Химик элемент
Химик элемент — атом йәҙрәһе бер төрлө зарядлы булған атомдар тупланмаһы[1][2][3][4],[K 1] Атом йәҙрәһе протондарҙан тора, уларҙың һаны элементтың атом һанына тиң, ә нейтрондар, уларҙың һаны төрлө булыуы ихтимал.[8] Һәр химик элементтың латинса атамаһы һәм химик символы бар, ул бер йәки бер пар латин хәрефтәренән тора, улар IUPAC тарафынан көйләнә һәм, атап әйткәндә, Менделеев элементтарының периодик таблицаһында бирелә.[9]
Химик элементтарҙың ирекле формала йәшәү формаһы — ябай матдәләр (бер элементлы)[10]. Химик элементтарҙы — виртуаль[11] абстракт объекттарҙы айырып ҡарарға кәрәк, улар эмпирик мәғлүмәттәрҙе логик дөйөмләштереү юлы менән барлыҡҡа килгән һәм уларҙың үҙенсәлектәре аша тасуирланған, ә матди объекттарҙы — физик һәм химик үҙенсәлектәре булған ябай матдәләрҙе айырырға кәрәк[1][2][3][4].
2016 йылға тотшло 118[11] химик элементтар билдәле. Шуларҙың 94-е тәбиғәттә (ҡайһы берҙәре микромиғдарҙа ғына), ҡалған 24-е яһалма рәүештә синтезланған.
Төшөнсә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Элемент» һүҙен (лат. elementum) боронғо заманда уҡ (Цицерон, Овидий, Гораций) ҡулланғандар. Был һүҙ нимәнеңдер өлөшөн аңлатҡан. Боронғо заманда «Һүҙ хәрефтәрҙән торған кеүек, есемдәрҙә элементтарҙан тора» тигән төшөнсә киң таралған булған. Был һүҙҙә латин алфавитындағы : l, m, n, t («el» — «em» — «en» — «tum») хәрефтәренән килеп сыҡҡан[12]. 1960 йылда химиктарҙың халыҡ-ара съездында молекула һәм атом төшөнсәләре ҡабул ителә.
Химик элемент төшөнсәһен хәҙерге заманға яҡын аңлау «Скептик химик» (1661) китабында [Бойль, Роберт|Роберт Бойль] ҡуйылған химик фәлсәфәнең яңы системаһында сағыла. Бойль билдәләүенсә, аристотельдең дүрт элементын да, алхимиктарҙың өс принцибын да элемент тип танып булмай. Бойль фекеренсә, элементтар — бер төрлө (примордиаль матдәнән тора) корпускулараҙын тора, уларҙан бөтә ҡатмарлы есемдәр барлыҡҡа килә һәм улар кире корпускулаларға тарҡалырға мөмкин булған бер төрлө есемдәрҙән (матдәләрҙән) тора. Корпускулалар формаһы, ҙурлығы, массаһы буйынса төрлөсә булыуы мөмкин. Есемдәр барлыҡҡа килгән корпустар һуңғыһы үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында үҙгәрешһеҙ ҡала[13].
Химик элементтың хәҙерге заман төшөнсәһе: Химик элемент — йәҙрәһе ыңғай зарядлы айырым атом.
1789 йылда Антуан Лоран Лавуасье үҙенең Химия буйынса башланғыс курсында хәҙерге химия тарихында бер нисә төргә бүленгән химик элементтарҙың беренсе исемлеген (төп есемдәр таблицаһын) бирә. Беренсе тапҡыр химик элементтар менән бер нисә ябай матдәне (шул иҫәптән кислород, азот, водород, көкөрт, фосфор, күмер һәм шул ваҡытҡа билдәле булған бөтә металдарҙы) асыҡлай. Элементтарға яҡтылыҡ, калориялы һәм «тоҙ барлыҡҡа килтереүсе ер матдәләре» (кальций, магний һәм башҡа ауыр оксидтар инә. Элементтарҙың был төшөнсәһе, ҡағиҙә булараҡ, эмпирик-аналитик тип атала, сөнки Лавуасье элементты билдәләү критерийы сифатында тәжрибәне һәм тәжрибәне генә һайлай, атомдар һәм молекулалар тураһындағы ниндәй ҙә булһа эмпирик булмаған дәлилдәрҙе ҡәтғи кире ҡаға[14].
Билдәре химик элементтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2010 йылдың апреленә торошло 118 химик элемент булыуы билдәле, уларҙың 94-е тәбиғәттә осрай (ҡайһы берҙәреең эҙҙәре генә). Ҡалған 24-е яһалма юл менән ядро реакцияһында барлыҡҡа килә. Тәүге 112 элемент даими, ҡалғандары — ваҡытлыса.
Химик элемент символы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Элементтың символы
- элементтың исемен
- элементтың бер атомын
- был элементтың бер моль атомын
аңлата. Элементтың символына ҡыҫҡартылған исемен латинса исемен яҙалар: Cu — баҡыр (cuprum), Ag — көмөш (argentum), Fe — тимер (ferrum), Au — алтын (aurum), Hg — терегөмөш (hydrargirum).
атом массаһы | ион заряды | |
Элемент символы | ||
---|---|---|
тәртип һаны | молекулала атомдар һаны |
Миҫал:
- — ике атомдан торған водород молекулаһы
- —2+ зарядлы баҡыр ионы
- Ҡалып:Nuclide2 — йәҙрә заряды 6, атом массаһы 12 булған углерод атомы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Химик элементтар символдары системаһын 1811 йылда швед химигы Я. Берцелиус тәҡдим итә. Химик ҡушылма символ элементтың сифат составын ғына түгел, һан яғынан химик үҙенсәлеген күрһәтә, сөнки символ һәр элементтың йәҙрә зарядын, тышҡы ҡатламда электрондар һанын күрһәтә.
Химик элементтың карточкаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1 — химик элементтың билдәһе.
- 2 — исеме.
- 3 — химик элементтың тәртип һаны, атомдағы протондар һаны.
- 4 — атом массаһы.
- 5 — энергетик ҡатламдарҙа электрон урынлашыуы.
- 6 — электрондар конфигурацияһы.
Химик элементтарҙың тәбиғәттә таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә химик элементтарҙың 88-е тәбиғәттә таралған. Технеций Tc (тәртип һаны 43), прометий Pm (61), астат At (85) и франций Fr (87), һәм урандан U (тәртип һаны 92) һүң урынлашҡан элементтар яһалма юл менән алынған. Уларҙың ҡайһы берҙәре бик аҙ миҡдарҙа тәбиғәттә табыла.
Ер ҡабығында кислород һәм кремний киң таралған. Был элементтар алюмин, тимер, кальций, натрий, калий, магний, водород һәм титан менән Ер ҡабығының 99 % тәшкил итәләр, ҡалған элементтарға 1% тура килә. Ер ҡабығында элементтарҙың масса миҡдары кларк һаны менән күрһәтелә.
Ер ҡабығы составы мантия һәм Ер төшө составынан айырыла. Ер төшө тимер һәм никельдан тора. Шулай уҡ Ҡояш системаһы составы йыһан составынан айырыла. Йыһан да иң күп таралған элемент водород һәм гелий.
Химик матдәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Химик матдә бер төрлө элементтарҙан (ябай матдә) һәм төрлө элементтарҙан (ҡатмарлы матдә йәки химик ҡушылмалар) торорға мөмкин. Бер үк химик элементтың төрлө ябай матдәләр барлыҡҡа килтерә алыу үҙенсәлеге аллотропия тип атала.[15]
Агрегат хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәҙәти шарттарҙа 11 элементтың ябай матдәһе газ хәлендә ((H, He, N, O, F, Ne, Cl, Ar, Kr, Xe, Rn)), 2 элементтың ябай матдәһе шыйыҡса хәлендә — (Br, Hg), ҡалған элементтарҙың ябай матдәһе ҡаты есемдәр хәлендә 500-гә яҡын ябай матдә булыы билдәле.[15]
Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Кедров Б. М., Эволюция понятия элемента в химии, 1956, с. 85
- ↑ 2,0 2,1 С. Т. Жуков. Химия 8—9 класс. — М., 2002, глава 1, раздел 1.3. Химические элементы
- ↑ 3,0 3,1 Простые и сложные вещества. Раздел 3.3 Вещества ионного строения
- ↑ 4,0 4,1 Чернобельская Г. М., Методика обучения химии, 2000, с. 266—267
- ↑ Раков Э. Г., Химические элементы (БРЭ), 2017
- ↑ Ельяшевич М. А., Атом (БРЭ), 2005
- ↑ Бабичев Н. Т., Боровский Я. М., Словарь латинских крылатых слов, 1999, с. 136
- ↑ Коллектив авторов. Значение слова "Элементы химические" в Большой Советской Энциклопедии . Советская энциклопедия. Архивировано 16 май 2014 года.
- ↑ Атомы и химические элементы.
- ↑ Классы неорганических веществ.
- ↑ Discovery and Assignment of Elements with Atomic Numbers 113, 115, 117 and 118 .
- ↑ Кругосвет — ЭЛЕМЕНТЫ ХИМИЧЕСКИЕ
- ↑ Роберт Бойль һәм фәнни химияның барлыҡҡа килеүе / Левченков С. И. Краткий очерк исторой chemii
- ↑ Химическая революция / Левченков С. И. Краткий очерк истории химии.
- ↑ 15,0 15,1 Простые и сложные вещества. Аллотропия. Названия сложных веществ 2009 йылдың 30 ғинуар көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Химия и Жизнь (Солтеровская химия). Ч. 1. Понятия химии.— М.: Изд-во РХТУ им. Д. И. Менделеева, 1997.
- Азимов А. Краткая история химии. — СПб.: Амфора, 2002.
- Бедняков В. А. О происхождении химических элементов // ЭЧАЯ. — 2002. Т. 33. — Ч. 4. — С. 914—963.
Комментарий[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дефиниция химического элемента определяет его как совокупность атомов с одинаковыми зарядами ядер[5], а химическая дефиниция атома гласит, что атом есть наименьшая часть химического элемента, являющаяся носителем его свойств[6]. Налицо логическая ошибка definitio per idem — явный круг, когда в дефиницию какого-либо понятия незаметно вводится само это понятие[7]. Причина этой ошибки очевидна: в химии понятие элемента является базовым, то есть неопределяемым, так что без выхода за пределы химии его можно снабдить только пояснительным описанием. Для энциклопедий проблему маскируют, давая только ссылки на понятия, используемые в дефиниции, но не сами определения используемых понятий. Ясно, что замкнутый круг такой подход не разрывает, но ничего лучшего пока не придумано.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аншиц А. Г., Грачева Е. В., Клусс О. К., Салькова Е. А. Химия. Версия 1.0. — Красноярск: Издательско-полиграфический комплекс Сибирского федерального университета, 2008. — 224 с. — (Электронный учебно-методический комплекс). — ISBN 978-5-7638-1438-5.
- Бабичев Н. Т., Боровский Я. М. Словарь латинских крылатых слов. — 5-е изд., испр. и доп. — М.: Русский язык, 1999. — 784 с. — ISBN 5—200—01686—X.
- Верховский В. Н. Неорганическая химия. — Учпедгиз, 1940. — 428 с.
- Глинка Н. Л. Общая химия. — Издание стереотипное. — М.: КноРус, 2021. — 748 с. — ISBN 978-5-406-07956-0.
- Ельяшевич М. А. Атом // Большая Российская энциклопедия. — Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 2. — С. 466—470.
- Кедров Б. М. Развитие понятия элемента от Менделеева до наших дней. — М.—Л.: Гостехиздат, 1948. — 248 с.
- Кедров Б. М. Эволюция понятия элемента в химии. — М.: Изд-во Академии педагогических наук РСФСР, 1956. — 360 с.
- Менделеев Д. И.,. Элементы химические // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Раков Э. Г. Химические элементы // Большая Российская энциклопедия. — Большая Российская энциклопедия, 2017. — Т. 34. — С. 63.
- Рудзитис Г. Е., Фельдман Ф. Г. Химия. 8 класс. — 4-е изд. — М.: Просвещение, 2016. — 208 с. — ISBN 978-5-09-037746-1.
- Ходаков Ю. В. Общая и неорганическая химия. Пособие для учителей. — М.: Учпедгиз, 1959. — 736 с.
- Чернобельская Г. М. Методика обучения химии в средней школе. — М.: Гуманитарный издательский центр ВЛАДОС, 2000. — 336 с. — ISBN 5-691-00492-1.