Хлор

17
Хлор
35,452
3s23p5

Хлор (от грек. χλωρός — «йәшел») — химик элементтарҙың периодик системаһында 7-се төркөмдөң төп төркөмсәһе өсөнсө периодындағы химик элемент.

Атом массаһы 17[2]. Cl (лат. Chlorum) символы менән билдәләнә. Химик актив неметалл. Галогендар төркөмөнә инә (беренсе тапҡыр «галоген» һүҙен немец химигы Швейгер хлор өсөн ҡуллана («галоген» тоҙ барлыҡҡа килтереүсе тигәнде аңлата, һүңыраҡ был һүҙ хлор кергән VII төркөм элементтары өсөн ҡулланыла[3]).

Ябай матдә хлор (CAS-теркәү номеры: 7782-50-5) нормаль шарттарҙа һауанан ауырыраҡ йәшел-һары төҫтәге әсе еҫле ағыулы газ. Хлор молекулаһы ике атомлы (формулаһы Cl2).

Хлорҙы асыу тарихы

1772 йылда Джозеф Пристли хлор менән водород ҡушылмаһы хлороводород ала. 1774 йылда швед химигы Шееле Карл Вильгельм, үҙенең ғилми хеҙмәтендә, пиролюзит менән тоҙ кислотаһы тәҫир итешкәндә хлор бүленеп сығыуы тураһында яҙа:

4HCl + MnO2 = Cl2 + MnCl2 + 2H2O

Шееле хлорҙың еҫе батша араҡыһына оҡшаш булыуын билдәләй, алтын һәм киноварь менән тәҫир ителешеүен һәм ағартыу үҙәнсәлеген билдәләй. Тик Шееле ул заманда өҫтөнлөк иткән флогистон тәғлимәтенә ярашлы хлор флогистоны алынған тоҙ килотаһы тип билдәләй.

Бертолле һәм Лавуазье кислород теорияһына ярашлы яңы матденең оксиды тип билдәләй. Әммә хлорҙы тарҡатыу уңышһыҙ була. Дэви электролиз ярҙамында аш тоҙон тарҡатып хлорҙын айырым элемент булыуын иҫбатлай.

Тәбиғәттә таралыуы

Хлор тәбиғәттә ҡушылмаларҙа ғына осрай. Ер ҡабығында ул масса буйынса 1,7 * 10−2%, вулкан тоҡомдарында — гранитта 2,4 *10−2%. Ион хәлендә хлор донъя океанында ла бар (1,93 %). Сотавында хлор булған 97 минерал булыуы билдәле.

Иҫкәрмәләр

  1. Редкол.:Зефиров Н. С. (гл. ред.). Химическая энциклопедия: в 5 т. — Москва: Большая Российская энциклопедия, 1999. — Т. 5. — С. 280.
  2. Таблица Менделеева на сайте ИЮПАК
  3. Петрянов-Соколов И. В. (отв. ред.), Станцо В. В., Черненко М. Б. (составители). Популярная библиотека химических элементов. Книга первая. Водород — палладий. — 3 изд. — Москва: Издательство «Наука», 1983. — С. 238-247. — 575 с.