Дмитрий Иванович Менделеев 1834 йылдың 8 февралендә (иҫке стил буйынса 27 ғинуарында) Тубыл ҡалаһында ул ваҡытта ҡала гимназияһының һәм Тубыл округы училищелары директоры булған Иван Павлович Менделеев (1783—1847) менән Мария Дмитриевна Менделеева (ҡыҙ фамилияһы Корнильева, 1786—1873) ғаиләһендә тыуған. Дмитрий һуңғы, ун етенсе[2] (икенсе мәғлүмәттәр буйынса,ун дүртенсе[3]) бала була. Ошо ун етенең һигеҙе сабый саҡта уҡ вафат була (уларҙың өсәүһенә ата-әсәләре хатта исем дә биреп өлгөрмәй), ә 14 йәшлек Маша исемле ҡыҙҙары 1820-се йылдар уртаһында Һарытау ҡалаһында үпкә сире сихуттан (чахотканан) үлеп ҡала. Дмитрий Менделеевтың тыуыуы тураһында тарихи яҙыу һаҡланып ҡалған: — Тубыл ҡалаһының Богоявленский сиркәүе буйынса 1834 йылда тыуыусылар теркәлгән метрик китаптың һарғайып бөткән бер битендә түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: «27 января Тобольской гимназии директора — надворного советника Ивана Павловича Менделеева от законной его жены Марии Дмитриевны родился сын Дмитрий».
Д. И. Менделеевтың бала саҡ йылдары декабристарҙың Себерҙә һөргәндә булған ваҡытҡа тура килә. Александр Муравьёв, Пётр Свистунов, Михаил Фонвизин]] нәҡ Тубыл губернаһында йәшәй. Дмитрий Ивановичтың Ольга апаһы декабристарҙың Көньяҡ ойошмаһының элекке ағзаһы Николай Васильевич Басаргинға кейәүгә сыға, һәм улар оҙаҡ ваҡыт Ялуторовск ҡалаһында декабрист Иван Пущин менән күрше йәшәй. Иван Павлович үлеп киткәс, был декабристар бергәләшеп Менделеевтарҙың һиҙелерлек мохтажлыҡ кисергән ғаиләһенә даими ярҙам итеп тора.
Летопись жизни и деятельности Д. И. Менделеева / Авторы: Р. Б. Добротин, Н. Г. Карпило, Л. С. Керова, Д. Н. Трифонов; Отв. ред. А. В. Сторонкин; Рецензенты: Р. Г. Гребенщиков, В. И. Кузнецов, Ю. Б. Соловьёв; Академия наук СССР. Секция химико-технологическихи биологических наук. — Л.: Наука, 1984. — 532 с. — 2300 экз.
Макареня А. А., Нутрихин А. И. Менделеев в Петербурге. — Л.: Лениздат, 1982.
Меньшиков М. О.Памяти Д. И. Менделеева // Национальная Империя: Сборник статей / М. О. Меньшиков / Составление, вступ. статья, послесловие М. Б. Смолина; Православный центр имперских политических исследований.. — М.: Имперская традиция, 2004. — С. 108—111. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89097-052-6.
Менделеев Д. И.Об опытах над упругостью газов(недоступная ссылка). Сообщение Д. И. Менделеева в Императорском Русском техническом обществе — 21 янв. 1881 г. — СПб., 1881. — 22 с.
Менделеев Д. И.Дополнения к познанию России(недоступная ссылка). Посмертное издание. СПб.: А. С. Суворин, 1907. — 109 с. + I л. портрет.