Празеодим

59
Празеодим
140,908
4f36s2

Празеодим (лат. Prasaeodymum, Pr) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 59.. Лантаноидтар төркөмөнән, көмөшһыу мәғдән.

Символы

Празеодим элементының символы — Pr (Празеодим тип уҡыла).

Исеменең килеп сығышы

Исеме грек. πράσιος — «аҡһыл-йәшел» һәм δίδυμος — «игеҙәк» тигәнде аңлата. Бындай атама менән ул тоҙҙарының төҫөнә һәм элементтың асылыу тарихына бурыслы.

Тарихы

Празеодим 1895 йылда Карл Ауэр фон Вельсбах тарафынан асыла. Ул 1839 йылда швед химигы Карл Мосандер тарафынан табылған дидим элементының физик һәм химик үҙенсәлектәре яҡын булған ике элементтың ҡатнашмаһы булыуын билдәләй, уларға ул неодим һәм празеодим тип исем бирә.

Тәбиғәттә

Ер ҡабығында празеодимдың йөкмәткеһе — 9 г/т, океан һыуҙарында — 2,6·10−6мг/л[6].

Сығарып алыу

Празеодимды һирәк осрай торған ер элементтары менән ҡатнашмаларҙан алалар. Экстракциялы һәм хроматографик бүлеү һәм ваҡлап кристаллаштырыу ваҡытында празеодим еңел лантаноидтар менән бергә туплана һәм неодим менән ҡушылып айырыла. Артабан празеодимды неодимдан айыралар һәм 850oC температурала термик юл менән йәки электролизлап таҙа металл рәтенә күсерәләр.

Ҡулланыу

Празеодим иондары 1,05 мм тулҡын оҙонлоғо менән лазер нурланышын тыуҙырыу өсөн ҡулланыла (инфраҡыҙыл нурланыш). Празеодим фториды лазер материалы булараҡ ҡулланыла. Празеодим оксиды быяла иретеү өсөн файҙаланыла, уға ҡушылғанда аҡһыл- йәшел төҫ бирә.

Празеодим мишметалл компоненты булып тора, ҡоросҡа легирлау өҫтәмәһе итеп файҙаланыла. Магнийлы кобальт һәм никель иретмәләре составына инә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Эмсли Д. Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition)Издательство Оксфордского университета, 2011.
  2. 1 2 PRASEODYMIUM (ингл.)
  3. Standard Atomic Weights of 14 Chemical Elements Revised (ингл.)IUPAC, 1997. — ISSN 1365-2192; 0193-6484doi:10.1515/CI-2018-0409
  4. Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
  5. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  6. J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар