Төп мәғлүмәттәр
Труа унцияһының атамаһы Франциялағы Труа (Troyes) ҡалаһына бәйләнгән. Хәҙер банк, ювелир эшендә затлы металдарҙы үлсәү өсөн, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер өлкәләрҙә, мәҫәлән, косметикала, айырыуса ҡиммәтле ингредиенттарҙы үлсәү өсөн ҡулланыла.
Алтындың, көмөштөң, аҡ алтындың һәм палладийҙың труа унцияһының халыҡ-ара билдәләнештәре — һаналғанға ярашлы — XAU, XAG, XPT, XPD.
Инвестиция тәңкәләренең ауырлығы йыш ҡына труа унцияһы өлөштәрендә бирелә.
Труа ауырлыҡ системаһы
Инглиз алтын тәңкә фунты (йәки труа фунты, ингл. Troy pound) 12 труа унцияһына йәки 373,2417216 грамға тиң. Әлеге ваҡытта ауырлыҡ үлсәү өсөн ҡулланылмай тиерлек. Уны «ҡәҙимге» инглиз фунтынан (ингл. Avoirdupois pound) айырыу зарур.
Массаһы буйынса аптека граны менән сауҙа гранына тигеҙ булған труа граны труа унцияһы массаһының 1/480 өлөшөнә тиң[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Унция
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Аптекарский или медицинский вес (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. Андреевский — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. Iа. — С. 933—934.
- ↑ 1 2 3 А. П. Н. Аптекарский вес (урыҫ) // Энциклопедический лексикон — СПб.: 1835. — Т. 2. — С. 441.
- ↑ Troy Ounce (инг.)
- ↑ General table of units of measure — NIST — pdf 2006 йылдың 26 ноябрь көнөндә архивланған. (инг.)