Барий

Барий (лат. Barium, Ba) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осоро, 2-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 56.Атом һаны 56. Ябай матдә барий — йомшаҡ, яҡшы сүкелеүсән, һелтеле металл, көмөш-аҡ төҫтә. Юғары химик активлығына эйә; ағыулы.

Символы

Барий элементының символы — Ba (Барий тип уҡыла).

Тарихы

Барий 1774 йылда BaO оксиды рәүешендә Карл Шееле һәм Юһан Ган тарафынан асыла.[7].

1808 йылда инглиз химигы Гери Дэви барийҙың дымлы гидроксидын терегөмөш катоды менән электролизлап, барий амальгамаһын килтереп сығара; йылытҡанда терегөмөш парға әйләнеп бөткәндән һуң, унда металлик барий тороп ҡала.

Исеменең килеп сығышы

Атамаһы бор. грек. βαρύς — «ауыр» һүҙенән алынған.

Тәбиғәттә

Ер ҡабығында барий йөкмәткеһе массаһын буйынса 0,05 % тәшкил итә; диңгеҙ һыуында барий — 0,02 мг/л. Барий әүҙем, һелтеле металдар һәм минералдарҙың кесе төркөмсәһенә инә. Төп минералдары: барит (BaSO4) һәм витерит (BaCO3).

Барийҙың һирәк осрай торған минералдары: цельзиан йәки барий ялан шпаты (барий алюмосиликаты), гиалофан (ҡатнаш калий һәм барий алюмосиликаты), нитробарит (барий нитраттар) һ.б.

Хаҡы

Металлик барий 99,9 % таҙалыҡтағы ҡойолмаларының хаҡы 30 доллар 1 кг самаһы.

Ағыулылығы

Барий һәм уның ҡайһы бер ҡушылмалары аҙыҡта һәм һыуҙа ПДК-нан артып киткәндә ағыулы булыуы ихтимал. Эсергә яраҡлы һыуҙа барийҙың рөхсәт ителгән иң сикке концентрацияһы 0,7 мг/дм³ тәшкил итә. Рәсәйҙә санитар-гигиеник нормативтарға ярашлы зарарлы матдәләр токсикологик лимитлау билдәһе буйынса нормалаштырыла; хәүефлелек класы - 2 (хәүефлелеге юғары матдәләр).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Микроэлементы

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Эмсли Д. Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition)Издательство Оксфордского университета, 2011.
  2. 1 2 BARIUM (ингл.)
  3. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  4. Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
  5. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  6. Chu Z., Chang J., Zhu Y., Sun X. Chemical Constituents of Cordyceps cicadae (ингл.) // Natural Product Communications: an international journal for communications and reviews — 2019. — Vol. 10, Iss. 12. — P. 1934578X1501001. — ISSN 1555-9475; 1934-578Xdoi:10.1177/1934578X1501001233
  7. Барий. // Популярная библиотека химических элементов. — М.: Издательство «Наука», 1977.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар