Рубидий
Рубидий (лат. Rubidium, Rb) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осоро, 1-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 37. Ябай матдә рубидий — йомшаҡ, тиҙ иреүсән һелтеле металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә[6].
Үҙенсәлектәре
Металлик рубидий металлик калийға һәм металлик цезийға тышҡы күренеше, йомшаҡлығы һәм ток үткәреүсәнлеге менән оҡшашлыҡҡа эйә һәм. Рубидийҙы асыҡ һауала һаҡлау ярамай, сөнки барған реакцияларҙа бик күп йылылыҡ бүленеп сыға, хатта ҡайһы берҙә килтерә металдың ҡабынып китеүенә лә килтереүе ихтимал. Рубидийҙың һыуға ҡарағанда тығыҙлығы юғары, шуға күрә башҡа һелтеле металдар төркөмөнән айырмалы рәүештә, һыуҙа бата.
Символы
Рубидий элементының символы — Rb (Рубидий тип уҡыла).
Тарихы
Рубидий 1861 йылда Роберт Вильгельм Бунзен һәм Густав Роберт Кирхгоф тарафынан асыла.
Улар спектраль анализ ярҙамында алюмосиликаттарҙы тикшергәндә яңы элемент табалар. Элементтың спектр һыҙаттары ҡуйы ҡыҙыл төҫтә булғанлыҡтан, уға рубидий тигән исем биргәндәр (латинса rubidus "ҡуйы ҡыҙыл "[7][8].
Ятҡылыҡтары
Рубидий ингән минералдар (лепидолит, циннвальдит, поллуцит, амазонит), Германия, Чехия, Словакия, Намибия, Зимбабве, Төркмәнстанда һәм башҡа илдәрҙә табыла[9].
Йыһанда
Аномаль юғары миҡдарҙа рубидий Торн — Житков объекттарында (объекты Торна — Житков) күҙәтелә (ҡыҙыл гигант йәки сверхгигант, уның эсендә нейтрон йондоҙ бар)[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 RUBIDIUM (ингл.)
- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ https://chem.libretexts.org/Bookshelves/General_Chemistry/Book%3A_ChemPRIME_(Moore_et_al.)/16%3A_Entropy_and_Spontaneous_Reactions/16.06%3A_Standard_Molar_Entropies
- ↑ Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ Ohly, Julius. Rubidium // Analysis, detection and commercial value of the rare metals. — Mining Science Pub. Co., 1910.
- ↑ Kirchhoff, G. (инг.)баш.; Bunsen, R. (инг.)баш. Chemische Analyse durch Spectralbeobachtungen (инг.) // Annalen der Physik und Chemie : journal. — 1861. — Vol. 189, no. 7. — P. 337—381. — DOI:DOI:10.1002/andp.18611890702. — .
- ↑ Weeks, Mary Elvira (инг.)баш. The discovery of the elements. XIII. Some spectroscopic discoveries (инг.) // Journal of Chemical Education (инг.)баш. : journal. — 1932. — Vol. 9, no. 8. — P. 1413—1434. — DOI:DOI:10.1021/ed009p1413. — .
- ↑ Рубидий — Свойства химических элементов
- ↑ Подтверждено существование сверхгиганта с нейтронной звездой внутри
Әҙәбиәт
- Рубидий//Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 22-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Перельман. Ф. М. Рубидий и цезий. М.: АН УССР, 1960. 140 с. с илл.
- Плющев В. Е., Степин Б. Д. Химия и технология соединений лития, рубидия и цезия. — М.-Л.: Химия, 1970. — 407 с.
- Рипан Р., Четяну И. Неорганическая химия. Химия металлов. — М.: Мир, 1971. — Т. 1. — 561 с.