Мейтнерий
Мейтнерий (лат. Meitnerium, Mt) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осоро, 9-сы төркөм химик элементы. Тәртип номеры — 109.
Ул тәбиғәттә юҡ, билдәле изотоптарҙың иң тотороҡлоһоноң массаһы 278 (уның атом массаһы 278,156 (5) а.б.м.).). Элек унниленний (Une) йәки eka-iridium тип аталған. Яһалма рәүештә синтезланған.
Символы
Мейтнерий элементының символы — Mt (Мейтнерий тип уҡыла).
Тарихы
Мейтнерий 1982 йылда Германияның Дармштадт ҡалаһы эргәһендәге Виксһаузен районында урынлашҡан Ауыр иондар институты тарафынан асыла. Был ошо реакция һөҙөмтәһендә мөмкин була:
Уны беренсе тапҡыр Питер Армбрустер һәм Готфрид Мюнзенберг етәкселегендәге Германия тикшеренеү төркөмө синтезлаған. Мейнтерий-266 изотобың бер генә атомы висмут-209 сәбенә тиҙ оса торған тимер-58 атомдары менән аттырған ваҡытытта күҙәтелә. Был процесс яңы элемент тыуҙырып ҡына ҡалмай, ул ҙур, синтезлау өсөн яңы атом ядроларын ҡулланыуҙың уңышлы тәжрибәһе була[2]
Исеменең килеп сығышы
Мейтнерий элек уннилений (Unnilennium) исеме менән билдәле булған, символы — Une. «Мейтнерий» (Мt) атамаһы австрия физигы Лизы Мейтнер хөрмәтенә ИЮПАК тарафынан 1994 йылда тәҡдим ителә. Рәсми рәүештә ул 1997 йылда ИЮПАК тарафынан ҡабул ителә[3]. Мейтнерий һәм кюрийҙан башҡа бер генә элементҡа ла мифик булмаған ҡатын-ҡыҙ исемдәре ҡушылғаны булмаған (хәйер, кюрий атамаһы Мария Кюриҙың исеме иренең исеме (Пьер Кюри) менән ҡушып бирелгән)[2].
Билдәле изотоптары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 1 2 факты мейтнерий Element(недоступная ссылка)
- ↑ Commission on Nomenclature of Inorganic Chemistry. Names and symbols of transfermium elements (IUPAC Recommendations 1997) // Pure and Applied Chemistry. — 1997. — Т. 69, № 12. — С. 2471—2473.