Атмосфера

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ерҙең атмосфераһындағы газдар зәңгәр төҫ оҙонлоғондағы тулҡындарҙы башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ таратып ебәрә, шуға күрә, йыһандан ҡараһаң, беҙҙең планета тирәләй зәңгәр гало бар, ә Ерҙән ҡараһаң, күк зәңгәр булып күренә.

Атмосфе́ра (бор. грек. ἀτμός — «пар» һәм σφαῖρα) — күк есеменең, гравитация ярҙамында тартылып торған, газ ҡабығы. Атмосфера менән планета-ара киңлекте айырып булмағанлыҡтан, ғәҙәттә, атмосфера тип күк есеменең газ мөхитенең уның менән бергә бер бөтөн булып әйләнгән өлкәһен һанайҙар. Кайһы бер планеталарҙың атмосфералары (башлыса газдан торған газ планеталары), бик ҡалын булыуы мөмкин.

Ер атмосфераһында күпселек тере организмдар һулыш алыу өсөн ҡулланған кислород һәм фотосинтез процесында үҫемлектәр һәм анобактериялар ҡулланған углерод диоксиды бар. Атмосфера шулай уҡ планетаның һаҡлағыс ҡатламы булып тора, ул унда йәшәүселәрҙе ҡояштың ультрафиолет нурланышынан һәм метеориттарҙан һаҡлай.

Атмосфера, Меркурийҙан башҡа, Ҡояш системаһының Ер төркөмөндәге бөтә планеталарында, газ гиганттары кеүек бөтә күк есемдәрендә лә бар.

Атмосфера баҫымы — атмосферала өҫкө йөҙ майҙаны берәмегенә был өҫкө йөҙгә перпендикуляр рәүештә тәьҫир иткән көскә тигеҙ булған физик дәүмәл. Атмосфера баҫымы һауаның планетаға гравитацион тартылыуынан барлыҡҡа килә. Халыҡ-ара берәмектәр системаһында (СИ) баҫым паскалдәрҙә үлсәнә, киң мәғлүмәт сараларында атмосфера баҫымы терегөмөш бағанаһының миллиметрҙарында ла билдәләнә. «Нормаль шарттарҙа», Халыҡ-ара стандарт атмосфераға ярашлы, 15 °C температурала диңгеҙҙең уртаса кимәлендәге һауа баҫымы 101325 па йәки 760 мм рт. ст. тип ҡабул ителә. Атмосфера баҫымы барометрик формулаға ярашлы бейеккә күтәрелгән һайын кәмей.

Планета атмосфераһының башланғыс составы, ғәҙәттә, планеталар барлыҡҡа килгән осорҙа Ҡояштың химик һәм температура үҙенсәлектәренә һәм газдарҙың планета эсенән тышҡа артабанғы сығыуына бәйле. Артабан газ ҡатламының составы төрлө факторҙар тәьҫирендә эволюциялана һәм формалаша.

Венера һәм Марс атмосфераһы башлыса азот, аргон, кислород һәм башҡа газдар ҡушылған углерод диоксидынан тора. Ерҙең атмосфераһы күпселектә унда йәшәүсе организмдарҙың продукты булып тора. Ер атмосфераһының составында 78,084 % азот, 20,9476 % кислород, һыу парының үҙгәреүсән миҡдары (уртаса 1 %), 0,934 % аргон, 0,038 % углерод диоксиды һәм ҙур булмаған күләмдә водород, гелий, башҡа затлы газдар һәм бысратыусы матдәләр бар.

Юпитер, Сатурн, Уран һәм Нептун кеүек түбән температуралы газ планеталары водород һәм геләй кеүек бәләкәй молекуляр массалы газдарҙы тотоп тора ала. Осирис йәки 51 Пегас b кеүек юғары температуралы газ гиганттары, киреһенсә, газ молекулаларын тота алмай һәм уларҙың атмосфера молекулалары космос арауығына тарала. Был процесс бик әкрен һәм даими бара.