Висмут

Висмут (лат. Bismuthum, Wismatum, Bi) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 15-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 83. Атом номеры 83.Ябай матдә нормаль шарттарҙа көмөшһыу ялтырауыҡлы, алһыуыраҡ төҫмөрлө металл.

Символы

Висмут элементының символы — Bi (Висмут (20 быуат уртаһынаса — Бисмут) тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Латинса Bismuthum йәки немец телендәге Masse weisse, «аҡ масса»[5] тигәндән килеп сыҡҡан тип фараз ителә.

Висмут Европала ғына ҡулланылып ҡалмай. Инкалар һалҡын ҡорал эшләү процесында ҡулланғандар, ул матур ялтырауыҡ төҫ биргән, сөнки висмут оксиды шундай сифаттарға эйә.

Әммә висмутты үҙ аллы элемент тип һанамағандар, уны ҡурғаш, һөрмә йәки аҡ ҡурғаштың бер төрө булып тора тип уйлағандар. 1546 йылда висмут тураһында немец минералогы һәм металлургы Георгиус Агрикола тарафынан беренсе тапҡыр телгә алына. 1739 йылда немец химигы И. Г. Потт висмут шулай ҙа айырым химик элемент икәнен асыҡлай. 80 йылдан швед химигы Берцелиус химик элементтар исемлегенә беренсе тапҡыр Bi символын индергән[6].

Тәбиғәттә

Ер ҡабығында массаһы буйынса висмут йөкмәткеһе — 2·10−5 % , диңгеҙ һыуында — 2·10−5 мг/л.

Висмут мәғдәндәрендә висмут 1%-тан юғары булыуы һирәк осрай. Ундай мәғдәндәр составына ингән висмут минералдары — самородок висмут (98,5 —99 % Bi), висмутин Bi2'S3 (81,30 % Bi), тетрадимит Bi2Te2'S (56,3—59,3 % Bi), козалит Pb2Bi2'S5 (42 % Bi), бисмит Bi2O3 (89,7 % Bi), бисмутит Bi2CO3(OH)4 (88,5—91,5 % Bi), виттихенит Cu3BiS3, галеновисмутит PbBi2'S4, айкинит CuPbBiS3.

Висмутты сығарыу һәм ҡулланыу

Висмут — ярайһы һирәк металл, һәм уны сығарыу/ҡулланыу йылына 6000 тоннанан бик артмай (йылына 5800-ҙән 6400 тоннаға тиклем).

Билдәле булған висмут ятҡылыҡтары Германия, Монголия, Боливия, Австралия, Перу дәүләттәрендә, Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Висмут етештереү буйынса илдәр исемлеге

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 BISMUTH (ингл.)
  2. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  3. 1 2 3 4 5 NDF-RT (ингл.)
  4. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  5. Nicholas C; Norman. Chemistry of arsenic, antimony, and bismuth. — 1998. — С. 41. — ISBN 978-0-7514-0389-3.
  6. Под ред. Дрица М. Е. Свойства элементов. — Металлургия, 1985. — С. 292—302. — 672 с..
  7. ВИСМУТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2010. Архивировано 22 сентябрь 2010 года. 2010 йылдың 22 сентябрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә