Ай (юлдаш)

Ай (символы: ☾) — Ерҙең берҙән-бер тәбиғи эйәрсене. Ерҙә Ҡояштан һуң яҡтылығы буйынса икенсе урында, Ҡояш системаһында тәбиғи эйәрсендәр араһында ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Һәм шулай уҡ кеше аяғы баҫҡан ерҙән ситтәге беренсе һәм берҙән-бер объект. Ерҙең үҙәгенән Ай үҙәгенә тиклем яҡынса 384 467 км.[3]

Күк йөҙөндә тулы айҙың йондоҙ дәүмәле − 12m,71[4]. Болотһоҙ төндә тулы Айҙың Ер өҫтөнә яҡтыртыуы − 0,25 лк. Ай өҫтөнә төшкән яҡтылыҡтың 7 % ғына кире ҡайтара.

Ай хәрәкәте

undefined

Ай Ер тирәләй хәрәкәт итә һәм Ер яғына һәр ваҡыт бер яҡ йөҙө менән ҡарай. Эллиптик орбитаның ҙур ярым күсәре − 384 399 км, эксцентриситеты 0,0549-ға тигеҙ.

Атамаһы

Барлыҡ төрки телдәрҙә (сыуаш теленән башҡа) Ерҙең юлдашын «ай» тип йөрөтәләр[5]. Боронғо славян һәм һинд-европа телдәрендәге lūna «луна» һүҙе латин теленән ингән[6]. Гректар Селена (грек. Σελήνη), боронғо мысырлылар Ях (Иях) тип атаған.

Ай өҫтөндәге шарттар

Ай өҫтөндә атмосфера бөтөнләй юҡ тиерлек. Айҙағы тәүлек Ерҙәге 27,32 тәүлеккә тиң. Ерҙәге ике аҙнаға һуҙылған Ай көнөндә уның йөҙө +120 °C-ҡа тиклем йылына, шулай уҡ оҙайлы Ай төнөндә һәм күләгәлә −160 °C-ҡа тиклем һыуына. Ай өҫтөндә күк йөҙө һәр саҡ аяҙ сем-ҡара, йондоҙ һәм планеталар көндөҙ ҙә күренә. Айҙың Ергә ҡараған яғынан, Айҙан 3,67 тапҡыр ҙурыраҡ Ер шары күренә. Айҙа һауа юҡ, шуға курә күк йөҙө гел аяҙ, болоттар йөҙмәй, таң нурҙары уйнамай. Ай өҫтө метеориттар бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән ҡая һыныҡтары һәм туҙан менән ҡапланған.

Орбита

  • Ай Ерҙән аҡрынлап алыҫлаша бара, бер йылға 4 см[7].
Ерҙән ебәрелгән яҡтылыҡ 1,28 секунд ваҡыт эсендә Айға барып етә. Рәсем масштабта эшләнгән.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Солнечная система / Ред.-сост. В. Г. Сурдин. — М.: Физматлит, 2008. — С. 69. — ISBN 978-5-9221-0989-5.
  2. Атмосфера Луны
  3. Ай – кире яҡтары: серҙәре һәм йомаҡтары(недоступная ссылка)
  4. Звёздная величина — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. Төрөк-татар исемдәре генеалогияһы
  6. Тулыраҡ − М. Фасмер, Этимологический словарь русского языка, т. II, стр. 533.
  7. Луна удаляется от Земли с нарастающей скоростью 2014 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған.
Китаптар
  • Петров В.П. Здравствуй, Луна! / Петров В.П., Юревич П.П. — Л.: Лениздат, 1967. — 191 с. — 24 500 экз.
  • Шевченко В.В. Луна и её наблюдение. — М.: Наука, 1983. — 192 с. — (Библиотека любителя астрономии). — 100 000 экз.
  • Уманский С.П. Луна — седьмой континент. — М.: Знание, 1989. — 117 с. — 45 000 экз. — ISBN 5-07-000408-5.
  • Шкуратов Ю. Г. Луна далёкая и близкая. — Харьков: Харьковский нац. университет им. В. Н. Каразина, 2006. — 182 с. — ISBN 966-623-370-3.
  • Роберт Хейзен. История Земли: От звёздной пыли — к живой планете: Первые 4 500 000 000 лет = Robert Hazen. The Story of Earth. The First 4.5 Billion Years, from Stardust to Living Planet. — М: Альпина Нон-фикшн, 2017. — 364 p. — ISBN 978-5-91671-706-8.