Фосфор

15
Фосфор
30,974
3s23p3

Фо́сфор (бор. грек. φῶς — яҡтылыҡ φέρω — ташыйым; φωσφόρος — яҡтылыҡ үткәреүсе; лат. Phosphorus) — химик элементтарҙың периодик системаһында 5-се төркөмдөң төп төркөмсәһе өсөнсө периодындағы химик элемент. Атом массаһы 15. Ер ҡабығында иң таралған химик элементтарҙың береһе. Ер ҡабығының 0,08—0,09 % массаһын алып тора, диңгеҙ һыуында концентрацияһы 0,07 мг/л[4].

Химик яҡтан актив булғанға тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамай. 190-ға яҡын минералы булыуы билдәле, минералдарҙың иң әһәмиәтлеһе апатит Ca5(PO4)3(F,Cl,OH), фосфорит һәм башҡалар.

Йәшел үҫемлектәрҙең бөтә өлөшөндә лә фосфор бар, үҫемлек емеше һәм орлоғонда фосфор күберәк. Фосфор хайуандарҙың туҡымалары, аҡһым һәм башҡа органик ҡушылмалар (АТФ, ДНК) соствына керә һәм мөһим йәшәү элементы булып тора.

Иҫкәрмәләр

  1. Phosphorus: electronegativities (ингл.). WebElements. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2010.
  2. Sulfur and Phosphorus Compounds (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йылдың 11 август көнөндә архивланған.
  3. Редкол.:Зефиров Н. С. (гл. ред.). Химическая энциклопедия: в 5 т. — Москва: Большая Российская энциклопедия, 1999. — Т. 5. — С. 145.
  4. J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. 1, 1965

Категориялар