Комор

Комор, рәсми исеме Комор Утрауҙары союзы[3], йыш ҡына Комор утрауҙары тигән исем ҡулланыла (2002 йылға тиклем— Комор утрауҙары федераль ислам республикаһы ) — Көняығыш Африкала урынлашҡан дәүләт. Һинд океанында Мозамбик боғаҙының төньяғында, төньяҡ Мадагаскар һәм Мозамбик араһында урынлашҡан.

Майҙаны — 1862 км². Халҡы — 752 мең кеше тирәһе (2009 йылда), башлыса анталоатра халҡы йәшәй. Баш ҡалаһы — Морони ҡалаһы.

Исеме al-qamar (аль-камaр) тигән ғәрәп телеғәрәп һүҙенән килеп сыҡҡан, Ай тигәнде аңлата. Ай дәүләт флагына төшөрөлгән.

Рәсми телдәр — комор (суахили теле туғандаш), француз һәм ғәрәп телдәре.

Дәүләт дине — ислам.

Әҙәбиәт

  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Central Intelligence Agency, Center N. F. A. The World Factbook (ингл.) — Washington, D.C.: Central Intelligence Agency, U.S. Government Printing Office, 1981. — ISSN 0277-1527; 1553-8133
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2020f/africa
  3. Атлас мира. ред. Поздняк Г. В.; Омск: Роскартография, ФГУП «ОКФ», 2007 ISBN 5-9523-0164-9

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә