Азауад
| |||||
Девиз: «Берҙәмлек — Ғәҙеллек — Азатлыҡ» | |||||
Государственный гимн Азавад | |||||
| |||||
Баш ҡала | Тимбукту (ғәмәлдәге — Гао) | ||||
Эре ҡалалар | Гао, Томбукту, Кидаль, Менака | ||||
Идара итеү төрө | Ваҡытлыса хөкүмәт | ||||
Территория • Бөтәһе |
35 822 000 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы |
1 295 000 чел. 1,58 чел./км² | ||||
Валюта | әйләнешкә сығырға әҙерләнә(ысынбарлыҡта Франк КФА) | ||||
Телефон коды | +223 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 0 |
Азауад (йәки Азауад; Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләте; тамашек: ⴰⵣⴰⵓⴷ, ғәр. أزواد, Azawād) — Малиҙың төньяҡ-көнсығышындағы географик өлкә исеме, күпселеге туарегҙар йәшәгән танылмаған Азауад Бойондороҡһоҙ Дәүләте һәм үҙәк-көнбайыш Африка Сахараһындағы төбәк. Донъя йәмғиәте Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтен танымағас, уны Малиҙың айырылғыһыҙ өлөшө тип ҡарағас, 2012 йылдың 15 июлендә «Азавад Милли азатлыҡ хәрәкәте» вәкилдәре Азавад дәүләте төҙөү идеяһынан баш тарталар. Малиҙан айырылыуға ҡарағанда мәҙәни һәм иҡтисади үҙаллылыҡты өҫтөнөрәк күрәләр[1].
Мали Азауадына — Томбукту, Гао, Кидаль һәм Мопти өлкәләре һәм Мопти өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш өлкәләре; Бойондороҡһоҙ Азауад Дәүләте биләмәһе — Нигер йылғаһынан төньяҡҡа табан тәүге өс өлкә. Бөтә Азауад төбәге шулай уҡ тағы дүрт күрше илдең сиктәш территорияһын үҙ эсенә ала.
Этнологияһы һәм этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мали Азауады (Мали), Алжирҙың көньяҡ-көнсығышы, Нигерҙың көнбайышы, Буркина-Фасоның төньяғы һәм Ливияның көньяҡ-көнбайышы ингән туарегтар ултырған киң төбәк Азауаг (Azawagh, ghберләшмәһе фрикатив «г» һымаҡ әйтелә) тип атала.
Шулай уҡ Азауаг һүҙе менән ҡороған боронғо Азауаг йылғаһының ҙурлығы буйынса бәләкәй бассейнын атайҙар. Азауад һүҙен туарег һүҙе Азауаг (саванна, йәки һүҙмә-һүҙ «күскенселәр ере» тигәнде аңлата) Азауг (уад йылға, үҙән тигәнде аңлата) тигән ғәрәп һүҙенең мәғәнәһен ҡабаттан ҡарау тип иҫәпләйҙәр.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әлеге ваҡытта Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләте властары Мали территорияһының яртыһынан ашыуын тәшкил иткән Мали Азауады территорияһын контролдә тота. Был Малиҙың тотош төньяғы — Нигер йылғаһының урта ағымынан алып Сахара сүллегенә тиклем. Майҙаны буйынса төбәк ике ярым Германияға тиң — 850 мең км² самаһы, әммә унда ни бары 1,2 миллион кеше йәшәй. Мали Азауадының баш ҡалаһы — Томбукту, Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтенең иң ҙур ҡалаһы (Азауад Бойондороҡһоҙ Дәүләтенең властары — НДОА етәкселеге урыны) — Гао. Азауад Мавритания (көнбайышта), Алжир (төньяҡ-көнсығышта), Нигер (көньяҡ-көнсығышта), Буркина-Фасо (көньяҡта), Мали (көньяҡ-көнбайышта) менән сиктәш.
Мали Азауадының көньяғын Көнбайыш Африканың иң ҙур йылғаһы — Нигер киҫеп үтә, ул күп тармаҡтарға бүленә һәм киң, ныҡ һаҙланған, бик күп юлаҡлы аҡмалар, иҫке йырҙалары күп булған үҙән буйлап аға. Был район Нигерҙың эске дельтаһы булып тора; ҡасандыр бында йылға ҙур ағымһыҙ күлгә ҡойған. Томбукту тирәһендә тармаҡтар бер үҙәнгә тоташа.
Административ-сәйәси бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өс өлкә-провинциялары:
- Гао өлкәһендә Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтенең фактик баш ҡалаһы урынлашҡан — Гао
- Кидаль
- Томбукту өлкәһендә Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтенең баш ҡалаһы Томбукту урынлашҡан
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Колониаль осорға тиклем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сонгай империяһы
- Мали империяһы
- Бөйөк Аския Мөхәммәт I
Колониаль осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Француз Суданы
Мали составындағы осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш. Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1990—1995 һәм 2007—2009 йылдарҙағы уңышһыҙ ихтилалдарҙан һуң Нигер һәм Малиҙың төньяҡ райондарында күп кенә туарег баш күтәреүселәре Ливияға күсеп китә, унда улар Ливия армияһы составына инә. Ливия республикаһының күсмә милли совет яҡлылар яғынан туарегтарға ҡарата репрессиялар һөҙөмтәһендә Ливия армияһында хеҙмәт иткән туарегтарҙың бер өлөшө Төньяҡ Малиға ҡайтҡан һәм туарегтарҙың берҙәм ойошмаһын булдырыуға булышлыҡ иткән.
Азауадты азат итеү өсөн милли хәрәкәт (НДОА) 2011 йылдың октябрендә Туарег һуғышмандарының (боевиктар) бер нисә төркөмөн берләштереү һөҙөмтәһендә ойошторола[2][3]. 2012 й. ғин. Азауадты азат итеү өсөн милли хәрәкәт (НДОА) Мали Азауадында ихтилал башлай һәм бойондороҡһоҙлоҡҡа ирешергә ниәтләүе тураһында иғлан итә. Ливиялағы баш күтәреүселәр өсөн тәғәйенләнгән һәм юлда урланған ҡорал килеүе уның элекке яугирҙәренән ҡалған ҡоралға өҫтәп килтерелә.
Ғинуар-март айҙарында баш күтәреүселәр төньяҡ Малиҙың өс өлкәһе территорияһының күпселек өлөшөн биләп, уларҙы, шул иҫәптән Менак, Кидаль, Гаоның төп ҡалаларын һәм Мали армияһының ҡорал һаҡланған ике хәрби базаһын үҙәк хөкүмәт контроленән сығарҙы.
2012 йылдың 22 мартында Мали Азауадты азат итеү өсөн милли хәрәкәте (НДОА), хәрби түңкәрелештән һуң, үҙ эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштерҙе, Азауадтың тарихи баш ҡалаһы Томбуктуны һәм Мали Азауадының бөтә территорияһын ала, Азауадты азат итеү маҡсатына өлгәшелеү сәбәпле, утты бер яҡлы туҡтатыу тураһында иғлан итә һәм 2012 йылдың 6 апрелендә Бойондороҡһоҙ Азауад Дәүләтен иғлан итә[4][4][5]. Ойошманың башҡарма комитеты халыҡ-ара берләшмәгә Азауадтың бойондороҡһоҙлоғон таныуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Хәрәкәт лидерҙары шулай уҡ, «яңы дәүләт күрше дәүләттәрҙең ғәмәлдәге сиктәрен таный» һәм төбәктә тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡ өсөн бөтә шарттар булдырасаҡ, тип белдереп, Азауадтан ситтәге бөтә тарихи биләмәләренә дәғүәләрҙең булмауы хаҡында иғлан итә.
Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бер нисә сығанаҡ мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың 26 майында туарегтар Азауадтың бер өлөшөн контролдә тотҡан «Ансар-ад-Дин» исламсылар төркөмө менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй. Бер нисә сығанаҡ хәбәр итеүенсә, НДОА туарегтары һәм «Ансар ад-Дин» исламсылары Азауад Ислам дәүләтенең Күсмә советы идара иткән яңы дәүләт — Азауад Ислам Дәүләте берләшеүе һәм ойошторолоуы хаҡында иғлан иткән[6][7]. «Ансар ад-Дин» быға тиклем дә Малиҙы тотош ислам дәүләтенә әйләндереүҙе яҡлап сығыш яһаған һәм Әл-Ҡаидә террор селтәренең Төньяҡ Африка бүлексәһе менән бәйләнештәре булыуы менән билдәле[8] (НДОА вәкилдәре, һөйләшеүҙәр үткәреү тураһында ғына һүҙ алып барылды тип, килешеү фактын инҡар итә)[9]). Ләкин туарегтар һәм исламистар, яңы дәүләт төҙөү һәм унда исламдың роле мәсьәләләре буйынса принципиаль килешмәүсәнлектәр арҡаһында, ике көндән һуң хеҙмәттәшлектән баш тартты[10].
2012 йылдың 7 июнендә Азауадтың Ваҡытлы хөкүмәте ойошторола. Билал аг Ашериф Азауад президенты итеп тәғәйенләнә. Шунан һуң Ашериф НДОА президиумы секретарын Мәхмүт аг Әғәлиҙе премьер-министр вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләй һәм яңы хөкүмәт ойошторорға ҡуша. Вице-президенты — Мамаду Майга Джери.
2012 йылдың 26 июнендә «Көнбайыш Африкала берҙәмлек һәм йыһат өсөн хәрәкәт» төркөмө исламсылары бығаса Азауад туарегтары ҡулында ҡалған Гаола контроль урынлаштыра[11]. 2012 йылдың 27 июнендә исламистар Томбукту һәм Кидаль өлкәләренән туарегтарҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Шулай итеп, Азауад биләмәһенең өстән ике өлөшөнә исламсылар контроллек итә.
Июль уртаһында исламсылар Гаонан көньяҡ-көнсығышҡа табан 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан уларҙың һуңғы бастионы Ансойҙан туарегтарҙы бәреп сығара. 15 июлдә, Азауад исламсылар контролендә ҡалғандан һуң, уның властары, автономия файҙаһына, бойондороҡһоҙлоҡ идеяһынан баш тарта. «Беҙ бүлешергә тәләмәйбеҙ, мәҙәни, сәйәси һәм иҡтисади бойондороҡһоҙлоғо эҙләйбеҙ. Был Квебек кеүек булыр», — тип белдерҙе Азауадты азат иткәне өсөн милли хәрәкәт етәксеһе Ибраһим Аг Ассалех. Илде исламсылар баҫып алыуының асыҡ фактына ҡарамаҫтан, Туарег дәүләтен таныуҙан баш тартҡан халыҡ-ара берләшмәнең фекере бойондороҡһоҙлоҡтан баш тартыуҙың рәсми сәбәбе була[1][12][13][14][15].
НДОА функционерҙары, Мали территорияһының өстән ике өлөшөн, Гао, Кидаль кеүек ҙур ҡалалар менән уның сүллек өлөшөн һәм урта быуат Африка цивилизацияһы бишектәренең береһен — Тимбуктуны контролгә алып, үҙҙәре иғлан иткән дәүләт биләмәһен «милли властарҙы тәғәйенләгәнгә тиклем» административ контролдә тотасаҡтар, тип планлаштырғайны.
Әммә сепаратсылар исламсыларҙы — «Ансар ад-Дин» («Дин һаҡлаусылар») һәм «Ислам Мәғрибе илдәрендә Әл-Ҡаидә» төркөмдәрен — союздаш итеп һайлаған. Илдең төньяғынан даими Мали армияһы подразделениеларын ҡыуып сығарыуға өлгәшкәс, НДОА мосолмандар шәриғәт ҡанундарына ярашлы йәшәүсе үҙ әмирлеген иғлан иткән азат ителгән территорияла контролен тиҙ юғалта. Май айында «донъяуи» сигенергә һәм исламсылар менән бергә берҙәм шәриғәт дәүләтен булдырырға маташыуҙары уңышһыҙ була. "Көнбайыш Африкала берҙәмлек һәм йыһат өсөн хәрәкәт"кә берләшкән фундаменталистар үҙҙәренең яңы союздаштарына ҡаршы һуғыш алып бара.
Сит ил интервенцияһы ярҙамында Ислам Азауаты территорияһы азат ителә.
Азауадтың премьер-министрҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Түбәндә Азауад премьер-министрҙары исемлеге бирелгән:
Исеме | Мөҙҙәте | Примечания |
---|---|---|
Мәхмүт аг Агали | 7 июнь 2012 — 15 июль 2012 | Премьер-министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы |
Атайоб аг Баттайе | 15 июль 2012 — хәҙер вазифала | Революция советы рәйесе[16] |
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туарегтар ил халҡының күпселек өлөшөн тәшкил итә. Улар күпселеге илдең төньяғында, шулай уҡ Нигер йылғаһы үҙәнендә йәшәй. Туарегтар шулай уҡ Азауад менән йәнәш урынлашҡан Нигер, Мали, Алжир, шулай уҡ Ливияла йәшәй. Күп кенә туарегтар күсмә тормош алып бара, башлыса, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Азауад территорияһында туарегтар X быуатта, Төньяҡ Африка ғәрәптәре тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған ваҡытта, йәшәй башлаған. Туарегтар ҡәбиләләр конфедерацияһына берләшкән, хәрби аристократия ҙур абруй менән файҙалана, улар үҙ сафтарынан ҡәбиләләр һәм конфедерациялар башлыҡтарын һайлай.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҡтисадтың төп тармағы — туризм, айырыуса Томбуктула үҫешкән. Мали Азауадында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының ике объекты: Томбукту һәм Аскиа ҡәберлеге бар[17].
Интенсив эҙләнеү-разведкалау эштәренә ҡарамаҫтан, әлегә нефть ятҡылыҡтары табылмаған. Газ ятҡылыҡтары ла табылмаған. Нефть һәм газ перспективалары Таудени, Мали-Нигер, Гао һәм Нара бассейндарына бәйле. Фосфор, молибден, комплекслы мәғдәндәрҙең ҙур булмаған ятҡылыҡтары асылған. Әммә төп өмөттәр, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мали төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан уран ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә бәйле[18].
Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музыка популяр. Азауадтың иң билдәле музыкаль ваҡиғаһы — «Сүл фестивале», унда туарегтарҙың традицион музыкаһын, шулай уҡ бөтә донъянан йыйылған музыканы күрһәтелде.
Фестивалгә 2001 йылда нигеҙ һалына, сүллек өлкәләре буйлап күсеп йөрөгән һәм тамашасылар бында дөйәләргә ултырып килгәнлектән, оҙаҡ ваҡыт «иң төпкөл музыкаль ваҡиға» тип иҫәпләнгән. 2003 йылдан уны Эссаканда үткәрә башлағандар, тамашасылар һаны ун меңдән ашҡан, ә уларға һыу һәм кәм тигәндә минималь инфраструктура талап ителгән. 2010 йылда «Әл-Ҡаидә» яғынан террористик акттар хәүефе арҡаһында, фестивалде Тимбуктула үткәрергә тура килә[19].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Малийские туареги решили создать свой Квебек . Дата обращения: 15 июль 2012. Архивировано 27 апрель 2015 года.
- ↑ JTIC Brief: MNLA re-awakens Tuareg separatism in Mali . Jane's Information Group (2 февраль 2012). Дата обращения: 4 февраль 2012. Архивировано из оригинала 8 декабрь 2012 года.
- ↑ Dozens of Tuareg rebels dead in Mali clash, says army, BBC (20 ғинуар 2012). 4 февраль 2012 тикшерелгән.
- ↑ 4,0 4,1 DÉCLARATION D’INDÉPENDANCE DE L’AZAWAD . Дата обращения: 7 апрель 2012. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2012 года. 2012 йылдың 18 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Боевики-туареги провозгласили независимость региона Азавад на севере Мали(недоступная ссылка)
- ↑ Исламисты в Мали объявили о создании нового государства Азавад . Дата обращения: 25 август 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
- ↑ Север Мали провозглашен Исламским Государством . Дата обращения: 25 август 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Lenta.ru: В Мали туареги объединились с радикальными исламистами . Дата обращения: 27 май 2012. Архивировано 29 май 2012 года.
- ↑ MNLA’s struggle for Azawad continues(недоступная ссылка)
- ↑ Lenta.ru: Туареги и исламисты в Мали отказались от сотрудничества . Дата обращения: 29 май 2012. Архивировано 30 май 2012 года.
- ↑ Lenta.ru: Исламисты отбили у туарегов столицу северной части Мали . Дата обращения: 28 июнь 2012. Архивировано 29 июнь 2012 года.
- ↑ Повстанцы-туареги прекращают борьбу за независимость севера Мали . Дата обращения: 18 июль 2012. Архивировано 17 июль 2012 года.
- ↑ Повстанцы-туареги отказались от идеи создания независимого Азавада 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ В Мали группировка повстанцев-туарегов заявила, что отказывается от идеи сепаратизма(недоступная ссылка)
- ↑ Исламисты выбили из туарегов желание создать своё государство на севере Мали . Дата обращения: 18 июль 2012. Архивировано 19 июль 2012 года.
- ↑ Déclaration du Conseil Révolutionnaire . Дата обращения: 9 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года. 2018 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Mali — UNESCO World Heritage Centre . Дата обращения: 15 апрель 2012. Архивировано 11 май 2012 года.
- ↑ Мали . Дата обращения: 15 апрель 2012. Архивировано 5 октябрь 2011 года.
- ↑ Мали. Фестиваль в пустыне(недоступная ссылка)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алфавит буйынса дәүләттәр
- РУВИКИ.Данные элементында йөкмәтке булмаған дәүләттәр:p37
- РУВИКИ.Данные элементында йөкмәтке булмаған дәүләттәр:p38
- РУВИКИ.Данные элементында йөкмәтке булмаған дәүләттәр:p78
- РУВИКИ.Данные элементында йөкмәтке булмаған дәүләттәр:p85
- РУВИКИ.Данные элементында йөкмәтке булмаған дәүләттәр:p94
- РУВИКИ.Данные элементында йөкмәтке булмаған дәүләттәр:p237
- РУВИКИ.Данные элементында йөкмәтке булмаған дәүләттәр:p474
- Азауад
- Танылмаған дәүләттәр
- Француз телле илдәр
- Францияның элекке колониялары
- Диңгеҙгә сығыу юлы булмаған илдәр
- Көнбайыш Африка
- Ирредентизм