгәр ер өҫтөнә яҡын ер аҫты һыуҙары урынлашҡан булһа, йәшел оазистар осрай. Оазистар тирәләй ғәҙәттә сүллектең төп халҡы тупланған.
| Төньяҡ Африка климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 28 | 36 | 38 | 41 | 43 | 44 | 46 | 44 | 45 | 41 | 36 | 31 | 46 |
| Уртаса максимум, °C | 16 | 17 | 19 | 22 | 24 | 27 | 29 | 30 | 29 | 27 | 23 | 18 | 23 |
| Уртаса минимум, °C | 8 | 9 | 11 | 14 | 16 | 19 | 22 | 22 | 22 | 18 | 14 | 9 | 15 |
| Абсолют минимум, °C | 1 | 3 | 4 | 6 | 6 | 10 | 16 | 17 | 15 | 10 | 6 | 1 | 1 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 81 | 46 | 28 | 10 | 5 | 3 | 0 | 0 | 10 | 41 | 66 | 94 | 384 |
Сахара сүллеге күләгәһендә ерҙәге иң юғары температура +58 °C теркәлгән. Әммә төндәр бында һалҡын.
Мәҙәниәте
Мәғриб илдәре мәҙәниәте ҡара Африка, Урта диңгеҙ, Яҡын Көнсығыш һәм Европа мәҙәниәтенең ҡатмарлы синтезы булып тора.
Төньяҡ Африка территорияһында бик күп мәҙәни һәм тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Бөтә донъя мираҫы исемлегенә планетаның иң боронғо ҡалаларының береһе — Мемфис һәм районда пирамидалар Ғизә (Мысыр) емереклектәре индерелгән; Фәс (Марокко) ҡалаһының иң яҡшы һаҡланған урта быуат кварталдары һәм таш быуат осорондағы матур ҡая һүрәттәре менәнТассилин-Аджер (Алжир) яйлаһы индерелгән . Ливияла боронғо Лептис-Магна ҡалаһы ҡалдыҡтары һаҡланған.
Сахаранан төньяҡҡа ҡарай Африка халҡының күпселеге һөйләшә ғәрәпсә һөйләшә һәм ислам дине тота. Шуға күрә был илдәрҙең архитектураһы, әҙәбиәте һәм башҡа сәнғәт төрҙәре ғәрәп стиленең уртаҡлығы менән характерлана.
Ҡайһы бер илдәрҙә француз теле һәм һирәгерәк испан теле таралған.
Төньяҡ Африка дәүләттәре
| Дәүләт | Төркөмләү ысулы | Баш ҡала | |||
|---|---|---|---|---|---|
| БМО версияһы буйынса[3] | ЦРУ версияһы буйынса[4] | СГНЗС версияһы буйынса | ОКСМ версияһы буйынса[5] | ||
| Алжир | |||||
| Төньяҡ-Көнсығыш Африка | Ҡаһирә | ||||
| Төньяҡ-Көнбайыш Африка | Эль-Аюн | ||||
| Триполи | |||||
| Төньяҡ-Көнбайыш Африка | Рабат | ||||
| (англ. North-eastern Africa) | Төньяҡ-Көнсығыш Африка | Хартум | |||
| Тунис | |||||
| Көнсығыш Африка | Көнсығыш Африка | н/св. | Джуба | ||
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Институт статистики ЮНЕСКО
- ↑ Африка — Энциклопедия «Вокруг света». www.vokrugsveta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2021. Архивировано 2 март 2022 года.
- ↑ United Nations Statistics Division (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2016. Архивировано 17 апрель 2010 года.
- ↑ The World Factbook. Location (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 24 май 2011 года. 2011 йылдың 24 май көнөндә архивланған.
- ↑ Общероссийский классификатор стран мира (ОКСМ). Приложение Д. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2016. Архивировано 4 март 2016 года.
Һылтанмалар
- North of Africa (ингл.). Архивировано 13 ғинуар 2010 года. 2010 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған.
- Северная Африка. Архивировано 6 сентябрь 2008 года. 2008 йылдың 6 сентябрь көнөндә архивланған.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.