Тербий
| 65 | Тербий
|
158,925 | |
| 4f96s2 | |
Тербий (лат. Terbium, Tb) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры — 65.
Символы
Тербий элементының символы — Tb (Тербий тип уҡыла).
Тарихы
Тербий 1843 йылда Мосандер тарафынан асыла.
1843 йылда швед химигы К. Г. Мосандер Y2O3 концентратында ҡушылмалар таба һәм уларҙы өс фракцияға бүлә: иттрий, алһыу terbia (ул хәҙерге заман эрбий элементы) һәм төҫһөҙ erbia (быныһы тербий элементы булған). XХ быуат башында француз химигы Жорж Урбэн, ионлы алмашыу технологияһын ҡулланып, беренсе тапҡыр таҙа тербий ала[7].
Исеменең килеп сығышы
Химик элемент рәттән тағы өс (эрбий, иттербий, иттрий) менән бергә Иттербю ауылы хөрмәтенә исем алған — был ауыл Стокгольм архипелагына ингән Ресарё утрауында урынлашҡан.
Тәбиғәттә
Тербий кларкы ер ҡабығында (Тэйлор буйынса) — 4,3 г/т.
Ятҡылыҡтары
Тербий лантаноидтар[8] составына инә, Ҡытай, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавияла йыш осрай. Японияның айырым иҡтисади зонаһында Тымыҡ океандың Минамитори утрауы янында һирәк осрай торған ер минералдарының тәрән һыуҙағы ятҡылыҡтары запастары шаҡтай ҙур[9].
Сығарып алыу
Тербийҙы һирәк ер элементтары ҡатнашмаһынан ионлы хроматография йәки экстракция ысулдары менән айырып сығаралар.
Компьютер етештереүҙә
Һуңғы йылдарҙа компьютер етештереүҙә тербий ферриты айырым әһәмиәткә эйә була бара.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Эмсли Д. Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition) — Издательство Оксфордского университета, 2011.
- ↑ 1 2 TERBIUM (ингл.)
- ↑ Standard Atomic Weights of 14 Chemical Elements Revised (ингл.) — IUPAC, 1997. — ISSN 1365-2192; 0193-6484 — doi:10.1515/CI-2018-0409
- ↑ Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
- ↑ Kang L., Yu K., Zhao Y., Liu Y., Yu H., Pang X., Xiong C., Tan D., Gao Y., Liu C. et al. Characterization of steroidal glycosides from the extract of Paris Polyphylla var. Yunnanensis by UPLC/Q-TOF MSE. (ингл.) // Journal of Pharmaceutical and Biomedical Analysis — Elsevier BV, 2012. — Vol. 62. — P. 235—249. — ISSN 0731-7085; 1873-264X — doi:10.1016/J.JPBA.2011.12.027 — PMID:22264845
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ Gupta C. K. Extractive metallurgy of rare earths / C. K. Gupta, N. Krishnamurthy. — CRC Press, 2005. — P. 504. — ISBN 0-415-33340-7.
- ↑ Лантаноиды
- ↑ The tremendous potential of deepsea mud as a source of rare-earth elements
- ↑ Terbium — Materials Technology & Crystals for Research, Development and Production — архив 2014 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған..
- ↑ Поиск — тербий