Европий

Европий (лат. Europium, Eu) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры - 63. Атом массаһы 151,964 а. лантаноидтар төркөмөнә ҡарай, шулай уҡ тәбиғәттә һирәк осрай торған элемент. Ябай матдә европий башҡа лантаноидтар кеүек үк — йомшаҡ көмөшһыу-аҡ металл, һауала еңел окислана.

Символы

Европий элементының символы - Eu (Европий тип уҡыла).

Тарихы

Һуңғараҡ европий тип танылған спектраль һыҙаттарҙы беренсе булып Крукс (1886) һәм Лекок де Буабодран күҙәткәндәр (1892). Демарсе 1896 йылда элементтың спектрын күрә, ә 1901 йылда элементты бүлеп алыуға өлгәшә, уға Европа хөрмәтенә европий тип исем бирә[6].

Тәбиғәттә

Европий лантаноидтар составына инә, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия ерҙәрендә йыш осрай. Донъяла иң ҙур ятҡылыҡтары Кенияла[7]. Байтаҡ запастары Тымыҡ океан утрауҙары янында тәрән һыуҙағы һирәк осрай торған минералдар ятҡылыҡтарында, Японияның Минамитори иҡтисади зонаһында урынлашҡан[8].

Сығарып алыу

Металлик европийҙы Eu2O3 матдәһен углерод йәки лантан вакуумында тергеҙеп, шулай уҡ EuCl3 расплавын электролизлап алалар.

Хаҡы

Европий лантаноидтарҙың иң ҡыйбаттарының береһе булып тора[9]. 2014 йылда ЕВМ-1 европий металл хаҡы - 1 килограмына 800-2000 тиклем АҠШ доллары тәшкил иткән, ә европий оксидының таҙалығы 99,9 % булғанда — 1кг 500 доллар тирәһе.

undefined

Һыу сифатына йоғонтоһо

Европий һыуҙа үҙен кальций һымаҡ тота. Европийҙың аҙ минераллашҡан тәбиғи һыуҙарҙа максималь күҙәтелә торған концентрациялары 1 мкг/л-дан кәмерәк ( диңгеҙ һыуҙарында — 1,1·10−6 мг/л) тәшкил итә. Бындай концентрацияларҙа һыу сифатына йоғонтоһо ҙур түгел. Һыуҙа рөхсәт ителгән иң сикке концентрацияһы (ПДК) бары тик Рәсәй нормалары менән генә көйләнә һәм эсергә яраҡлы һыу өсөн-0,3 мг/л тип билдәләнгән.

Һаулыҡ өсөн хәүефлеге

Европийҙа токсиндар аҙ. Европийҙың кеше организмына тәьҫире һөҙөмтәләре тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәр юҡ.

Әҙәбиәт

  • Европий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 3-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар