Рений
Рений (лат. Rhenium, Re) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 7-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 75. Стандарт шарттарҙа тығыҙ, көмөшһыу-аҡ күсеүсән металдан ғибәрәт.
Символы
Рений элементының символы — Re (Рений тип уҡыла).
Исеменең килеп сығышы
Элементтың исеме латинса Rhenus — Германиялағы Рейн йылғаһы исеменән килеп сыҡҡан .
Тарихы
Ренийҙың барлығы оҡшашлыҡ үҙенсәлеге буйынса Д. И. Менделеев тарафынан алдан уҡ, 1871 йылда, әйтеп ҡуйылған булған(«тримарганец»)[5], әммә «двимарганец» (инглизсә «dvi-manganese») күпкә йышыраҡ ҡулланылған[6].
Рений 1925 йылда немец химиктары Ида һәм Вальтер Ноддактар тарафынан, колумбит минералын спектраль анализ үткәреп тикшереү ваҡытында[5] Siemens & Halske компанияһы лабораторияһында асыла.
Ренийҙың сағыштырмаса таҙа өлгөһөн 1928 йылда ғына алырға мөмкин була. 1 г рений алыу өсөн 600 кг норвег молибденитын эшкәртеү талап ителә.
Рений тотороҡло изотобы билдәле булған һуңғы асылған элемент була. Ренийҙан һуң асылған барлыҡ элементтарҙың (яһалма рәүештә алынғандарын да индереп) тотороҡло изотоптары булмаған.
Донъяла рений сығарыу
2006 йылда донъяла рений табыу яҡынса 40 тонна тәшкил итә. Иң ҙур етештереүсе — Чили компанияһы Molymet[7]. Рений етештереү тотороҡло үҫә һәм 2008 йылда ул 57 тоннаға етә[8].
Ҡулланыу
Ренийҙы ҡулланыуҙы билдәләгән иң мөһим үҙенсәлектәре — бик юғары иреү нөктәһе, химик реагенттарға тотороҡлолоғо, катализатор активлығы (бында ул платиноидтарға яҡын). Әммә рений — ҡыйбат һәм һирәк металл, шуға күрә уны файҙаланыу башҡа металдарға ҡарағанда өҫтөнлөклөрәк булған осраҡтар менән сикләнә.
Хаҡы
Иҫкәрмә
- ↑ 1 2 RHENIUM (ингл.)
- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ 1 2 3 https://www.britannica.com/science/rhenium
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 1 2 [ Рений] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ J. G. F. Druce: Dvi-manganese. The element of atomic number 75, Science Progress in the Twentieth Century (1919—1933), Vol. 20, No. 80 (April 1926), pp. 690—692
- ↑ metaltorg.ru. Проблемы мирового рынка рения : Информационный бюллетень МЭРТ РФ. — metaltorg.ru, 2006.
- ↑ Обзор рынка рения в СНГ. Исслед. группа ИнфоМайн, М.: 2009
- ↑ Рений — металл XXI века 2012 йылдың 20 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Цены российского рынка на металлы и сырье
Әҙәбиәт
- Рений// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 22-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
- Рений//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Рений. Популярная библиотека химических элементов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2013.
- Цены на рений (ингл.). MetalPrices.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2013. Архивировано 18 август 2013 года. 2013 йылдың 25 май көнөндә архивланған.
- Переработка рения (ингл.). Toma Group. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2013. Архивировано 18 август 2013 года.
- Режиссер: Д. Семибратов. "Эффект рения". Документальный фильм. 2014 г.