Аргон

18
Аргон
39,948
3s23p6

Арго́н — химик элементтарҙың периодик системаһында һигеҙенсе төркөмдөң төп төркөмсәһе өсөнсө периодындағы химик элемент. Атом һаны — 18, Ar (лат. Argon) символы менән билдәләнә. Ер атмосфераһында — 0,93 % күләм буйынса, азот менән кислородтан ҡалышып, таралыуы буйынса өсөнсө урында.

Ябай матдә аргон (CAS-теркәү номеры: 7440-37-1) — бер атомлы, еҫе, тәме, төҫө булмаған газ.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Size of argon in several environments (ингл.). www.webelements.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: август 2009.
  2. Редкол.:Кнунянц И. Л. (гл. ред.). Химическая энциклопедия: в 5 т. — Москва: Советская энциклопедия, 1988. — Т. 1. — С. 194. — 623 с. — 100 000 экз.