Самарий

Самарий (лат. Samarium, Sm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры — 62. Лантаноидтар төркөмөнән. Ябай матдә самарий — ҡаты металл, аҡ төҫтә.

Символы

Самарий элементының символы — Sm (Самарий тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Элемент самарскит минералынан айырып алынған ((Y,Ce,U,Fe)3(Nb,Ta,Ti)5O16). Был минерал 1847 йылда урыҫ тау инженеры, полковник В. Е. Самарский-Быховец хөрмәтенә аталған (шул минерал өлгөһөн тикшеренеүгә алырға рөхсәте өсөн немец химигы Генрих Роза тәҡдиме буйынса)[6]. Самарскитта яңы, бығаса билдәле булмаған француз химик элемент табылған спектроскоп ысулы менән 1878 йылда Делафонтен һәм 1879 йылда Лекок де Буабодран тарафынан табылған. Был 1880 йылда швейцария химигы Ж. де Мариньяк асыш булыуын раҫлай. Элемент минерал буйынса самарий тип атала; был тарихта ысын кеше исеме бирелгән тәүге осраҡ, шуғаса мифологик персонаждар исеме ҡушыла торған булған[7][8]. Тәүге тапҡыр таҙа самарий ХХ быуат башында ғына бүлеп алына.

Тәбиғәттә

Ер ҡабығында самарий йөкмәткеһе — 8 г/т, океан һыуҙарында — 1,7·10−6 мг/л[9].

Ятҡылыҡтары

Самарий лантаноидтар составына инә, уларҙың ятҡылыҡтары Ҡытай, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия дәүләттәрендә табылған.

Сығарып алыу

Металлик самарий етештереү структураһына һәм иҡтисади күрһәткестәргә ярашлы рәүештә, металлургия һәм электролитик ысулдар менән алына. Донъяла самарий сығарып алыу бер нисә йөҙ менән тонна тип баһалана, күбеһе монацит ҡомдан ион алмаштырыу ысулдары менән сығарыла.

Хаҡы

Самарий хаҡы таҙалығы 99-99,9 % 1 ҡойолмаларында 1 килограмы өсөн 50-60 доллар тирәһендә тирбәлә.

2014 йылда 25 грамм 99,9 % таҙалыҡ самарийҙы 75 евроға һатып алырға мөмкин булған.

Физик үҙенсәлектәре

Самарий металы — тышҡы күренеше менән ҡурғашҡа, ә механик үҙенсәлектәре буйынса — цинкҡа оҡшаған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Эмсли Д. Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition)Издательство Оксфордского университета, 2011.
  2. 1 2 SAMARIUM (ингл.)
  3. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  4. Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
  5. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  6. Гейнрих Розе. Состав уранотантала и колумбита из Ильменских гор / Горный журнал, 1847, ч. II, кн. 4, с. 108—126.
  7. Chemistry in Its Element — Samarium, Royal Society of Chemistry.
  8. Samarium: History & Etymology.
  9. J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965

Әҙәбиәт

  • Самарий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 22-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар