РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Группа → |
17 (VIIA)
|
↓ Период
|
|
|
2
|
|
3
|
|
4
|
|
5
|
|
6
|
|
7
|
117
|
Унунсептий
|
|
5f146d107s27p5
|
|
Галогендар — (гр. hals — тоҙ һәм …генез), Д. И. Менделеевтың периодик системаһындағы VII төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары (фтор, хлор, бром, иод һәм астат).
Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары һыуҙары, диңгеҙ һыуы һ.б. составына инә; фтор шулай уҡ тере организмдарҙың туҡымаларында (күбеһенсә һөйәк туҡымаһында) бар.
Ғәҙәти шарттарҙа фтор һәм хлор — газ, бром — шыйыҡса, астат һәм иод — ҡаты матдәләр; астат — радиоактив элемент, тотороҡло изотоптары юҡ. Бөтә галогендар ҙа һыуҙа (фторҙан башҡалары, ул һыуҙы окислай), бром, иод ш. уҡ спиртта, хлороформда эрей. Көслө окисландырыусылар, химик элементтар (тоҙ кислотаһы) һәм органик берләшмәләрҙең (галоген‑углеводородтар, фторорганик берләшмәләр, хлорорганик берләшмәләр) күбеһе менән тәьҫир итешәләр. Күреү ағзаларының һәм тын юлдарының лайлалы тиресәһен ярһыталар; бромдың ПДК-һы 2 мг/м³, иодтың — 1 мг/м³, фторҙың — 0,15 мг/м³, хлорҙың — 0,003 мг/м³. Организмда иодтың етешмәүе йәки артыҡ булыуы ҡалҡан биҙе ауырыуҙарына килтерә (ҡара: Боғаҡ). Фтор һәм хлорҙы — электролизлап, иод һәм бромды — уларҙың тоҙҙарын окислап, астатты ядро реакциялары ярҙамында алалар.
Галогендарҙы һәм уларҙың берләшмәләрен органик синтезлауҙа, аналитик реагенттар, хладондар, дезинфекциялау саралары һ.б. сифатында файҙаланалар. Башҡортостанда хлор һәм фтор алыу өсөн байтаҡ сеймал запастары бар (Таш тоҙ, Флюорит). 20 быуаттың 40-сы йылдары уртаһында Өфөнөң «Уфахимпром» һәм 60‑сы йылдарҙа Стәрлетамаҡтың «Каустик» химия заводтарында хлор етештереү үҙләштерелә.
- Сюндюков А. З., Макаров В. И. Результаты поисков неметаллических полезных ископаемых //Наука в Советской Башкирии за 50 лет. Уфа, 1969.
- Chemistry of the Elements. — 2nd. — Butterworth–Heinemann, 1997. — ISBN 0080379419.
Галогендар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.