Диспрозий
| 66 | Диспрозий
|
162,50 | |
| 4f106s2 | |
Диспрозий (Dy, лат. Dysprosium[3]) — периодик системаның өсөнсө төркөмөндәге (иҫке классификацияла буйынса — өсөнсө төркөмөнең өҫтәмә төркөмсәһендәге) химик элемент. 66-сы атом номерлы лантаноид ; һирәк осрай торған көмөшһыу-һоро металл. Тәбиғәттә саф килеш осрамай, әммә ҡайһы бер минералдар, мәҫәлән, ксенотима составына инә.
Үҙенсәлектәре
Физик
Диспрозий — көмөшһыу-һоро металл. 1384 °C градустан түбән температурала тотороҡло, α-модификацияһы гексагональ тығыҙ уратылған рәшәткәле; иреү температураһы — 1407 °C, ҡайнауы — 2567 °C, тығыҙлығы 8551 кг/м3. Тышҡы электрон ҡатламы конфигурацияһы 1s² 2s²p 2^6 3s² 3p^6 4s² 3d^4p 10^6 5s² 4d^5p 10^6 6s² 4f^10. Ферромагнетик, Кюри нөктәһе 88,3 К[3].
Химик
Берләшмәләрҙә окисланыу дәрәжәһе +3. 20 °C температуралы һауала металлик диспрозий яй окислана[3].
Металлик диспрозий йылытҡанда галогендар, азот, водород менән реакцияға инә. Минераль кислоталар (HF-нан тыш) ҡатнашып Dy (III) тоҙҙары барлыҡҡа килтерә, һелте иретмәләре менән үҙ-ара ҡатнашмай.
Тәбиғәттә
Диспрозий лантаноид ятҡылыҡтарында сығарыла, шуларҙың иң ҙурҙары Ҡытайҙа, АҠШ-та, Вьетнамда, Афғанстанда, Рәсәйҙә (Кольск ярымутрауында), Ҡырғыҙстанда, Австралияла, Бразилияла, Һиндостанда[4]. Тымыҡ океан утрауының Минамитори утрауында, бары тик Японияның иҡтисади зонаһында, ерҙә һирәк осрай торған минералдар урынлашҡан тәрән һыу ятҡылыҡтарында уның запастары ярайһы уҡ ҙур[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Michael E. Wieser, Norman Holden, Tyler B. Coplen, John K. Böhlke, Michael Berglund, Willi A. Brand, Paul De Bièvre, Manfred Gröning, Robert D. Loss, Juris Meija, Takafumi Hirata, Thomas Prohaska, Ronny Schoenberg, Glenda O’Connor, Thomas Walczyk, Shige Yoneda, Xiang‑Kun Zhu. Atomic weights of the elements 2011 (IUPAC Technical Report) (инг.) // Pure and Applied Chemistry. — 2013. — Vol. 85, no. 5. — P. 1047—1078. — DOI:DOI:10.1351/PAC-REP-13-03-02.
- ↑ Химическая энциклопедия: в 5-ти тт / Редкол.: Кнунянц И. Л. (гл. ред.). — Москва: Советская энциклопедия, 1990. — Т. 2. — С. 82. — 671 с. — 100 000 экз.
- ↑ 1 2 3 Бердоносов С. С. ДИСПРОЗИЙ. Большая российская энциклопедия (2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2020. 2019 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Что такое МИНЕРАЛЬНЫЕ РЕСУРСЫ: РУДЫ РЕДКИХ МЕТАЛЛОВ // Энциклопедия Кольера
- ↑ The tremendous potential of deepsea mud as a source of rare-earth elements // nature.com