Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары
Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары ( ингл. Saint Helena, Ascension and Tristan da Cunha, 2009 йылға тиклем Изге Елена утрауы һәм бәйле терртиториялар дип аталған) — Атлантик океанының көньяғында урынлашҡан Бөйөк Британиянең диңгеҙ аръяғы территорияһы. Изге Елена, Олғашыу утрауҙарынан һәм Тристан-да-Кунья архипелагынан ғибәрәт.
Административ бүленеш
| Административ өлкә |
Майҙаны км² |
Халҡы кеше (2016, пер.) |
Административ үҙәк |
|---|---|---|---|
| Ҡалып:Флагификация/Saint Helena Изге Елена утрауы | 122 | 4534 | Джеймстаун |
| 91 | 806 | Джорджтаун | |
| Ҡалып:Флагификация/Tristan da Cunha Тристан-да-Кунья утрауҙары | 207 | 293 | Эдинбург |
| Йәмғеһе: | 420 | 5633 | Джеймстаун |
Иҡтисады
Иҡтисады күбеһенсә Бөйөк Британия финанс ярҙамына бәйле. Урындағы халыҡ балыҡ тотоу, мал-тыуар үрсетеү менән шөғөлләнә. Халҡының 25 % өлөшө Фолкленд утрауҙарына һәм Бөйөк Британияға эш эҙләп китә.
Утрауҙарҙа ҡәһүә, иген, картуф, йәшелсәләр үҫтерелә; мал үрсетелә. Етен экспортҡа ебәрелә; сәнәғәт тауарҙары һәм яғыулыҡ импортлана.
Төп сауҙа партнерҙары: Бөйөк Британия һәм Көньяҡ Африка Республикаһы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Население Островов Святой Елены, Вознесения и Тристан-да-Кунья (перепись 2008 года). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2014. Архивировано 13 апрель 2014 года.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.