Иридий
Иридий | |
Электр кирелеге | 2,2 ± 0,1 |
---|---|
Асыу датаһы | 1803 |
Химик формула | Ir[1] |
Хөрмәтенә аталған | Ирида[d] |
Ионный радиус | 0,68 ангстрем, 0,63 ангстрем и 0,57 ангстрем |
Ауырлығы | 192,217 ± 0,002 Массаның атом берәмеге[2] |
Атом һаны | 77 |
Элемент символы | Ir[3] |
Табылыу урыны | Лондон |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Теннант, Смитсон[d] |
Каноническая формула SMILES | [Ir][1] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Иридий (лат. Iridium, Ir) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 9-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 77.
Иридий — бик ҡаты, көмөшһыу-аҡ төҫтәге аҡ алтын төркөмө металы, ауыр ирей, күсеүсән. Тығыҙлығы буйынса осмий менән бер тиерлек[4]). Хатта 2000 °C температурала коррозияға ифрат сыҙамлы. Ер тоҡомдары араһында бик һирәк осрай, шуға күрә йыһан тоҡомдары (метеорит) сығышлы тип фаразлана ().
Символы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иридий элементының символы — Ir (Иридий тип уҡыла).
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иридийҙы 1803 йылда инглиз химигы С Теннант Көньяҡ Американан килтерелгән аҡ алтын ҡушылмаларында осмий менән бер үк ваҡытта аса[5].
Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иридий (бор. грек. ἶρις — йәйғор) үҙенең төрлө төҫтәге тоҙҙары арҡаһында ошондай исем ала[6].
Тәбиғәттә табылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ер ҡабығында иридий миҡдары бик аҙ (массаһы буйынса 10−7 %). Ул алтын һәм платинанан күпкә һирәгерәк осрай. Уның менән бергә осмий, родий,рений һәм рутений булыусан. Иң әҙ таралған элементтарға ҡарай. Иридий йыш ҡына метеориттарҙа табыла[7].
Иридий невьянскит, сысертскит,ауросмирид кеүек минерлдарҙа осрай.
Ятҡылыҡтар һәм етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Осмийлы иридий нигеҙҙә перидотит серпентинит ятҡылыҡтарында урынлашҡан була (КАР, Канада, Рәсәй, АҠШ, Яңы Гвинея)[8].
Йылына ер йөҙөндә етештерелгән иридий (2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса) 3 тонна самаһы тәшкил итә[9]. 2015 йылда 7.8 тонна сығарылған (251 мең труа унцияһы). 2016 йылда килограмы 16,7 мең доллар тәшкил итә (труа унцияһы 520 АҠШ доллары)[10]
Иридий алыуҙың төп сығанағы — баҡыр-никель етештергәндәге анод шламдары.
Физик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иридий — ауыр көмөшһыу-аҡ металл, ҡаты булыуы арҡаһында механик эшкәртеү ҡыйын. Иреү температураһы — 2739 K (2466 °C), ҡайнаған саҡта 4701 K (4428 °C). Электр ҡаршылығы — 5,3·10−8Ом·м (0 °C-та) һәм 2·10−7Ом·м (2300 °C осраҡта); һыҙыҡлы киңәйеүе коэффициенты — 6,5·10−6 град; нормаль һығылмалылыҡ модуле — 538 ГПа[11]; 20 °С-та тығыҙлығы — 22,65 г/см3, шыйыҡ иридийҙыҡы — 19,39 г/см3 (2466 °С). Тығыҙлығы буйынса осмий менән сағыштырлыҡ.
Изотоплы состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәбиғәттә иридий тотороҡло ике төр изотоп ҡатышмаларында осрай: 191Ir (йөкмәткеһе 37,3 %) һәм 193Ir (62,7 %). Яһалма ысулдар менән масса һаны 164-199 радиоактив изотоп, шулай уҡ күп ядро изомерҙары алынған. Яһалма192Ir таралыу алған.
Химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иридий һауа температураһында һәм йылытылғанда тотороҡло[12]. 1200 °C-тан артыҡ булғанда өлөшләтә IrO пар3 рәүешендә быуға әйләнә. Компакт иридий 100 °C температураһына тиклем бөтә билдәле кислоталар һәм уларҙың ҡатышмалары менән реакцияға инмәй..
Ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2010 йылда донъяла иридий ҡулланыу 10,4 тонна тәшкил итә. Төп ҡулланыу даирәһе — монокристалл үҫтереү өсөн ҡорамалдар, уларҙа иридий тигель материалдары сифатында ҡулланыла. Ошо маҡсатта 2010 йылда 6 тонна иридий тотонолған. Яҡынса 1 тоннаны премиаль ҡабыҙыу шәмдәре, химик ҡорамалдар һәм химик катализаторҙар етештереүселәр ҡуллана[13].
Биологик әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Биологияла бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Металл ағыулы түгел, әммә ҡайһы бер иридийлы берләшмәләр, мәҫәлән, уның гексафториды (IrF6), бик ағыулы.
Хаҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иридийҙың 2018 йылғы донъя баҙарындағы хаҡы — 1 грамм өсөн яҡынса 45 АҠШ доллары[14].
Рәсәй Федерацияһында иридийҙы ҙур күләмдә (йәғни, хаҡы 2,25 миллион һумдан ашыу булғанда[15]) законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, һатыу һәм өсөн[16] 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү кеүек енәйәт яуаплылығы ҡаралған[17], был иҫәпкә ювелир һәм көнкүреш изделиелары һәм уның һыныҡтары (лом) инмәй.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 IRIDIUM (ингл.)
- ↑ Standard Atomic Weights of 14 Chemical Elements Revised (ингл.) — IUPAC, 1997. — ISSN 1365-2192; 0193-6484 — doi:10.1515/CI-2018-0409
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ The lattice parameters, densities and atomic volumes of the platinum metals. Crabtree, Robert H. Sterling Chem. Lab., Yale Univ., New Haven, CT, USA. Journal of the Less-Common Metals (1979), 64(1), стр. 7-9.
- ↑ Hunt, L. B. A History of Iridium (инг.) // Platinum Metals Review (инг.)баш. : journal. — 1987. — Vol. 31, no. 1. — P. 32—41.
- ↑ [{{{ссылка}}} Иридий] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Рипан Р., Четяну И. Неорганическая химия. Химия металлов. — М.: Мир, 1972. — Т. 2. — С. 644. — 871 с.
- ↑ [{{{ссылка}}} Осмистый иридий] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Журнал «Знания Сила» 7/2013
- ↑ François Cardarelli, Materials Handbook: A Concise Desktop Reference 4.5.4.5 Iridium
- ↑ Химическая энциклопедия / Редкол.: Кнунянц И.Л. и др.. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — Т. 2. — 671 с. — ISBN 5-82270-035-5.
- ↑ Иридий . Популярная библиотека химических элементов. Дата обращения: 17 август 2013.
- ↑ Jollie, D. (2008). «Platinum 2008». Platinum (Johnson Matthey). ISSN 0268-7305. Проверено 2008-10-13.
- ↑ JM Price Charts .
- ↑ Согласно статье 170.2 УК РФ.
- ↑ Согласно статье 1 Федерального закона от 26.03.1998 № 41-ФЗ «О драгоценных металлах и драгоценных камнях».
- ↑ Согласно статье 191 УК РФ 2018 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған..
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иридий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 10-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иридий//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|