Нобелий

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Нобелий
Электр кирелеге 1,3
Асыу датаһы 1958
Химик формула No[1]
Хөрмәтенә аталған Альфред Нобель
Атом һаны 102
Схематичная иллюстрация
Элемент символы No[2]
Асыусы йәки уйлап табыусы Гленн Теодор Сиборг[d]
Каноническая формула SMILES [No][1]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Нобелий (лат. Nobelium, No) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 102.

Яһалма рәүештә алынған трансфермий химик элемент, актиноидтар төркөмөнән. Бер нисә тотороҡһоҙ изотобы бар, шуларҙың иң оҙайлы ваҡыт һаҡлана торғаны 259 No, ярым тарҡалыу осоро — 58 минут.

Символы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нобелий элементының символы — No (Нобелий тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

102-се элементты табыу тураһында тәүге булып 1957 йылда Стокгольмда (Швеция) эшләгән ғалимдар төркөмө тарафынан иғлан ителә. Улар шулай уҡ Альфред Нобелдең хөрмәтенә элементты нобелий тип атарға тәҡдим итәләр. Ләкин һуңғараҡ был мәғлүмәттәр башҡа лабораториялар эше менән раҫланмай. 102-се элемент беренсе тапҡыр 19631967 йылдарҙа эксперименттар барышында Г. Н. Флеров төркөмө тарафынан Дубналағы Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты тиҙләткесендә алынған. Уларҙан башҡа, шул уҡ ваҡытта элемент Берклиҙағы (АҠШ) Калифорния Университетында алынған. 1992 йылда халыҡ-ара фәнни йәмәғәтселек Дубна физиктарының 102-се элемент асыу өҫтөнлөгөн таный. СССР-ҙа был уңыш ғилми асыш тип таныла һәм 1963 йылдың 9 июлендә 34-се № өҫтөнлөгө менән СССР Дәүләт асыштары реестрына индерелә[3].

Совет тикшереүселәре Фредерик Жолио-Кюри хөрмәтенә яңы элементты жолиотий (Jl) тип атарға тәҡдим итәләр, ә америкалылар уға Нобелий (No) исемен бирәләр. Был исемдәрҙең икеһе лә (No һәм Jl) төрлө йылдарҙа, ИЮПАК ҡарары буйынса, 102-се элементҡа Альфред Нобелдең хөрмәтенә нобелий исеме билдәләнгәнсе, Элементтарҙың периодик таблицаһында баҫылып йөрөй.

Сығарып алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрлө ваҡытта төрлө нобелий изотоптары циклотрондарҙа ауыр элементтар сәптәрен еңел иондар менән аттырыу арҡаһында алынған. Сәп булып уран изотоптары, бер нисә трансуран элементтары (америций, кюрий, эйнштейний, плутоний, калифорния) йәки ҡурғаш ҡулланылырға мөмкин. Сәпкә аттырыр өсөн неон 22Ne, кислород 18O, углерод 12С, кальций 48Ca һәм башҡалар алына. Түбәндә изотоп 257No барлыҡҡа килтерә торған ядро реакцияһының миҫалы күрһәтелгән:

Әйтергә кәрәк, һәр бер изотоп бер нисә пар сәп -киҫәксә комбинацияһы менән алынырға мөмкин.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 NOBELIUM (ингл.)
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. Научные открытия России. Образование изотопа сто второго элемента — Нобелия периодической системы Менделеева.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]