Рутений
Рутений | |
Асыу датаһы | 1844 |
---|---|
Химик формула | Ru[1] |
Хөрмәтенә аталған | Рутения[d] |
Электронная конфигурация | [Kr] 4d⁷ 5s¹ |
Ионный радиус | 0,68 ангстрем, 0,62 ангстрем, 0,57 ангстрем, 0,38 ангстрем и 0,36 ангстрем |
Ауырлығы | 101,07 ± 0,02 Массаның атом берәмеге[2] |
Атом һаны | 44[3] |
Элемент символы | Ru |
Әселәнеү дәрәжәһе | 3[4] и 4[4] |
Табылыу урыны | Q56007908?[5] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Клаус, Карл Карлович[d][6] |
Электр кирелеге | 2,2 |
Каноническая формула SMILES | [Ru][1] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Рутений (лат. Ruthenium) – Менделеевтың периодик таблицаһының 8-се төркөм элементы.
Атом номеры – 44, атом массаһы – 101,07. Платиналы металдарға ҡарай.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
К.К.Клаус тарафынан 1844 йылда Ҡаҙан университетында асыла, Рәсәйҙә асылған берҙән-бер химик элемент.
Шул уҡ йылда яңы элемент тураһында «Ҡазан университетының ғилми яҙмаларында» «Урал платина рудаһы һәм рутений металлы ҡалдыҡтарын химик тикшереү» тигән ҙур мәҡәлә баҫтыра. Яңы элементты асыҡлау, уны алыу ысулы һәм үҙенсәлектәре тураһында Клаус 1844 йылдың 13 сентябрендә Петербург Фәндәр академияһы ултырышында сығыш яһаған.[7] Академия бюллетенендә һәм урыҫ теленә тәржемә ителгән «Тау журналы»нда баҫылып сыға. Клаус Урал аҡ алтын рудаһынан саф килеш рутений бүлеп сығара һәм рутений триадалары - родий - палладий һәм осмий - аҡ алтын араһындағы оҡшашлыҡты күрһәтә.
Исемдең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Элементты беренсе асыусы К.К.Клаус матдәне Рәсәй хөрмәтенә рутений тип атай (Ruthenia - Рустың латинса һүҙе). 1828 йылда Г. В. Озан тигән химик үҙе асҡан яңы элементҡа «Рутений» тип ҡушырға уйлаған, тик был асыш булып сыҡмаған. 1844 йылда Ҡаҙан мәктәбендә ысынлап та яңы химик элемент асылған һәм Клаус уға ошо исемде биргән.[7].
Рутенийҙы эшкәртеп алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рутений платина (аҡ алтын) һәм платина металдарын эшкәртеүҙән "ҡалдыҡ" булып алына.
Плутоний, уран, торий кеүек ядро-төш бүленеү ҡалдыҡтары — рутений етештереүҙең мөһим сығанағы. 1 тонна ҡулланылған атом яғыулыҡ материалдары ҡалдығынан 260 грамм рутений алына.
Молибденды нейтрон нурланышына тотып, Технеций-99 элементынан рутений етештереү технологияһы эшкәртелгән.
Физик һәм химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Изотоп составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәбиғи рутений ете тотороҡло изотоптан тора:
96Ru (5,7 % по массы), 98Ru (2,2 %), 99Ru (12,8 %), 100Ru (12,7 %), 101Ru (13 %), 102Ru (31,3 %) и 104Ru (18,3 %).
Физик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыр иреүсәнлек буйынса (Тпл= 2334 °C) рутений бер нисә элементтан — рений, осмий, молибден, иридий, вольфрам, танталһәм ниобийҙан ғына ҡалыша.
Химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рутений -ярайһы инерт металл.
Органик булмаған ҡушылмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рутений кислоталарҙа һәм батша араҡаһында иремәй (HCl һәм HNO3 ҡатнашмаһы). Шул уҡ ваҡытта рутений хлор менән 400 °C-тан юғарыраҡ температурала реакцияға инә (RuCl3 барлыҡҡа килә), ул иреткәндә һелте һәм нитрат ҡатнашмаһы менән реакцияға инә (Na2RuO4 рутенаттары барлыҡҡа килә).
Рутений төрлө оксидлашыу кимәленә тура килә торған ҡушылмалар барлыҡҡа килтерергә һәләтле:
- 8 RuO4; RuO4 · PCl3
- 7 M[RuO4]
- 6 M2[RuO4]; M2[RuF8]; RuF6
- 5 M[RuF6]; RuF5
- 4 RuCl4; RuO2; M2[RuCl6]
- 3 RuCl3; М3[RuCl6]
- 2 M2[RuCl4]; M4[Ru(CN)6]
- 1 Ru(CO)nBr
- 0 Ru(CO)n
Рутений ҡушылмалары шулай уҡ нитроз берләшмәләренең киң спектрын — RuNO төркөмөн үҙ эсенә ала. Был комплекслы ҡушылмалар, бигерәк тә нитрозонитроаминдар (мәҫәлән, [RuNO(NO2)2(NH3)2OH]) һәм <a href="https://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%9D%D0%B8%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%B7%D0%BE%D0%BD%D0%B8%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%BA%D0%BE%D0%BC%D0%BF%D0%BB%D0%B5%D0%BA%D1%81%D1%8B(недоступная ссылка)" rel="mw:ExtLink" title="Нитрозонитрокомплексы" class="new cx-link" data-linkid="146">нитрозонитрокомплексы</a> (бигерәк тә [RuNO(NO2)4OH]2− аниондары) (һары-ҡыҙғылт) юғары тотороҡлолоғо һәм кинетик инертлығы менән айырылып тора. Рутений <a href="https://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%A0%D1%83%D1%82%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B9_%D1%82%D0%B5%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%BE%D0%BA%D1%81%D0%B8%D0%B4%D1%8B(недоступная ссылка)" rel="mw:ExtLink" title="Рутений тетраоксиды" class="new cx-link" data-linkid="148">тетраоксиды</a> (Ru+VIIIO4) үҙенсәлектәре менән осмий тетраоксидына оҡшаш.
Рутенийҙың органик химияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рутений күп кенә металл органик ҡушылмаларын барлыҡҡа килтерә һәм химик реакцияларҙа актив катализатор булып тора.
Ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әҙ генә рутений өҫтәлмәһе (0,1 %) Титандың коррозияға сыҙамлығын арттыра.
- Платина менән рутений иретмәһе туҙыуға бирешмәй торған электр контакттарында ҡулланыла.
- Рутений диоксиды һәм осмий рудалары ҡалын таҫмалы резисторҙарҙа ҡулланыла. Был ике берләшмә электроникала етештерә торған продукцияның 50 %-ын ҡуллана.
- Күп кенә химик реакцияларҙа катализатор итеп ҡулланыла. Орбиталь станцияларҙың һыуҙы таҙартыу системаларында катализатор булараҡ рутений ҡулланыла.
- Ҡыҙыл рутений ион каналдарын тикшереү өсөн конкурент антагонист булараҡ ҡулланыла (CatSper1, TASK,RYR1, RyR2, RyR3, TRPM6, TRPM8, TRPV1, TRPV2, TRPV2, TRPV3, TRPV4, TRPV5,TRPV6, TRPV6, trpa1, mCa1, mCa2, CALHM1).
Рутенийҙың физиологик тәьҫире һәм биологик роле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рутений микроэлемент булып тора. Ул тере организм составында табылған платина металдарынан берҙән-бер (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса платина ла табыла). Рутений дөйөм алғанда, мускул туҡымаһында туплана. Рутенийҙың юғары оксиды ағыулы һәм көслө окислитель булып тора, шул сифаты арҡаһында янғын сығыу ҡурҡынысы тыуа.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 RUTHENIUM (ингл.)
- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
- ↑ 4,0 4,1 https://www.britannica.com/science/ruthenium
- ↑ https://kpfu.ru/staff_files/F144964812/rutenij__himiya_v_shkole.pdf
- ↑ Колотов С., Δ Рутений (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1899. — Т. XXVII. — С. 368—370.
- ↑ 7,0 7,1 Соловьев Ю. И. Исследования К. К. Клауса по химии платиновых металлов. Открытие рутения // История химии в России: Научные центры и основные направления исследований. — М.: Наука, 1985. — С. 140—147.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рутений// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 22-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рутений//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Рутений на Webelements
- Рутений в Популярной библиотеке химических элементов
- Рутений на onx.distant.ru 2010 йылдың 31 ғинуар көнөндә архивланған.
- Изотопы рутения
- Ruthenium at The Periodic Table of Videos (University of Nottingham)
- Nano-layer of ruthenium stabilizes magnetic sensors
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|