Гафний
| 72 | Гафний
|
178,49 | |
| 4f145d26s2 | |
Гафний (лат. Hafnium, Hf) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 4-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 72.
Ябай матдә — ауыр, ҡыйынлыҡ менән иреүсән көмөшһыу-аҡ металл. Гафнийҙың ике модификацияһы бар.
Символы
Гафний элементының символы — Hf (Гафний тип уҡыла).
Асылыу тарихы һәм атаманың килеп сығышы
Гафнийҙы башта һирәк ер элементтары араһынан эҙләйҙәр. Дания физик-теоретигы Нильс Борҙың квант-механикаһы нигеҙендә иҫәптәре буйынса һирәк ер элементтарының һуңғыһы 71-се элемент булып тороуы асыҡланғас ҡына гафний элементы — цирконий аналогы икәне аңлашыла.
Н. Бор һығымтаһына нигеҙләнеп, 1923 йылда Дирк Костер һәм Дьёрдь де Хевеши рентгеноспектраль ысул буйынса норвег һәм гренланд циркондарын анализлайҙар. Был тәжриәбәләр нигеҙендә улар 72-се элемент асылыу тураһында иғлан итә һәм уға ҡала хҡрмәтенә гафний тигән исем бирә (лат. Hafnia — Копенгагендың латинса исеме). 1949 йылда элементтың «гафний» исеме Халыҡ-ара комиссия тарафынан раҫлана.
Донъя ресурстарында — гафний
2007 йылда 99%-лы гафний хаҡы килограмы өсөн уртаса алғанда $780 тәшкил итә (infogeo.ru мәғлүмәттәре буйынса)
Гафнийҙың бөтә донъя ресурстарын гафний ике окисенә күсереп иҫәпләгәндә, 1 миллион тоннанан бер ни тиклем артып китә. Был ресурстарҙы бүлеү структураһы яҡынса түбәндәгесә күренә:
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 HAFNIUM (ингл.)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 http://www.cdc.gov/niosh/npg/npgd0309.html
- ↑ https://iupac.org/standard-atomic-weight-of-hafnium-revised/
- ↑ https://www.britannica.com/science/hafnium
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
Әҙәбиәт
- Химия и технология редких и рассеянных элементов. Ч. 2. Под ред К. Большакова. Изд. 2. М.: Высшая школа, 1976.
Һылтанмалар
- Гафний // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.