Индий
Индий (лат. Indium, In) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 13-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 49. Атом номеры 49.
Ябай матдә индий — еңел сүкелеүсән, тиҙ ирей, бик йомшаҡ металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә. Химик үҙенсәлектәре буйынса алюмин һәм галлийға, тышҡы күренеше менән цинкҡа оҡшаған.
Тарихы
Исеменең килеп сығышы
Индийҙағы спектрҙың сағыу эмиссия һыҙаты — индиго төҫө. Атама шунан сығып бирелгән.
Сығарып алыу
Индийҙы цинк һәм әҙерәк миҡдарҙа ҡара һәм аҡ ҡурғаштарҙың ҡалдыҡтарынан етештерәләр
Физик үҙенсәлектәре
- Иреү температураһы 156,5985 °C (429,7485 K)
- Ҡайнау температураһы 2072 °C (2345 K)
- Тығыҙлығы: 7,362 (+20 °C, г/см³)
- 7,023 (157 °C, г/см³)
- 5,763 (2109 °C, г/см³)
- Пар баҫымы (терег.бағ. мм):
- 0,01 (912 °C)
- 0,1 (1042 °C)
- 1 (1205 °C)
- 10 (1414 °C)
- 100 (1688 °C)
- Даими баҫым яваҡытында удел йылылыҡ һыйҙырышы (0-150 °C): 0,238 Дж/га·K
Биологик әһәмиәте
Индий организмда һиҙелерлек метаболик роль уйнамай[12] Ваҡытлыса кешенең мускулдарында, һөйәк һәм тиреһендә тупланыуы мөмкин. Организмдан ике аҙна тирәһе осорҙа яртылаш сығып бөтә. III валентлы иреүсән ҡушылмаларын инъекция менән индергән осраҡта бөйөр өсөн ағыулы булыуы ихтимал[13] Оҙаҡ ваҡыт индий, гидроксид, оксидтары саңын һуларға тура килгәндә Indium lung (инг.)баш. тигән үпкә ауырыуын тыуҙырыуы ихтимал[14]
Индийҙың эш зонаһы һауаһында рөхсәт ителгән концентрацияһы 0,1 мг/мм3 (Хеҙмәтте һаҡлау милли институты, АҠШ). Әммә үпкә ауырыуҙары тураһында мәғлүмәттәр килеп сыҡҡас, ҡәғиҙәләр ҡәтғиләнә башлай. Мәҫәлән, Япония Милли именлек һәм хеҙмәт гигиенаһы институты ПДК-ны 0.0003 мг/м3[15] тип билдәләй.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Reich F., Richter T. Ueber das Indium (ингл.) // Journal für praktische Chemie — 1864. — Vol. 92, Iss. 1. — P. 480—485. — ISSN 1521-3897; 0941-1216; 1436-9966 — doi:10.1002/PRAC.18630900122; doi:10.1002/PRAC.18640920180
- ↑ 1 2 INDIUM (ингл.)
- ↑ 1 2 3 4 http://www.cdc.gov/niosh/npg/npgd0341.html
- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
- ↑ 1 2 Колотов С. С., Δ Индий (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1894. — Т. XIII. — С. 82—83.
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ U.S. Geological Survey — Historical Statistics for Mineral and Material Commodities in the United States 2013 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған. // 2013; INDIUM STATISTICS // USGS, November 8, 2012
- ↑ Reich, F.; Richter, T. Ueber das Indium (нем.) // Journal für Praktische Chemie (инг.)баш. : magazin. — 1863. — Bd. 90, Nr. 1. — S. 172—176. — DOI:DOI:10.1002/prac.18630900122.
- ↑ Индий // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
- ↑ Schwarz-Schampera, Ulrich; Herzig, Peter M. Indium: Geology, Mineralogy, and Economics. — Springer, 2002. — ISBN 9783540431350.
- ↑ Castronovo, F. P.; Wagner, H. N. Factors Affecting the Toxicity of the Element Indium (инг.) // British Journal of Experimental Pathology : journal. — 1971. — Vol. 52, no. 5. — P. 543—559. — PMID 5125268.
- ↑ W. M.; Gwinn. Macrophage Solubilization and Cytotoxicity of Indium-Containing Particles as in vitro Correlates to Pulmonary Toxicity in vivo (инг.) // Toxicological Sciences (инг.)баш. : journal. — 2014. — Vol. 144, no. 1. — P. 17—26. — DOI:DOI:10.1093/toxsci/kfu273. — PMID 25527823.
- ↑ Alfantazi, A. M.; Moskalyk, R. R. Processing of indium: a review (билдәһеҙ) // Minerals Engineering. — 2003. — Т. 16, № 8. — С. 687—694. — DOI:DOI:10.1016/S0892-6875(03)00168-7.
- ↑ The Technical Guideline for Preventing Health Impairment of Workers Engaged in the Indium Tin Oxide Handling Processes (инг.). — JNIOSH, 2010.
Әҙәбиәт
- Индий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 10-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
- Индий на Webelements
- Индий в Популярной библиотеке химических элементов 2006 йылдың 13 февраль көнөндә архивланған.
- Индий в chemport.ru