Неодим
Неодим (лат. Neodymum, Nd) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 60.
Химик элемент, һирәк осрай торған ер металы, көмөшһыу-аҡ төҫтә, алтынһыу төҫмөрө бар. Лантаноидтар төркөмөнә ҡарай. Һауала еңел окислана. Самолет һәм ракета етештереү сәнәғәтендә алюмин һәм магний менән рәттән иретмә компоненты булараҡ ҡулланыла[6].
Символы
Неодим элементының символы — Nd (Неодим тип уҡыла).
Тарихы
Неодим 1895 йылда Карл Ауэр фон Вельсбах тарафынан асыла.
Ул дидимды — һирәк осрай торған ике ер металының ҡатнашмаһын — неодимға һәм празеодимға бүлә. Дидим шуға тиклем айырым химик элемент булып һаналған һәм ҡатнашмаларының химик үҙенсәлектәренең сиктән тыш яҡынлығы арҡаһында бүлеү бик ауыр бирелгән. Неодимды таҙа килеш, празеодим ҡатнашмаларынан айырып алыу 1925 йылда ғына мөмкин була.
Исеменең килеп сығышы
Тәбиғәттә
Ер ҡабығында неодим йөкмәткеһе (төрлө мәғлүмәттәр буйынса) — 25-37 г/т, океан һыуҙарында — 9,2·10−6 мг/л[7].
Ятҡылыҡтары
Неодим лантаноидтар составына инә, уның ятҡылыҡтары Рәсәй, АҠШ, Ҡаҙағстан, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия, Ҡытайҙа урынлашҡан. Һуңғыһы төп етештереүсеһе һәм шулай уҡ неодим экспортёры булып тора.
Һирәк ер элементтарының сеймал базаһы донъя йөҙөндә яҡынса 100 миллион тонна тәшкил итә, шуларҙың 52 миллион тоннаһы Ҡытай өлөшөнә тура килә. Ҡытай һирәк ер элементтары донъя күләменең 92-94%-ын сығара.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Эмсли Д. Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition) — Издательство Оксфордского университета, 2011.
- ↑ 1 2 NEODYMIUM (ингл.)
- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 1 2 Неодим // Большой Энциклопедический словарь. 2000.
- ↑ J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965
Һылтанмалар
- Неодим на Webelements
- Неодим в Популярной библиотеке химических элементов
- [www.xumuk.ru/encyklopedia/2/2833.html Неодим — статья из химической энциклопедии]