Эрбий

68
Эрбий
167,26
4f126s2

Эрбий (лат. Erbium, Er) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 68.

Лантаноидтарға һәм һирәк ер элементтарына (иттрий төркөмсәһе) ҡарай.

Символы

Эрбий элементының символы — Er (Эрбий тип уҡыла).

Тарих

Эрбий 1842 йылда Мосандер Карл Густав тарафынан асыла.

Эрбийҙы 1843 йылда швед химигы Карл Густав Мосандер Иттербю ауылы эргәһендә табылған гадолинит минералынан айырып ала.

Ул Y2O3 концентратында ҡушылмалар таба һәм уларҙы өс фракцияға бүлә: иттрий, алһыу terbia (ул хәҙерге заманда эрбий элементы тип атала) һәм төҫһөҙ erbia (быныһы тербий элементы булған).

Эрбий менән тербийҙы күпмелер ваҡыт бутап та йөрөтәләр. Тербийҙы эрбий тип 1860 йылдан һуң үҙгәртәләр, эрбийҙы иһә тербий тип 1877 йылдан һуң атай башлайҙар.

Исеменең килеп сығышы

Эрбий элементы атамаһын рәттән өс (эрбий, иттербий, иттрий) менән бергә — Стокгольм архипелагына ингән Ресарё утрауында урынлашҡан Иттербю ауылы хөрмәтенә исем алған.

Тәбиғәттә

undefined

Эрбийҙың кларкы ер ҡабығында (Тэйлор буйынса) — 3,3 г/т, океан һыуҙарындә йөкмәткеһе — 2,4·10−6[4]. Был концентрациялар эрбийҙы Ер ҡабығында химик элементтар араһында таралыу буйынса 45-се урында билдәләү өсөн етерлек (йәғни, ул ҡурғашҡа ҡарағанда күберәк таралған).

Ятҡылыҡтары

Эрбий лантаноидтар составына инә, улар иһә бик һирәк осрай. Лантаноидтар АҠШ, Ҡаҙағстан, РәсәйУкраина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавияла осрай.

Сығарып алыу

undefined

Металлик эрбийҙы эрбий хлориды иретмәһе ErCl3 (ErF3) электролизы ярҙамында, шулай уҡ был тоҙҙарҙы кальцийтермик тергеҙеү юлы менән алалар.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ERBIUM (ингл.)
  2. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  3. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  4. J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар