Бром

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бром
Электр кирелеге 3
Асыу датаһы 1825
Хөрмәтенә аталған вонь[d]
Энергия ионизации 10,55 ± 0,01 электронвольт
Ионный радиус 1,96 ангстрем, 0,31 ангстрем, 0,25 ангстрем и 0,39 ангстрем
Ауырлығы 79,904 ± 0,003 Массаның атом берәмеге[1]
Рәсем
Атом һаны 35[2]
Элемент символы Br
Табылыу урыны Франция
Асыусы йәки уйлап табыусы Лёвих, Карл Якоб[d] и Антуан Жером Балар[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Бром (лат. Bromum) — Менделеевтың периодик таблицаһының VII төркемендә, 35-се һанында урынлашҡан химик элемент. Бромдың атом массаһы 79,904. Бромды 1826 йылда, Урта диңгеҙ тоҙ табыу урындарынан алынған тоҙло һыуҙы тикшергән ваҡытта, француз химигы Антуан Жером Балар аса. Бром исеме грек һүҙе bromos — "тәмһеҙ еҫ"тән алынған.

35
Бром
79,904
3d104s24p5

Тәбиғәттә таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бром ер ҡабығының 1,6*10−4%ын (масса буйынса) алып тора, 1015-1016 т тирәһе. Бром — хлорҙың даими юлдашы. Хлор тоҙҙары ятҡылыҡтарында бром тоҙҙары (NaBr, KBr, MgBr 2) була. Бром диңгеҙ һыуында ирегән хәлдә була.

Физик һәм химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— 7,20 та, ҡыҙыл-ҡуңыр-һары кристалға әйләнеп, бром ҡата башлай. Ҡайнау температураһы 58,78 С, бром парҙары ҡыҙғылт-һары төҫтә була. Шыйыҡ бромдың тығыҙлығы (200 С-та) 3,1 г/см3. Бром һыуҙа аҙ ирей (200С-та 100 г һыуҙа 3,58 г бром). Органик иреткестәрҙә бром бик яҡшы ирей. Бром ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге халәттә ике атомлы молекулаларҙан тора. 8000 С-та һиҙелерлек диссоциация башлана; шулай уҡ яҡтылыҡ тәьҫирендә лә диссоциация күҙәтелә.

Бром атомының тышҡы электрон конфигурацияһы 4s 2 4p 5.

Химик яҡтан бром бик актив. Бром көкөрт, селен, теллур, фосфор, мышаяҡ һәм сурьма менән тәьҫирләшкәндә, бик күп йылы бүленә, ҡайһы ваҡыт ялҡын да сығырға мөмкин. Шулай уҡ бром ҡайһы бер металдар менән дә (мәҫәлән калий һәм алюмин) әүҙем тәьҫирләшә. Металдарҙан, ҙур температура һәм дым булғанда ла, көмөш, ҡурғаш, платина һәм тантал уның менән тәьҫирләшмәйҙәр. Бром кислород, азот һәм углерод менән ҙур температураларҙа ла ҡушылмай.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бромдың миҡдары күп бромлы этил һәмдибромэтан (бензиндарҙың детонация тотороҡлоғон арттыра торған этил шыйыҡлығына инеүсе матдәләр) етештереү өсөн ҡулланыла. Бром ҡушылмаларын төрлө химик анализдарҙа, медицинала ҡулланалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Standard atomic weights of the elements 2021 (IUPAC Technical Report) (ингл.)IUPAC, 1960. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2019-0603
  2. Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бром// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 4-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]